

Бәғзеләрҙең тәүлегендә 24 кенә түгел, ә 48 сәғәттер, моғайын. Ҡайһы арала, ҡайһы мәлдә барыһына өлгөрәләрҙер, иҫең китер. Әллә төндәрен йоҡламайҙар?.. Бына әле Айгиз АҪЫЛБӘКОВ атлы егеткә аптырап ултырам. Спорт менән шөғөлләнеп тә, сәс киҫеп тә, вайндар төшөрөп тә, ҡыҙыл диплом да алып өлгөрә. “Уның тәүлегендә сәғәттәре күберәк”, — тип, егеттең тырышлығын кәметеп, мыжып ултырыуым да килешмәҫ. Айгиз яуапҡа нимә тип әйтерен беләм: “Мыжып ҡына бер ни эшләп булмай”. “Шоңҡар”ҙың август һанында Заһиҙә Мусина ана шундай шәп замандашыбыҙ менән таныштыра. Журналдың был һанында ла өлгөлө, алтын ҡуллы йәштәребеҙ хаҡында уҡырға мөмкин.
Күҙҙең яуын алып, тирә-яҡҡа хуш еҫ таратҡан гөлләмәләр алырға ла, бүләк итергә лә барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Тик өҙөлгән сәскәләрҙең ғүмере һынаулы ғына шул. Күпме тәрбиәләһәң дә, улар менән бер нисә көндән хушлашырға тура килә. Әммә бөгөнгө көндә оҫта ҡуллы замандаштарыбыҙ тарафынан флористика өлкәһендә лә ҙур үҙгәрештәр бар. Гөлләмәнең файҙалы ла, тәмле лә булыу серҙәрен уларҙы эшләүсе Эльвира ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА менән ҡыҙыҡлы яҙма бирелгән.
Мәшһүр грузин яҙыусыһы Нодар Думбадзеның “Мин ҡояшты күрәм” повесының аҙағы баҫылған. Йәнә Рәмил Ғимрановтың хикәйәһе, Миләүшә Һатыбаловның шиғри шәлкеме уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын. Ҡыҫҡаһы, барыһы хаҡында ла журналдың яңы һанын алғас, үҙегеҙ күрерһегеҙ. 