Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Август , 09:50

Бөрйән һандуғасы тыуған көнөн билдәләй

Йырсы Әлфиә Заһиҙуллинаның өс балаға әсәй булыуын күптәр белмәйҙер әле. Әсәй булыу ижадыңа яңы һулыш өҫтәнеме? 

Бөрйән һандуғасы тыуған көнөн билдәләй
Бөрйән һандуғасы тыуған көнөн билдәләй

Башҡорт халыҡ йырҙарын еренә еткереп башҡарыу бик һирәктәр өлөшөнә төшкән оҫталыҡтыр ул, моғайын. Йырсы  Әлфиә Заһиҙуллина тап шундайҙарҙан. 

Һин студент сағыңдан үҙеңде башлыса халыҡ йырҙарын башҡарыусы итеп таныттың... 

- Йырсы өсөн һинең башҡарыуыңдағы халыҡ йырҙарын яратып тыңлаусылар булыуы ҙур дәрәжә. Репертуарымда оҙон көйҙәр һәр ваҡыт булды, киләсәктә халыҡ йырҙарын тағы ла күберәк өйрәнергә теләгем бар. Оҙон һәм киң диапазонлы булыуы менән халыҡ йырҙары опера әҫәрҙәренә тиң. Уларҙың мелизматикаһы ла үҙенсәлекле. Тарихын өйрәнеп, унда барған ваҡиғаны үҙең кисермәйенсә, халыҡ йырын йырлап булмай. Халыҡ йырына һөйөү ғаиләләнән килә. Бөрйән районы Байназар ауылында тыуғанмын. Өләсәйем дә, әсәйем дә йырланы. Ошондай бәрәкәтле ерҙә, ошондай моңло ғаиләлә нисек йырсы булмайһың инде! 

Йырсы Әлфиә Заһиҙуллинаның өс балаға әсәй булыуын күптәр белмәйҙер әле. Әсәй булыу ижадыңа яңы һулыш өҫтәнеме? 

- Уҡыуҙы һәм ғаилә тормошон бергә алып барырға кәрәклегенә күптән инанғанмын. Өлкән ҡыҙымды училищела уҡып йөрөгәндә ҡулыма алһам, академияла белем алған саҡта уртансы ҡыҙым тыуҙы. Уны тамамлап, филармонияға килеп, аҙыраҡ эшләп алғас, өсөнсөгә уллы булдыҡ. Ғаиләм менән профессиональ үҫешем һәр ваҡытта ла бер кимәлдә барҙы. Бала ҡарайым, тип, тик ултырғаным да юҡ. Улымды көткән саҡта "Башҡорт йыры" бәйгеһендә ҡатнаштым. Ул ун көнлөк булғанда конкурстың финалында сығып йырланым. 

Әсәй булыу - ҡатын-ҡыҙ өсөн был донъяла иң яуаплы эштер ул. Баланы тапҡан әсә түгел, тәрбиәләгән әсә, ти халыҡ. Бала үҫкән һайын мәшәҡәттәр ҙә өҫтәлә. Үҙемде ныҡ талапсан әсәй, тип уйлайым. Һәр нәмәне еренә еткереп эшләргә өйрәтәм, шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙарыма әхирәт булырға ла тырышам. Өлкән ҡыҙым инде үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға тора. 

Бөгөн һин заманса йырҙар менән бер рәттән, романстар, оперетта, мюзиклдарҙан өҙөктәр ҙә башҡараһың. Был нимә менән бәйле - репертуарҙы байытырға тырышыумы, әллә бөгөнгө тамашасының зауығына эйәрәһеңме?

- Профессиональ йырсы бар жанрҙарҙы ла яҡшы белергә тейеш. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыған саҡта халыҡ йырҙары менән бер рәттән, опера ла, романстар ҙа, композиторҙар әҫәрҙәрен дә йырлай торғайныҡ. Әле лә башҡорт композиторҙарының быуындан-быуынға күсеп килгән мәңгелек йырҙарын яратып башҡарам. Йырҙар һайлағанда төп талабым - уның тауышыма тура килеүе. Тамашасының зауығы төрлө инде ул, тик улар ҙа концертҡа килеп, ниндәйҙер яңы йыр ишетеп, күңеле үҫеп ҡайтырға тейеш. Моңдоң теле юҡ, һәр кеше төрлө телдәге, төрлө йырҙарҙы ҡабул итә белергә тейештер, был уны үҫтерә, камиллаштыра ғына. Тик бөгөнгө көндә моң тигән төшөнсә бөтөнләй юғала бара, бына шуныһы хәүефле. Сит ил башҡарыусыларына эйәреү, еңел-елпе йырҙар шауҡымы бер заман үтер ул, тип ышанам шулай ҙа. Башҡорт йыр сәнғәтен бер көнлөк йырҙарҙан һаҡлап, профессиональ композиторҙарҙың тәрән мәғәнәле әҫәрҙәре менән тулыландырырға, йәштәрҙе лә шундай йырҙар тыңларға өйрәтергә кәрәк ине ул. 

Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА әңгәмәләште.

Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в