

Түләүле нигеҙҙә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләгән абитуриенттарҙың ата-әсәләре өсөн мәғлүмәт. Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәте һәм журналистикаһы факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина үҙенең сәхифәһендә аңлатма бирә.
"Тормош беҙ уйлағанса ғына бармай... Мәктәп тамамлаусыларҙың ҡайһы берҙәре, Берҙәм дәүләт имтиханынан тейешле балдар йыя алмайынса, түләүле нигеҙҙә уҡыу вариантын ғына ҡарарға мәжбүр. Ата-әсәнең бына хәҙер генә сығарып һалырлыҡ аҡсаһы юҡ. Был хәлдән сығыу юлы икәү:
1. Башҡорт дәүләт университетында, мәҫәлән, уҡыу өсөн тәүге иғәнә итеп йыллыҡ түләүҙең 25 процентын индереү мотлаҡ шарт һанала. Артабан йыл дауамында, ректор исеменә ғариза яҙып, декандан ҡул ҡуйҙырып, ҡалған өлөшөн ай һайын бүлеп түләргә була.
2. Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкында (Сбербанк) 3 процентлы "Белем кредиты" ("Образовательный кредит") бар. Уның шарттарына ярашлы, кредит 15-20 йылға бирелә. Уҡыу дәүерендә уның кредит өлөшөн генә түләп, төп өлөшөн бер йыл эшләгәс түләй башларға мөмкин. Нескәлектәрен үҙегеҙ сайттарына инеп уҡығыҙ. Мин Һаҡлыҡ банкын рекламалау менән шөғөлләнмәйем, күптәрҙең ошо проблема менән осрашҡанлығын белеп яҙам".
Фото: Гөлфирә Абдуллина сәхифәһенән.