Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
8 Августа 2022, 03:05

Искәндәр, тыуған көнөң менән!

Бөгөн  популяр йырсы Искәндәр Ғәзизов тыуған көнөн билдәләй. Искәндәр, ғүмер байрамың менән тәбрикләп, ныҡлы таҙалыҡ, ғаилә бәхеттәре, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Искәндәр, тыуған көнөң менән!Искәндәр, тыуған көнөң менән!
Искәндәр, тыуған көнөң менән!

Искәндәр Ғәзизов — башҡорт эстрадаһында сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Йырсы булыу уның булмышына яҙылғандыр. Бала саҡтан башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың мәртәбәле бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай ул. Белорет районында Заһир Исмәғилев исемендәге, йә иһә “Ирәндек моңдары” төбәк-ара конкурстары булһынмы — барыһында ла ал бирмәй буласаҡ йырсы.

Ҙур сәхнәгә ул үҫмер сағында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың концертында беренсе тапҡыр сыға. Халыҡ йырҙарының береһен башҡарып, тамашасыларҙы моңло тауышына ғашиҡ итә. Артабан Искәндәр Ғәзизов “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо” фестивалдәрендә призлы урындарға лайыҡ була. “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсында “Йыл асышы” номинацияһында билдәләнә.
Буласаҡ йырсы баш ҡалабыҙҙағы сәнғәт училищеһында, уны тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. Йыр-моң серҙәренә уны Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле йырсы Вахит Хызыров һәм оҫта педагог Фәрзәнә Сәғитова төшөндөрә. Искәндәр студент йылдарында “Өфө егеттәре” төркөмө составында сығыш яһай. Уның башҡарыуында “Атай, әсәй”, “Һинең менән шундай рәхәт миңә”, “Йәй ғүмере”, “Сер бирмә” һәм башҡа йырҙар тамашасы күңеленә хуш килде.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас