

Хоҙай талантты берәүгә бирһә, өйөп бирә тигәндәре тап Бөрйән аҫылы Иршат Теләүембәтовҡа төбәп әйтелгән кеүек. Журналист, политолог, яҙыусы! Ә ҡулына баянын алып бер һыҙҙырып ебәрһәме! "Башҡортостан" гәзитенең Яңы йыл байрамынды уның орсоҡ кеүек бейегәнен күреп шаҡ ҡаттыҡ. "Хоҙай тыумыштан Иршат Әнүәр улын бейеүсе итеп яралтҡан бит", - тип уға һоҡланып та, күҙ ҡыҙып та ултырҙыҡ. Эх, уның оҫта итеп бейей белһәң ине! 
Өфөгә барып, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға ингәнсе үк яҙмыш уны арҙаҡлы бейеүсе Йәнғәле Вәхитов менән осраштыра. Улай ғына ла түгел…
– Йәнғәле ағайҙы алдан белә инем. Яҡташтар бит. Өфөгә барғас, уға фатирға төштөм. Унда шулай уҡ Йәүҙәт Бикбирҙин да йәшәй ине. Шулай итеп, филармонияға репетицияларға йөрөй башланым. Төрлө трюктар өйрәндем. Хәлил Ишбирҙин өйрәтте, – тип, һағынып иҫләй ул саҡтарҙы Иршат. Һуңынан, йылмайып, былай тип тә ҡуя: – Нисауа ғына бейегәнмендер инде. Риф Ғәбитов, әйҙә бында кил, ти. Мин, көлөп, юҡ, хәйерселәрҙе арттырып йөрөмәйем әле, тим. Шаярып инде…