Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Август , 22:45

Әрем генә тимәйек

 Йылына ике тапҡыр әрем ярҙамында таҙарынып алырға ярай. Ә ҡайһы бер үлән белгестәре йыл буйы бер семтем ҡоро әрем ҡабырға кәңәш итә. Ә һеҙ әремде ҡулланаһығыҙмы? Бәлки, үҙегеҙ генә белгән рецепт барҙыр. Яҙығыҙ, бер-беребеҙгә өйрәтәйек. 

Әрем генә тимәйек
Әрем генә тимәйек


Әремдең 180 төрө бар. Халыҡ медицинаһында ул төрлө сирҙәрҙән, бигерәк тә паразиттарҙан ҡотолоуҙа киң ҡулланыла. Аҫылбикә апай Мәжитованан был дарыу үләнен нисек дөрөҫ итеп ҡулланыу тураһында бер нисә кәңәш:
 Беҙ яратып тотонған кейәү үләне хатта әремдең бер төрө. Ә мин һары сәскәлеһен йыйҙым.
 Быға тиклем ҡоро көйө банкаларға алып, бер семтем әремде һыу менән эсеп йәки әрем сәскәһе, еҙ төймә, ҡәнәферҙе, өсөһөн бер күләмдәге онтағын һыу менән эсеп тотонғаным булды. Алма һеркәһенә лә һалып эшләп ҡараныҡ.
Алма һеркәһенең шифаһы айырым темаға лайыҡ. Уның өсөн 4 өймәләм аш ҡалағы әрем сәскәһен (япрағы ла эләгә) ярты литр һеркәгә (яблочный уксус) һалып төнәтәһең. Иртәнсәк ас ҡарынға бер балғалаҡ әремле һеркәне бер сынаяҡ һыуға һалып эсәһең. Иртәнге ашты ярты сәғәттән генә ашарға ярай. Белгестәр, был ысул менән ике аҙна дауамында дауаланырға кәрәк тиҙәр. Шулай уҡ көнөнә өс мәртәбә ҡоро килеш берәр семтем һыу менән эсеп йөрөргә. Нимәгә ҡоролай, һеркәле әрем эскәс? Ҡоро әрем эсәк буйларын таҙартырға булышлыҡ итә икән.
✅Аяҡта бәшмәк сире булған ваҡытта ошо һеркәне һөртөргә кәңәш ителә. Бик ныҡ ярҙам итә. Беҙ уны былай эшләйбеҙ. Бер аш ҡалағы әремле һеркәне полиэтилен моҡсайға ҡойғас, моҡсайҙы кейәбеҙ, өҫтөнән ябай нәски кейеп 10 - 15 минут йөрөп торабыҙ ҙа аяҡты йыуабыҙ. Ике аҙна ошолай дауаланырға кәрәк. Был ысулды ҡан баҫымы түбән буған кешеләргә һаҡлыҡ менән ҡулланыр кәрәк. Мунсала ла әрем төнәтмәһе менән сайынырға була. Шулай уҡ өйҙәге бесәйҙәрҙе йыуындырғас әрем менән сайындырырға кәңәш ителә.
✅Әрем күп ауырыуҙарҙан шифа. Иң билдәле үҙенсәлеге, тәндән төрлө паразитҙарҙы сығара. Ә белеүебеҙсә был ҡорттарҙың әллә күпме төрө була. Улар кешенең үпкәһендә, йөрәгендә, бауырында, хатта күҙендә лә үрсеп китеп насар ауырыуҙарға еткерә. Әрем тулы кешеләргә ябығырға, тәндең насар еҫенән ҡотолорға ярҙам итә, ммунитетты нығыта.
✅Тик бар кешегә лә килешмәй шул әрем. Кемдең холецистит, гастрит, сей яраға (язва) уларға әрем бармай икән. Шулай уҡ ауырлы ҡатындарға, бәләкәй балаларға. Йылына ике тапҡыр әрем ярҙамында таҙарынып алырға ярай. Ә ҡайһы бер үлән белгестәре йыл буйы бер семтем ҡоро әрем ҡабырға кәңәш итә.

Фото: yaikrb.com

 

Автор:
Читайте нас в