Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Август , 09:35

“Миңә ышанғандарҙың өмөтөн аҡларға тейешмен...”

– Кеше яҙмышына бала саҡта нигеҙ һалына бит инде. Һин дә, Зөлфир, бәләкәйҙән артист булам, тип хыялланып йөрөнөңмө? Ғөмүмән, бала сағың нисек үтте?

“Миңә ышанғандарҙың өмөтөн аҡларға тейешмен...”
“Миңә ышанғандарҙың өмөтөн аҡларға тейешмен...”

ЗӨЛФИР БАСЫРОВ... Уны беҙ тәүҙә һүҙ сәнғәте артисы итеп белдек: һигеҙ йыл дауамында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында алып барыусы булып эшләне. Үткән йылдан башлап ул – ирекле ижадсы. Яҙмыш уның алдында башҡа ишектәрҙе лә асты кеүек: “Ҡурай” телеканалында “Йырлы бүләк” тапшырыуында эш башланы һәм тамашасылар хөкөменә бербер артлы йырҙар сығарҙы. Моңло тауышлы, киң диапозонлы егет башҡорт эстрадаһына ҙур яңылыҡ булып килде, тип әйтһәм һис арттырыу булмаҫ. Ә уның тәүҙә сәнғәт училищеһының вокаль бүлеген тамамлауын белгәс, “Шоңҡар” журналында әңгәмә ҡорорға хәл иттем дә инде. Уҡыусыларҙы талантлы егет менән яҡындан таныштырыу маҡсатында...

– Кеше яҙмышына бала саҡта нигеҙ һалына бит инде. Һин дә, Зөлфир, бәләкәйҙән артист булам, тип хыялланып йөрөнөңмө? Ғөмүмән, бала сағың нисек үтте?

– Артист булам, тип хыялланып йөрөгәнемде хәтерләмәйем. Ҡыйғы районының Йосоп ауылында тыуҙым. Әсәйем яҡлап туғандарҙа йырға һәләтлеләр күп. Мәжлестәр бик күңелле үтә. Ике туған апайым миңә лә йырҙар өйрәтә торғайны. Мәжлес, тигәндән, туғандар бер хәлде ҡыҙыҡ күреп, һаман ла һөйләп ала. Миңә өс йәштәр тирәһендә ҡунаҡта йырлатырға булғандар. Ултырғысҡа баҫып йыр башлап ебәргәнмен. Ҡунаҡтар аҡса бирә, биргән һайын мин ҡысҡырыбыраҡ йырлайым икән. Күрәһең тауыш бәләкәйҙән көр булған. Шулай ҙа сәхнәгә сығып, сығыш яһарға тура килмәне. Бәхеткә күрә, тип әйтәйем, мин башланғыс кластарҙы тамамлағас, ғаиләбеҙ менән әсәйемдең тыуған төбәге Көйөргәҙе районына, Маяҡ ҡасабаһына күсеп килдек. Йыр дәрестәренән Өлфәт ағай уҡыта ине, йырға һәләтем барлығын һиҙеп ҡалып, концерттарҙа, конкурстарҙа ҡатнаштыра башланы. Ғөмүмән Маяҡ мәктәбенә рәхмәтлемен: кеше булараҡ формалаштым, уҡытыусым минең һәләтте үҫтерҙе, сәхнәгә һөйөү тәрбиәләне.

Ғаилә тәрбиәһе лә яҙмышымда ҙур роль уйнаны. Атайым сәнғәткә битараф булһа ла, йырсы буыуыма ҡаршы төшмәне. Ә әсәйем инде минең һәр ынтылышымды, башланғысымды ҡеүәтләп торҙо. Нимәһе ҡыҙыҡ, ауыл ҙур булһа ла, билдәле артистар концерт менән килмәй ине. Бер тапҡыр ғына миңә ғаиләбеҙ менән Күмертау ҡалаһында үткән Хәниә Фәрхиҙең концертына барырға тура килде. “Тере” артистты тәүге күреүем ине. Шунан бирле уның ижадына, йырҙарына ғашиҡмын.  Ғаиләлә ике бала үҫтек. Һеңлем Гөлдәр дизайнерға уҡып сыҡты. Әйткәндәй, мин дә рәсем, черчение фәндәрен яратып уҡыным. Вокал бүлегенә уҡырға инә алмаһам, архитектор булырға тигән ниәтем бар ине.

– Шулай ҙа һин Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килдең...

– Эйе. 9-сы класты тамамлағас, ныҡлап сәнғәт юлынан китергә хәл иттем. Тәүҙә Салауат музыка училещеһын һайланым. Барҙым, таныштым, оҡшаттылар. Тик атай ҡаршы төштө: “Иң криминал һәм экологик яҡтан бысыраҡ ҡала. Бараһың икән, тик Өфө!” – тип өҙә һуғып үҙ һүҙен әйтте. Һүҙен тыңлап баш ҡалаға юлландым. Училищела егеттәрҙе урта мәктәп тамамламайынса уҡырға алырға тырышмайҙар: тауыш мутация осоро кисерә. Әммә мине тыңлап ҡарағас, уҡытыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Адель Хәбиб ҡыҙы Шәйхисламова: “Тауышың өлгөргән,” – тип үҙ класына уҡырға алды. Шул көндән бирле һайлаған юлыма тоғоро ҡалып, сәнғәттән ситләшмәй йәшәп ятам. Әлбиттә, ябай ауыл малайына академик йыр бүлегендә уҡыу тәүге осор еңел булманы. Киләм дә, йырлай башлайым, тип уйлай инем бит инде. Ә бында уҡытыусымдың дөрөҫ тын алырға, тамаҡты ҡыҫмаҫҡа, ауыҙҙы түңәрәкләп асырға һәм башҡа “аңлайышһыҙ” өйрәтеүҙәре башланғас, аптырап ҡалдым. Аҙаҡ ҡына өйрәнеп киттем, яйлап классик йырҙарға һөйөү барлыҡҡа килде. Адель Хәбиб ҡыҙы һәр беребеҙгә күңелен, оҫталығын һалды, беҙҙең өсөн тырышты. “Мин тегендә буласаҡмын, әммә һинең рәхмәттәреңде ишетәсәкмен” – ти торғайны миңә. Үлемен бик-бик ауыр кисерҙем. Икенсе әсәйем кеүек булды. Ғүмер буйы рәхмәтлемен.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин, хәҙер Татарстанда композитор булараҡ танылыу яулаған Вадим Фәтхинуров, Екатеринбург хор капеллаһында йырлаусы Илнур Нуғаевтар менән бергә уҡыным. 18 кеше уҡырға ингәйнек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы бик һирәктәре генә сәнғәттә ҡалды.

– Һин дә юғары белемде Өфө сәнғәт институтының театр факультетында алғанһың...

– Мин вокал бүлегенә килергә теләгәйнем. Тик әҙерлек курсына ғына ҡабул иттеләр. Ул саҡта үҫмерлек максимализмы көслө булғандыр тим, һанға һуҡманым. Ә юғары белем кәрәклеген аңлай инем, Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка бүлегенә уҡырға индем. Аҙаҡ был аҙым өсөн уҡытыусылар әрләне. “Мөмкинлек булыу менән 1-се курсҡа, бюджет урынға алыр инек!” – тинеләр. Тик документтарҙы алып өлгөргәйнем. Педагогия институтындағы вокал уҡытыусыһы Нурия Вәкил ҡыҙы Мортазина мине күҙәтеп йөрөгәндер инде, 1-се курсты тамамлағанда театр факультетына барып ҡарарға тәҡдим итте. Үҙемде һынап ҡарамаҡ өсөн генә барғайным (шулай ҙа имтихандарға бик етди әҙерләндем), конкурстан үттем. Данлыҡлы педагог Фәрдүнә Ҡасимова курсына эләктем. Ике ай ярым эсендә бар күңелем менән ошо мөхит эсенә инеп киттем, буласаҡ һөнәрем оҡшай башланы. Тик ноябрь айында әрме хеҙмәтенә саҡырыу килде.

– Баш тартыу мөмкинлеге булманымы?

– Бәлки булғандыр. Әммә миндә ил алдындағы изге бурысымды мотлаҡ үтәргә кәрәк, тигән фекер йәшәй ине, баш тартыу тураһында бөтөнләй уйламаным. Әрме хеҙмәтен үтеүемә үкенмәйем. Ауыр булды, тип тә әйтә алмайым. Сөнки атайым бик талапсан, тәртип яратҡан кеше. Тыңлашмай, йә ҡушҡан эшен үтәмәй генә ҡара – аҡыл сыбығы “тәрбиәләп” кенә торҙо. Атай тәрбиәһе ниндәйҙер кимәлдә әрмегә әҙерлек икән. Ә әрме үҙ сиратында тормош мәктәбе. Ырымбур өлкәһенең Тоцское ҡалаһында хеҙмәт иттем. Берҙәмлектең ниндәй көскә эйә икәнен аңланым унда. Икенсенән, 15 йәштә ата-әсәйҙән айырылып сығып киттем, студент саҡта үҙ-үҙемде яҡларға тура килгәне булды. Тәүге осорҙа әрмелә лә һуғышырға, үҙемде яҡларға тура килде.

Ағайҙар ҙа үҙҙәренсә дәрес бирҙе: “Үләндән түбән дә, юғары ла булма. Алтын урталыҡты тап!” – тигәйнеләр. Уларҙың кәңәше менән “уртаса” ғына бер йыл хеҙмәт итеп, кесе сержант званиеһына эйә булып, тыуған яҡҡа ҡайттым.

– Артабан уҡыуыңды кемдәр менән дауам иттең?

– Миңә Фәрдүнә Ҡасимова курсында уҡыу ныҡ оҡшағайны. Шунда ҡалыу өсөн ҡайҙарға ғына ғариза яҙманым, кемдәрҙең генә ишеген шаҡыманым!? Бер йыл ҙур аралыҡ, етмәһә 1-се курста төп нигеҙ һалына – уҡыуымды 2-се курста дауам итеүемә бер кем дә риза булманы. Шулай итеп, мин ҡабат 1-се курстан, Таңсулпан Бабичева етәкселегендәге Салауат башҡорт драма театры өсөн йыйылған махсус төркөмдә дауам иттем. Курс бик татыу, дуҫ булды, был матур мөнәсәбәт һаман да дауам итә: йыш осрашабыҙ, хәл белешәбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Хәҙер инде мөмкинлек булһа тыуған көндәрҙе лә, байрамдарҙы ла ғаиләләр менән бергәләшеп билдәләйбеҙ.

Уҡытыусыларымдан уңдым. Таңсулпан Даһи ҡыҙы минең менән ныҡ шөғөлләнде. Диплом спектаклдәрендәге ролдәрем дә уңышлы булды. Вершинин ( Чеховтың “Три сестры”), Доменико Сориано (Эдуардо де Филиппо “Филумена Мартурано”), Аттилио (Эдуардо де Филиппо “Цилиндр”), Шағир (Рауил Бикбаевтың “Хазина” поэмаһы), Ҡаратау (Ҡәҙим Аралбаевтың “Ҡаратау тотҡоно” поэмаһы), Джафар (“Алладин” әкиәтендә) образдарын сәхнәләштерергә тура килде. Студент йылдары, спектакль репетициялары ғүмерҙең сағыу һәм матур бер мәле булып күңелдә һаҡлана.

– Ә ни өсөн театрға эшкә барманың?

