Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Август , 23:10

Флүрә Туйсина йырлай!

Ҡыҙы, танылған йырсы Фирүзә Париж менән бергәләп республика буйлап бай концерт программаһы менән сығыш яһап, тамашасыларҙың күңелен үҙенең моңло, хисле йырҙары менән күптән яулап алған инде Флүрә Туйсина.

Флүрә Туйсина йырлай!
Флүрә Туйсина йырлай!

ФЛҮРӘ ПАРИЖ ҡыҙы ТУЙСИНА (Аллаярова) 1958 йылдың 12 июнендә Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында күп балалы татыу ғаиләлә донъяға килгән. Ғаиләлә оло бала булғас, тыныс ҡына юғары белем алырға мөмкинселеге булмаған.
Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында мәҙәниәт йортонда 1975 йылдан алып 2016 йылға тиклем эшләй.
2008 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән юғары исем бирелә.
Тормош иптәше Мирхәт Аллаяров менән дүрт бала үҫтерәләр, һигеҙ ейән- ейәнсәргә оләсәй- ҡартатай улар бөгөнгө көндә.
Ҡыҙы, танылған йырсы Фирүзә Париж менән бергәләп республика буйлап бай концерт программаһы менән сығыш яһап, тамашасыларҙың күңелен үҙенең моңло, хисле йырҙары менән күптән яулап алған инде Флүрә Туйсина. Данлыҡлы Туйсиндар ғаиләһенең бер ағзаһы ул - Флүрә Туйсина - Аллаярова!

Фото: "Бәйләнештә"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в