+21 °С
Болотло


Буласаҡ йырсы Ҡыйғы районы Йосоп ауылында тыуа һәм 10 йәшенә тиклем шундай йәшәй. Унан ғаилә Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһына күсә. Тап Маяҡта башлана ла инде уның йырлай башлауы. Хеҙмәт уҡытыусыһы үҫмерҙең моңло тауышын ишетеп ҡалғас, һиңә йырларға кәрәк, тип кәңәш бирә. Ҡасабала 9 класты тамамлағас, Зөлфир Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә белем ала. Унан һуң Өфө дәүләт сәнғәт инситутының театр бүлеген тамамлай. Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән йылдарҙа башлыса һүҙ сәнғәте жанрында эшләй. “2021 йылдан йыр менән ныҡлап шөғөлләнергә булдым”, - ти йырсы.
Фото: йырсының сәхифәһенән.