

БАССР-ҙың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исем. дәүләт, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт, К.С.Станиславский исем. Халыҡ-ара премиялар лауреаты ОЛЕГ ЗАКИР УЛЫ ХАНОВТЫҢ ТЫУҒАН КӨН.
Олег Закир улы Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закирйән Ханов) тыуған. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
Олег Ханов — актёр оҫталығы кафедраһы профессоры, 2005 йылдан Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының (русса Петровская академия наук и искусств) ағза — корреспонденты.
Башҡорт Википедияһынан.