Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Мәҙәниәт
14 Июля 2022, 17:10

Ғүмер байрамығыҙ менән, Гөлназ Вәкил ҡыҙы!

Ҙур терәк-таянысыбыҙ ул. Гөлназ Вәкил ҡыҙы, юбилейығыҙ уңайынан ихлас тәбрикләп, һеҙгә артабан да ижади уңыштар, бәхет, ныҡлы һаулыҡ, яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ!

Ғүмер байрамығыҙ менән, Гөлназ Вәкил ҡыҙы!Ғүмер байрамығыҙ менән, Гөлназ Вәкил ҡыҙы!
Ғүмер байрамығыҙ менән, Гөлназ Вәкил ҡыҙы!

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле хореограф-балетмейстер, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты белгесе Гөлназ Вәкил ҡыҙы АҠНАЗАРОВА күркәм ғүмер байрамын - 60 йәшен билдәләне.

Гөлназ Вәкил ҡыҙы - республикабыҙҙың мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес. Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡыҙы мәктәптән һуң Стәрлетамаҡтағы Башҡорт республика мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһында, унан Башҡорт дәүләт университетында, Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында белем ала. 1993 йылдан яҙмышы Сибай менән бәйле. Ҡалалағы филармонияла «Сибай» халыҡ бейеү ансамбле булдырып, уның художество етәксеһе, бейеүсе булып таныла. Хеҙмәтенә оло яуаплылыҡ менән ҡараған, ойоштороу һәләтенә эйә талантлы йәш белгескә артабан Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе бурысын ышанып тапшыралар. Гөлназ Вәкил ҡыҙы мәҙәниәт учреждениеһын юғары кимәлгә күтәреүгә, киң танытыуға өлгәшә.

2005 - 2016 йылдарҙа Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе булып эшләгән осоронда ла Гөлназ Аҡназарова Сибайҙағы мәҙәни тормош кимәлен күтәреүгә ҙур өлөш индерә, юғары һөнәри сифаттары уға күп әһәмиәтле саралар уҙғарып, һоҡланғыс һөҙөмтәгә өлгәшеүгә булышлыҡ итә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратында мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса белгес бурыстарын да оло яуаплылыҡ менән юғары кимәлдә атҡара Гөлназ Вәкил ҡыҙы. Күп йыллыҡ оло тәжрибәгә, ойоштороу һәләтенә эйә, халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлектәрен, рухи ҡиммәттәребеҙҙе тәрән белгән, киң ҡарашлы милләттәшебеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларын, ҙур проекттарын юғары кимәлдә үткәреүгә, тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә. Ҙур терәк-таянысыбыҙ ул. Гөлназ Вәкил ҡыҙы, юбилейығыҙ уңайынан ихлас тәбрикләп, һеҙгә артабан да ижади уңыштар, бәхет, ныҡлы һаулыҡ, яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ!

Ҡоролтай.

Автор:
Читайте нас