Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июль 2022, 18:15

Үҙе уҡытыусы, үҙе йырсы...

Әйткәндәй, бөгөн Эльвира Ҡолоеваның тыуған көнө. Моңло йырсы, ихтирамлы уҡытыусыны ғүмер байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ҡыуаныслы ғүмер, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Үҙе уҡытыусы, үҙе йырсы...
Үҙе уҡытыусы, үҙе йырсы...

Кешегә талант Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк итеп бирелә, ти. Ошо бүләктең ҡәҙерен, бәҫен, затлылығын аңлағандар, уны халыҡҡа таратҡандар рәхмәтле көн күрер, тип тә әйткәндәрен ишеткәнем бар. Ә кемдер баҙ­нат­һыҙлығын, оялсанлығын еңә алмай, оҙаҡ йылдар буйы талантын йәшереп йөрөтә. Әммә ысын талант ҡасан да булһа, тау-таштар­ҙы йырып сыҡҡан шишмәләй, ташып-урғылып донъяға тарала.
Дәүләкән ҡыҙы Эльвира Ҡолоева ла, йырға-моңға бай ғаиләлә тыуып үҫеүенә ҡарамайынса, баҫалҡылығы, оялсанлығы арҡаһында бала саҡта әллә ни сәхнәгә сығыр­ға батырсылыҡ итмәй. Ә Мәкәш ауылы халҡы, атаһы Тәлғәт ағайҙың өҙҙөрөп гармунда уйнауын, әсәһе Фә­риҙә апайҙың моңло йырҙарын белгәс, Эльвираның да таланты барлығына шикләнмәй. Уҡытыусы­ларының өгөт­ләүенә бирелеп, мәктәп йылдарында “Сулпылар”, “Баш­ҡортостан йондоҙсоҡтары” кон­курс­тарында ҡатнашырға батырлыҡ итә. Һәм көтмәгәндә тәүге оло еңеүен яулай: “Сулпылар” бәйгеһендә Башҡортостандан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Ҡаҙағстандан йыйылған балалар араһында ул беренсе урынға лайыҡ була. Ата-әсәһенең йыр-моңона ғашиҡ булып, мәҙәниәткә, сәнғәткә һөйөү хистәре менән үҫә ҡыҙ. Һаман да, айырыуса атаһы ваҡытһыҙ вафат булғандан һуң, ҡышҡы кистәрҙә өйҙәрендә яңғыраған йырҙарҙы һағына. Бәхетле, татыу, мөхәббәтле ғаиләне ул хәҙер ҙә тап шулай итеп күҙ алдына килтерә. Атаһының гармун моңдарына ҡустыһы Рөстәм ҡушыла, әсәһе менән Эльвира йыр башлауға, апаһы Гөлнара бейергә төшөп китә...

Ауыл мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, ул Бәләбәй ҡалаһындағы педагогия училищеһына юллана.
– Мәктәптә уҡыған саҡта, атайыма оҡшап, агроном да, әсәйем кеүек уҡытыусы ла булғым килде. Һуңғы мәлдә генә ауыл хужалығының ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡулай булмаҫын аңлатып, атайым педагогия колледжына ба­рыр­ға тәҡдим итте. Студент йылдары шаулап-гөрләп үт­те. Дуҫ, үҙ-ара татыу курсыбыҙ ҡалала үткән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Училище директоры Рә­мил Шәһинур улы Шәйәх­мәтовты тик рәхмәт һүҙҙәре менән генә иҫкә алам. Ул ныҡышмал рәүештә төрлө концертта, йыр түңәрәгендә ҡатнашырға әйҙәләмәһә, бәлки, йыр менән ҡыҙыҡһыныуым һүнеп-һүрелеп ҡалыр ине. Ҡаланың “Аҡмулла” ансамблендә йырлап йөрөнөм, “Оҙон көй” конкурсында ҡатнаштым.

Уҡыуын тамамлағас, Эльвира Ҡолоева юғары белем алыу маҡсатында Өфөгә юллана. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә, 13-сө мәктәптә эш башлай. “Йәшлек-шоу”, “Урал моңо” конкурстарында ҡатнашып, баш ҡала тамашасыларын яуларға йыйынып ҡына йөрөгән мәлдә, ҡыҙҙы дуҫтары буласаҡ тормош иптәше Гәрәй менән таныштыра. Ейәнсура районының Этҡол ауылында тыуып үҫеп, Мәскәү ҡалаһында эшләгән егет ҡыҙ менән төндәр буйы телефондан аралаша. Ғашиҡ егет киләсәккә булған уй-ниәттәре менән бүлешһә, Эльвира уға телефон аша йырҙар йырлай. Уларҙы таныштырған дуҫтары өйләнешкәс, туй көнөндә Гәрәй тыуған ауылының иң бейек тауына менеп, һөйгәненә тормош ҡорорға тәҡдим яһай.

Ҡыҙ һөйгәне менән ҡауышыу, яңы тормош башлау мәшәҡәттәре менән, йыр тураһында бер аҙ онотоп торорға ҡарар итә. Ғаилә Өфө ҡалаһында төпләнә. Торлаҡ йүнәтеү, бала табыу, йорт ҡарау эштәре менән йылдар үтеп тә китә. Төп эше – уҡытыусылыҡты ла иғти­бар­һыҙ ҡалдырмай Эльвира. Мәктәптә төрлө саралар үткәрә, балалар менән түңәрәк эштәрен башлап ебәрә. Ҡала кимәлендә үткән уҡытыусылар бәйгеһендә ҡатнашып, юғары категория ала. Хәйер, йыр бөтөнләй үк онотолмай. Улы Искәндәргә биш йәш тулған мәлдә үҙешмәкәр йырсы Гөлнур Ғөбәйҙуллина менән таныша. Ул Эльвираға үҙе төрлө сәбәп менән сығара алмаған, Ринат Сабитов ижад иткән “Зәңгәр күлдәк” йырын тәҡдим итә. Аран­жировка эшләп, клип төшөрөп, сәхнәгә ҡабат сығырға әҙерләнеп кенә йөрөгән саҡта, йәш ҡатын ауырға ҡалғанын белә. Был шатлыҡтан сәхнә тағы та кисектерелеп торола.

Был йырҙы осраҡлы рәүештә генә композитор, “Юлдаш” радиоһының музыкаль мөхәррире Риф Арыҫлан ишетеп ҡала һәм уны “Юлдаш” йыры – 2012” конкурсына саҡыра. Башҡорт халыҡ йырҙарын яҙҙырыу, музыканттар эҙләү, авторҙар менән эшләү... Эльвира мәртәбәле конкурста өсөнсө урын яулап, оло сәхнәгә ҡайта.

Тәү осорҙа музыкаль белеме булмауға, ваҡытында сәнғәт училищеһына уҡырға инмәүенә үкенһә лә, тәбиғи, саф, эшкәртелмәгән тауышын үҙ итеүен белдереп, тамашасылар хат яҙа башлағас, үкенеүен онота. Быйыл, күптән яратып ҡараған, ҡабат эфирға сығыуын һағынып көтөп алған “Гәлсәр һандуғас” телефес­тивалендә ҡатна­шыр­ға теләк белдереп, ғариза ебәрә. Ойоштороусыларҙан саҡырыу алғас та, яңы йырҙар өйрәнеп, сәхнә кейемдәре тектереп, етди әҙерлек башлай. Баһалама ағзаларын әсир итеп, ике турҙы ла уңышлы үтеп, гала-концерт­ҡа саҡырыу ала. Сәғиҙулла уны билдәле йырсылар Хәниә Фәрхи, Бибисара Азаматова менән сағыштырһа, Айрат Мусин әҙерлеген, сәхнәне, йырҙы яратыуын башҡаларға өлгө итеп ҡуя.

Ояһында ни күрә – осҡанында шул була, тигән мәҡәл тап Эльвира кеүек моңло һандуғастарға ҡағылалыр ул. Бала саҡтағы матур күренеш, йырлы-моңло кистәрҙе ул бөгөн үҙ йортонда ла ҡабатлай. Улы Искәндәр “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсында ҡатнаша, ҡыҙы Сафия бейеүгә маһир, әсәһенең һәр йырына бейеү әҙерләп тә ҡуйған инде. Ә ире Гәрәй, үҙе сәхнәнән, йырҙан алыҫ булыуына ҡарамай, ҡатынының сәхнәгә булған ынтылышын аңлай, хатта ҡеүәтләп тора. Хәйер, тормош иптәшенең ҡасан да булһа сәхнәгә сығырына өмөтөн өҙмәй: ҡарт ҡайныһы Салауаттың һәм уның ҡыҙҙарының туйҙарында өҙҙөрөп йырлауын ул һаман да онотмай. Бәлки, Гәрәйҙең дә күңел төпкөлөндә талант йәшеренеп яталыр...
Эльвираның тағы ла бер яратҡан шөғөлө – кешеләр­ҙең ғүмер байрамдарын биҙәү. Оло табындарҙы йыр-моңға, ҡыҙыҡлы уйындарға үреп, бик күңелле, үҙенсәлекле итеп алып бара ул. Был һөнәре менән республиканы арҡырыһынан буйына тиклем урап сыҡҡан. Шуға күрә уның йырлауын яратыусылар­ҙың һаны көндән-көн үҫеп тора.

Һандуғастар йырһыҙ тора алмай, тиҙәр. Сәхнәнең, йырҙың ләззәтен, алҡыштар­ҙың, тамашасы һөйөүенең тәмен татыған Эльвира Ҡолоева-Киелбаева ла башҡаса сәнғәттән айырылмаҫ. Юғарынан бирелгән талантының ҡөҙрәтен, ҡәҙерен аңлап, ул тормош юлынан алға бара. Тап башҡарған йырындағыса:

Алға барам тормош юлдарынан,
Артта ҡала йылдар, миҙгелдәр.
Орлоҡ һибәм үткән юлдарыма:
Ул эҙҙәрҙә гөлдәр үҫһендәр.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА

Архив, 2015 йыл. 

Автор:
Читайте нас: