

ЗӨЛФИР БАСЫРОВ... Уны беҙ тәүҙә һүҙ сәнғәте артисы итеп белдек: һигеҙ йыл дауамында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында алып барыусы булып эшләне. Үткән йылдан башлап ул – ирекле ижадсы. Яҙмыш уның алдында башҡа ишектәрҙе лә асты кеүек: “Ҡурай” телеканалында “Йырлы бүләк” тапшырыуында эш башланы һәм тамашасылар хөкөменә бербер артлы йырҙар сығарҙы. Моңло тауышлы, киң диапозонлы егет башҡорт эстрадаһына ҙур яңылыҡ булып килде, тип әйтһәк һис арттырыу булмаҫ. Зөлфир менән “Шоңҡар” журналында яҡынданыраҡ таныша алаһығыҙ.
Мәшһүр грузин яҙыусыһы Нодар Думбадзеның “ Мин ҡояшты күрәм” повесы уҡыусылар күңеленә хуш киләсәгенә шик юҡ. Шулай уҡ Лена Хәйруллинаның “Кисектерелгән бәхет” хикәйәһе лә бай тел менән яҙылған. Гөлсинә Йосоповның “Яҙмыштар ни өсөн ҡатмарлы” тигән мәҡәләһе күптәргә уйланырға, яңылыш аҙымдан һаҡ булырға ярҙам итер, моғайын. Тышлыҡтың өсөнсө битендә Руслан Мөғәлимовтың рәсемдәре урын алған.
Руслан Мөғәлимов – бөгөнгө көндә уңышлы ижад итеүсе йәш башҡорт рәссамдарының береһе. Уның әҫәрҙәре тарихи киңлеге һәм тәрән мәғәнәле булыуы менән ҡәҙерле. Һөнәре буйынса рәссам-сценограф тиҫтәләгән спектаклдәрҙе һәм кинофильмдарҙы ҡуйыуҙа ҡатнашҡан. Руслан Фәһим улы – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәй мәҙәниәт министрлығы стипендиаты, Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында белем бирә.
Ҡыҫҡаһы, журналдың был һаны ла уҡымлы, фәһемле яҙмаларға бай.