Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июль 2022, 09:55

Гөлсөм Бикбулатова тыуған көнөн билдәләй

Яратҡан йырсыбыҙҙы матур байрамы менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә талантың менән барлыҡ халыҡтың күңелен имләп йәшәүеңде, ғаилә именлеге, ижади үрҙәр теләйбеҙ. "Шоңҡар" коллективы.  

Гөлсөм Бикбулатова тыуған көнөн билдәләй
Гөлсөм Бикбулатова тыуған көнөн билдәләй

Гөлсөм Вәлиулла ҡыҙы Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында тыуған. Ул бала сағынан уҡ сәхнәлә сығыш яһай башлай. 1995 йылда Өфө ҡалаһында «Сулпылар» телевизион конкурсы лауреаты була. 1997 йылда Сибай ҡалаһында үткән «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсында Гран-при яулай, шул уҡ йылда Нефтекама ҡалаһында «Дуҫлык моңо» конкурсы лауреаты була. 1998 йылда «Урал моңо» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, шулай уҡ Гран-приға, «Уралым» республика конкурсында лауреат була.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында актерҙар бүлеген тамамлап, БРҙың М. Кәрим ис. Милли йәштәр театры актрисаһы, әлеге ваҡытта ла шунда хеҙмәт итә.

2010 йылда «Гәлсәр һандуғас – 2002» телевизион конкурсы лауреаты,Төркиәлә үткән төрки телле илдәрҙең «Төрк-Вижн» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, I дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Яратҡан йырсыбыҙҙы матур байрамы менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә талантың менән барлыҡ халыҡтың күңелен имләп йәшәүеңде, ғаилә именлеге, ижади үрҙәр теләйбеҙ. "Шоңҡар" коллективы.



2019 йылдан Башҡортостандың атҡазанған артисы.

Фото: ирекле сығанаҡ.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: