Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
21 Август 2022, 04:45

Көтә мине ғәзиз Күлләрем

Боронғо башҡорт ауылы Күлләрҙә "Һаумыһығыҙ,ауылдаштар"байрамы үтте. Элекке мәктәп урынында үҫеп ҡалған ҡайынлыҡта бик күп ҡунаҡтар йыйылды, күркәм табындар ҡоролдо,урындағы ҡул оҫталарының эштәренән күргәҙмәләр ҡуйылды,шәжәрәләр эленде.

Көтә мине ғәзиз КүлләремКөтә мине ғәзиз Күлләрем
Көтә мине ғәзиз Күлләрем

 

К Ү Л Л Ә Р Е М
Алыҫтарҙан иҫеп сәләм әйтә
Тыуған яҡтың таныш елдәре.
Һағынған,ахыры,ауылҡайым,
Көтә мине ғәзиз Күлләрем.

Эй,Күлләрем,тыуып үҫкән ерем -
Һәр ваҡытта минең уйымда!
Ғүмеремдең иң бәхетле сағы
Үткәненә һинең ҡуйында.

Йәмле яҙҙа бөҙрә әрәмәләр
Һандуғастың тула моңона.
Пар аҡҡоштар ҡайтып ояһына
Һинең күлдәреңдә ҡойона.

Юҡҡамы ни, ошо хозур ерҙе
Олатайҙар төйәк иткәндәр?!
Бөгөнгөнөң ныҡлы нигеҙе ул -
Данға лайыҡ һинең үткәндәр.

Тарих биттәрендә ҡалған Күлләр -
Дыуан-Табындарҙың үҙәге;
Иман биргән мәсет,мәҙрәсәң дә
Динебеҙҙең сағыу биҙәге.

Ил таяныр батыр ирҙәрең дә
Ошо йомарт ерҙә тыуғандар:
Ҡәҙербирҙе,Мөхәмәтәминдәр
Француз яуын ҡыйыу ҡыуғандар.

Күпме яугир Ватан өсөн яуҙа
Башын һалды.Ҡайтты яралы.
Нисәмә йыл улар онотолмай,
Йөрәк һаҡлай һаман яраны.

Әүәлдән үк тыуған ауылымда
Донъя көтә тырыш,уңғандар.
Үткәндәрен белеп,барлап,тойоп,
Киләсәктең нигеҙҙәрен ҡойоп,
Матур йәшәй бында туғандар.

-Бәләкәй бит,-тимә ауылымды-
(Ваҡ булһа ла алтын ҡиммәт ул.)
Бөтә ерҙән ул иң ҡәҙерлеһе -
Йәшәү өсөн беҙгә һиммәт ул!



Боронғо башҡорт ауылы Күлләрҙә "Һаумыһығыҙ,ауылдаштар"байрамы үтте. Элекке мәктәп урынында үҫеп ҡалған ҡайынлыҡта бик күп ҡунаҡтар йыйылды, күркәм табындар ҡоролдо,урындағы ҡул оҫталарының эштәренән күргәҙмәләр ҡуйылды,шәжәрәләр эленде.
Күлләр ауылы халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ҡотлау өсөн һүҙҙе миңә бирҙеләр.Ефремкино ауыл биләмәһе башлығы Наталья Иванова эштәргә баһа биреп
бик күп күптәргә бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында ауылдың иң оло кешеләре,иң бәләкәсе, йәш ғаиләләр, никах юбилейын еткергәндәр,байрамды әҙерләүҙә ҡатнашҡандар һ.б.бар ине. Шулай уҡ, йыйылғандарҙы район хакимиәте башлығының урынбаҫары,сығышы менән Күлләр ауылы егете Рәсил Исламов,Николаевка ауыл биләмәһе башлығы Раүилә Култыгиналар ҡотланы.
Матур сараны театрлаштырылған сәхнә асып ебәрҙе. Күршеләрен ҡотларға Иҫке Бәпес ауыл мәҙәниәт йорто, район мәҙәниәт һарайы артистары килделәр.
Йыр - моң көнө буйы яңғырап торҙо. Шатланып осраштылар яҡташтар, ә туғандар ҡунаҡ булып йорттарға таралдылар.
Ауылдың тарихы бик бай. Шуға ла мәғлүмәттәр туплап,китап сығарырға,тигән эшлекле тәҡдим яһалды.

Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ.

Ҡырмыҫҡалы районы. 

 

Автор:
Читайте нас