Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Июль , 20:00

Минира Бикәнәсованан шиғри күстәнәс

Дауам итһен һылыу ҡыҙҙар Хөрмәтләп шәжәрәһен, Күтәрәйек яулыҡ бәйләп Ҡатын-ҡыҙ дәрәжәһен!

Минира Бикәнәсованан шиғри күстәнәс
Минира Бикәнәсованан шиғри күстәнәс

Ауылым


Аҡ ҡылғандың сәсен тарай
Кистәрен иркә елдәр,
Томбойоҡло Өршәк һыуы
Шым ғына серен һөйләр.
Шаян ҡамыштар көлөшә,
Яр буйында талдары,
Ауылымды моңға күмә
Алһыу офоҡ наҙҙары.
Зәңгәр күлдә пар аҡҡоштар,
Торналар,ҡыр өйрәге...
Оя ҡороп, бала баҡҡан
Ҡуйы ҡамыш-төйәге.
Әрәмәлә бешер балан,
Татлы ҡара бөрлөгән,
...Ауылымдың йәмле мәлен
Ҡалды микән күрмәгән?
Тын һиллектә ҡоштар моңо,
Күңелемде йыуатыр,
Тыуған яҡтан елдәр иҫеп
Һағышымды таратыр.

Осрашыуҙар,хушлашыуҙар

Осрашыуҙан,хушлашыуҙан тора
Беҙҙең ғүмеребеҙ көндәре.
Осрашыуҙар-татлы ҡыуаныстар,
Хушлашыуҙар-һағыш мәлдәре...
Мәшәҡәттәр менән тормош үтә,
Белмәһәк тә күпме бараһын...
Өмөт күперҙәре тоташтырған,
Ҡыуаныс һәм һағыш араһын.
Баласаҡтар уҙып ,бер мәл шулай
Хушлашҡанбыҙ тыуған йорт менән.
Осрашыуҙы көтөп атай-әсәй
Зарыҡҡандыр,хәҙер мин беләм...
Осрашабыҙ дуҫ-туғандар менән
Осраштыра ҡайғы,шатлығы.
Йәшлек менән осрашҡайныҡ бер саҡ
Хушлашырбыҙ ,килгәс ҡартлығы...
Осраштырҙы һөйгән йәрҙәр менән,
Яҙмыштарҙан уҙмыш булмайса.
Хушлашмағыҙ яратҡандар менән
Ғүмер сәғәттәре һуҡмайса...

Фатиха

Һалам түшәп ҡуйып булмай
Балаңдың юлдарына.
Үҫеп еткәс тапшырабыҙ
Яҙмыштың ҡулдарына.
Иманынан айырмаһын-
Ошо бәхет асҡысы.
Шыма ғына, һикәлтәһеҙ
Булмаҫ ғүмер баҫҡысы.
Хәйерле юлдан йөрөтһөн
Тормош тигән ҡуласа:
Тырышҡанға, тәүфиҡлегә
Ул ишектәрен аса.
Сабыр аҡыл, ипле холоҡ,
Атай-әсәй рәхмәте
Һаҡлап йөрөтөр һәр ваҡыт
Теймәҫ шайтан зәхмәте.
Иңдәрендә фәрештәләр
Ғәмәлдәрен яҙалар.
Урап үтһен балаларҙы
Аңһыҙ бәлә-ҡазалар....

 

Яулыҡ


Ҡатын ҡыҙҙарҙың яулығы
Аллы-гөллө буламы,
Яулыҡ ябынмаған килеш
Аш- һыуҙары уңамы?
Иман, әҙәп билдәһе ул
Яулыҡ - йөҙҙөң биҙәге
Күҙ тейеүҙән, сир килеүҙән
Ҡатын-ҡыҙҙың терәге.
Ебәк, ситса, сатин, батист...
Нағыш-төҫтәре ниндәй?!
Берәүҙәре уймаҡ ҡына
Икенселәре күлдәй!
Бар уларҙың ябайҙары,
Бар уларҙың данлыһы
Тарих битендә елберҙәй
Ҡыҙыл француз яулығы.
Дауам итһен һылыу ҡыҙҙар
Хөрмәтләп шәжәрәһен,
Күтәрәйек яулыҡ бәйләп
Ҡатын-ҡыҙ дәрәжәһен!

Фото: "Бәйләнештә"

Автор:
Читайте нас в