

Асҡар Әмир улы Абдразаҡов 1969 йылдың 11 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын профессор Миләүшә Мортазина класын тамамлай, 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы һәм СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Ирина Архипова класы буйынса Мәскәү консерваторияһы аспиранты.
Асҡар Әмир улы — опера йырсыһы. Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм «Өмөт призы»), Ф. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993), Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994) лауреаты, Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында Гран-при лауреаты. «Салауат Юлаев» ордены кавалеры (2019)[1].
Йырсының репертуарында опера партиялары байтаҡ. Улар араһында В. Моцарттың «Реквием»ы, Дон Базилио (Дж. Россини, «Севилья цирюльнигы»), Спарафучилле (Дж. Верди, «Риголетто»), Бөйөк инквизитор (Дж. Верди, «Дон Карлос»), бас партия (Дж. Пуччини, «Месса Глория»), Гремин (П. И. Чайковский, «Евгений Онегин»), Кончак (Бородин, «Кенәз Игорь»), Варяг ҡунағы (Римский-Корсаков, «Садко»), Пимен (Мусоргский, «Борис Годунов») һәм башҡалар.
Фото: ufa.mk.ru
Башҡорт Википедияһынан.