– Унда эшләү ауыр икәнен аңланым. Спектаклдәге ваҡиғаларға бирелеп уйнаһаң, ундағы кисерештәрҙе үҙеңдән үткәрһәң, йөрәккә көс төшә. Бар ул, тәрәнгә төшөрмәй, техник алымдар, мимика менән еңел генә уйнап сыҡҡан артистар. Ә мин ундай түгел. Шуға ла, диплом алғас, эш эҙләп филармонияға барҙым. Тәүҙә “Ҡаруанһарай” төркөмөнә йырсы итеп алырға теләгәйнеләр. Режиссер Салауат Итбаев театр факультетын тамамлауымды белгәс, шиғыр һөйләтеп ҡараны ла, алып барыусы булып эшләргә тәҡдим итте. Ризалаштым. Һигеҙ йыл эшләү дәүерендә миңә ниндәй генә концерттар, кисәләр, саралар алып барырға тура килмәне икән?! Мөмкинлек булһа, араһында йырлауҙан да баш тартманым. Сөнки йыр һәр ваҡыт минең күңелдә булды һәм буласаҡ. Йыш ҡына тамашасылар килеп: “Һеҙгә алып барыусы түгел, йырсы булырға кәрәк!” – тип әйткәне булды.

– Артистар һәр саҡ шаян, йор һүҙле була кеүек. Һин тормошта ниндәй кеше?

– Бала саҡтан тыныс, етди кеше булдым. Бер ваҡытта ла юҡ һүҙ һөйләп йөрөгән кешеләрҙе аңламаным. Урынһыҙ шаяртыуҙар ҙа минең өсөн түгел. Йор һүҙлемен, тип тә әйтә алмайым. Ҡыҫҡаһы, тормошта артист түгелмен. Ә бына сәхнәгә сыҡһам, бөтөнләй икенсе кешегә әүереләм. Шаяртыуҙар ҙа килеп сыға, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ булһа тиҙ генә кәрәк яҡҡа бороп ебәрә алам. Драматик әҫәрҙәрҙе, лирик шиғырҙарҙы яратып башҡарам. Тамашасының энергияһы, кәйефе артистҡа күсеп, шундай тандем барлыҡҡа киләлер, моғайын.

Етди булһам да, кешеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел табам. Ҡайҙа барһам да, яттар менән танышып, рәхәтләнеп аралаша башлайым.

– Һиңә эшең тарафынан ғәҙелһеҙлектәр ҙә кисерергә тура килде бит инде. Шәхси тормошта ла моғайын барыһы ла һәйбәт кенә бармайҙыр. Ауыр мәлдәрҙе нисек үткәрәһең? Һин пессимистмы әллә оптимистмы?

– Оптимистмын. Киләсәккә һәр саҡ өмөт менән ҡарайым. Тик оптимист ҡайғыра белмәй тип уйламағыҙ. Улар бары тик ауырлыҡтарҙы еңергә көс таба, көрәшә. Һигеҙ йыл эшләп, сәбәпһеҙгә эштән ебәрел әле... Яратҡан, бар күңелеңде һалған эшеңдән, сәхнәнән айырылыу еңел булманы. Оҙаҡ ҡайғырҙым. Артистарға етәкселек тарафынан булған мөнәсәбәтте лә аңламаным. Алдан әйтмәйенсә, сәбәпһеҙ-ниһеҙ тиҫтәгә яҡын артисты урамға сығарып ебәреү ҡот осҡос хәл бит ул. Тик мин башҡалар кеүек зарланып, илап йөрөмәнем, судҡа мөрәжәғәт иттем. “Барыбер етәкселекте еңеп булмай. Барыһы ла улар ҡулында. Ни өсөн янъял ҡуптарып йөрөйһөң ул?” – тип әйтеүселәр булды. Эйе, системаны еңеп булмай. Судьяларҙың ҡылыҡтарына ҡарап та, юғарынан бирелгән әмер буйынса эшләгәндәрен күрәм. Әммә үҙемде яҡлап, нимәлер эшләп ҡарарға тейеш инем. Мин эшемә кире ҡайта алмаҫмын, шулай ҙа етәкселек киләсәктә таланты менән сәнғәткә хеҙмәт иткән артисты сәбәпһеҙгә эштән ебәрер алдынан аҙ ғына булһа ла уйланыр, тигән өмөттәмен.

Эш эҙләмәнем: туҡталып, киләсәк тураһында уйланып алырға кәрәк ине. Тормош бер урында ғына тормай, һәр ваҡыт алға бара. Юғалып ҡалмаҫ өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Һынау менән мөмкинселектәр асыла бит. Репертуар тупларға, йырҙар яҙҙырырға, клиптар төшөрөргә кәрәклеген аңланым. Хәҙер ошо йүнәлештә эшләйем.

– Ә ошондай ғәҙелһеҙлектәрҙән һуң сәнғәт юлынан киткәнеңә үкенмәйһеңме?

– Юҡ. Сөнки минең өсөн тамашасылар һөйөүе, фекере мөһимерәк. Киреһенсә, сәмләнеп эшләргә ниндәйҙер стимул барлыҡҡа килде.

– Һин концерттарҙы һәр ваҡыт мәҙәнитле, матур итеп алып бараһың. Шул уҡ ваҡытта халыҡ эркелеп, билдән түбән юмор булған тамашаларға йөрөй. Һинең быға ҡарашың нисек?

– Шәхсән үҙем ундай концерттарға йөрөмәйем. Ә инде башҡалар йөрөй икән, тимәк кәрәк. Фекерем шулай: башҡаларҙы тәнҡитләргә кәрәкмәй. Һүҙ менән булғансы кеше уларға түгел, ә һиңә килерлек итеп юғары кимәлле, матур концерт эшлә. Юғиһә шундай мода китте: ижадсы үҙе эшләмәй, ә башҡаларҙы тәнҡитләй. Уларға йөрөгән тамашасының зауығы юҡ, тип зарлана. Ә үҙе хәлде үҙгәртер өсөн ҡыл да ҡыбырлатмай.

– Репертуар нисек һайлайһың?

– Әҫәр, йыр минең күңелде нисектер тетрәндерергә, йә дәртләндерергә тейеш. Үҙем битараф ҡалам икән, нисек тамашасыға еткерәйем? Интернет селтәре аша ижад иткән йырҙарын, шиғырҙарын тәҡдим итеүселәр бар. Эҙләнәм, тыңларға, уҡырға тырышам.

– Ғаиләң менән дә таныштырып үт әле.

– Ҡатыным Гөлнара һөнәре буйынса уҡытыусы. Башҡорт дәүләт унверситетының башҡорт филология факультетын тамамлап, Өфө авиация техникумында эшләп йөрөй. Илеш районында тыуған, Салаут ҡалаһында үҫкән. Беҙҙе Тимур Рамазанов менән уның буласаҡ ҡатыны Гүзәлиә таныштырғайны. Бер-беребеҙҙе тәү ҡараштан оҡшаттыҡ һәм йыл ярым дуҫлашып йөрөп, өйләнештек. Ғаилә ҡороуыбыҙға быйыл ун йыл. Ул мине тыныс, ышаныслы булмышы менән әсир итте. Артист булараҡ мин эмоцианаль кеше инем. Яйлап ҡына үҙенең тыныслығы менән мине лә үҙ ыңғайына төшөрөп алды, шикелле. Яратҡан кешем, таяныр таянысым, кәңешсем һәм ярҙамсым. Ауырлыҡтар иһә мөнәсәбәттәрҙе нығытты кеүек кенә. Беҙҙең тормошҡа ҡараш та, фекерҙәр ҙә, характерҙар ҙа бер иш. Парлы тормошобоҙ дөйөм ятаҡ бүлмәһендә башланып киткәйне, Аллаһҡа шөкөр, фатирлы булдыҡ. Ралина ҡыҙыбыҙға туғыҙ йәш. Йырларға, бейергә ярата. Тик уның сәнғәт юлынан китеүен теләмәйем.

– Ә ялдарың нисек үтә?

– Иң яҡшы ял атайым менән әсәйем янында үтә. Беҙ нисә генә йәштә булһаҡ та, күңел менән бала булып ҡалабыҙ. Ә яҡын кешеләребеҙ иҫән икән, был донъялағы иң ҙур бәхет. Ошо бәхет мөмкин тиклем оҙағыраҡ булһын, тип теләйем. Мөмкинлек булған һайын ата-әсәйем йәки ҡәйнәм янына ҡайтып, хәл белешеп, иркенләп ултырып сәй эсеп, эштәрен башҡарырға ярҙам итеп ҡайтырға тырышам. Тән генә түгел, ә йән дә ял итә.

– Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанаһыңмы? Юғары көстәр тарафынан ниндәйҙер иҫкәртеүҙәр, юл күрһәтеүҙәр булғаны бармы?

– Әлбиттә ышанам. Ул беҙҙе бар иткән. Һәр ваҡыт уға рәхмәтле булып, ярҙамына ышанып йәшәйем. Аллаһ һаҡлаһын, тип һыйынабыҙ, Аллаһҡа шөкөр, тип рәхмәт әйтәм.

9-сы класты тамамлағас, йырсы булам, тип еңгәйем менән Өфөгә килдек. Ә үҙебеҙ ҡайҙа барырға, эште нимәнән башларға икәнен дә белмәйбеҙ. Ни адрес юҡ. Автобустан төшөү менән Салауат Юлаев һәйкәлен күрергә юлландыҡ. Еңгәй шунда йөрөгән кешеләрҙән һорашырға булып китте һәм сал сәсле бер бабайға һүҙ ҡушты. Ә ул ултыртып алыптырып, беҙҙән ентекле һораша башланы. Йырларға яратам, тигәс, ул сәнғәт училищеһының адресын әйтеп, нисек барырға өйрәтте. Имтихандар тураһында һөйләне. Аҙаҡ белеүемсә, ул Башҡортостандың халыҡ артисы Мәүлитбай Ғәйнетдинов булып сыҡты. Аҙаҡ, институтта Пауло Коэльоның “Алхимик” әҫәрен уҡып сыҡтым. Унда Сантьяго яҙмышында ҙур роль уйнаған, киләсәккә йүнәлеш биргән Мельхиседек ҡарт персонажы бар. Мәүлитбай ағай яҙмышымда шундай кеше булғандыр тип уйлайым. Аллаһы Тәғәлә юлыма үҙе сығарғандыр. Хәйер, тормоштағы һәр осраҡлылыҡ, һәр эш тик уның ҡушыуы менән башҡарыла.

Икенсе осраҡ: мин бала саҡта әсәйемә бер күрәҙәсе апай: “Улығыҙҙың маңлайында йондоҙ бар,” – тип әйткән. Ул саҡта иҫтибар ҙа итмәгәндәр, аңламаған да. Артист булып эшләй башлағас, әсәй уның һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөндөм, тине. Тимәк, артист тормошо, сәхнә, сәнғәт, ижад минең яҙмышыма яҙылған, тип уйлайым.

– Киләсәккә ижад буйынса ниндәй уй-ниәттәрең, хыялдарың бар?

– Тәү сиратта шәхсән концертымды эшләргә ниәтләйем. Был минең ниндәйҙер мөҡәддәс, изге бурысым. Миңә ышанған, яҡты киләсәк юраған, кешеләрҙең өмөтөн аҡларға тейешмен. Уҡытыусыларымдың түккән хеҙмәте баһаланһын өсөн. Һәм әлбиттә, үҙемдең һөнәри оҫталығымды, алған белемемде, тәбиғәт биргән талантымды күрһәтергә тейешмен. Атайым-әсәйем, ғаиләм, ижадыма битараф булмаған тамашасым алдында бурысым был.

Тағы ла яңы йырҙар яҙҙырырға, әҫәрҙәр өйрәнергә, клиптар төшөрөргә кәрәк. Һүҙ сәнғәте артисы булараҡ та, йырсы булараҡ та репертуар тупларға кәрәк.

– Уй-ниәттәрең мотлаҡ тормошҡа ашар, Аллаһ бирһә! Уңыштар һиңә, Зөлфир.

 

                                Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в