Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
4 Август 2022, 16:00

Йәй ауышты көҙгә ҡарай Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Ҡая булһын инде киләсәктә Ергенәмә Бөрйән улдары...

Йәй ауышты көҙгә ҡарай    Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНАЙәй ауышты көҙгә ҡарай    Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Йәй ауышты көҙгә ҡарай Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

КӨҘГӘ АУЫШЫУ
Ҡыҙҙырмай. Өтмәй. Самаса –
Тандыры менән бары.
Йәй ауышты көҙгә ҡарай -
Ғүмер шылышты ары.
Иртә-кисен һалҡынайта –
Дерҙәмәй томорҡаһы.
Күк-кәсәлә бер ҡабымлыҡ
Ҡояшы- йомортҡаһы.
Билбыуарҙан үлән ауғас,
Тырпайған сүкерҙәре.
Ҡурпы сыҡҡас ут йәшелдән
Йәмләнеп китер әле.
Ә әлегә ҡыҙыу осор –
Тандырлыҡ ҡояшта тик.
Бер көнө йылды туйҙырыр
Бәрәктле мәлдәр бит.
Көҙгә тарттыҡ. Йәй йәмдәре
Ҡалыр тик иҫтә генә.
Ашығып йәй эш теүәлләй -
Ут ҡапҡан итәгенә...

 

МИҢЛЕ БӘХЕТ


Миңле бәхет, минле бәхет
Миңә генә тәғәйен.
Хәләл булһын кейгәндәрем,
Ҡапҡан һәр бер тәғәмем.
Миңле бәхет тик минеке –
Йәшәй-йәшәй төшөндөм.
Тормош һынауҙары ҡаты –
Йә яндым, йә өшөнөм.
Миңле бәхет түгел тәхет,
Миңле бәхет – яҙмыштан.
Башҡаларға һис үпкәм юҡ,
Ғәйеп миндә – яң(ы)лышһам.
Миңле бәхет сәйлән төҫлө
Өҙөлә лә ялғана.
Мин риза ошо өлөшкә –
Рәхмәтлемен Аллама!

АҘАН
Ишетелә Ерҙә, Айҙа –
Бәрәкәттер бер Хоҙайҙан.
Унан матур бармы ауаз –
Ҡыйып әйтер ниндәй ауыҙ?
Шайтандарҙан беҙгә ҡалҡан –
Йыйнаусы мосолман халҡын.
Тетрәндерер, илһам бирер,
Йөрәгеңә үтеп керер,
Намаҙға баҫ, тиеп өндәр,
Ҡеүәт бирер көнгә, төнгә.
Эй, илаһи ошо аҙан –
Яҙҙырмаһын унан Аллам!

 

ҠАЯЛАР


Быуаттарҙы яҫтап тауҙар тора,
Дәүерҙәрҙе терәп – ҡаялар.
Иҙел буйы ише хозур ерҙәр
Әйтегеҙсе, тағы ҡайҙа бар?
Йышып ҡаҙағандай – ҡаяу ише,
Үҙ еренә ҡалҡан-таяу ише –
Ҡаяларҙа бөтмәҫ тынлыҡ бар,
Ҡаяларҙа рухҡа ымлыҡ бар!
Нәҡ Бөрйәндең ҡара башҡортондай
Ошо уйсан, тыныс ҡаялар
Ҡымшанмай ҙа заман елдәренә
Быуат ашаһынан бағалар!
Күпме тарих һаҡлай ошо таштар –
Бер Аллаһҡа ғына билдәле.
Өнһөҙ-тынһыҙ улар күҙәтәләр
Тормош-йәшәйеште илдәге.
Ирҙәр кеүек һүҙһеҙ. Олпат. Текә.
Иҙел генә буйы – ҡаялыҡ.
Хас ҡындағы хәнйәр – әле тыныс,
Оран ташла – килер саялыҡ!..
Иҙел генә буйы ҡая ла таш –
Һыуҙар йыуа ҡая итәген.
Ошо ерҙә тыуған йәндәр генә
Туң ташты ла яҡын итәлер.
Иҙел генә буйы – текә ҡая,
Борма-борма һыуҙың юлдары.
Ҡая булһын инде киләсәктә
Ергенәмә Бөрйән улдары...

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас