

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Данил Дәүләтша улы Хәсәншин 1937 йылдың 22 авгусында Илеш районының Сүлте ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә.
Урта мәктәпте һәм Үрге Йәркәй ауылындағы тракторсылар курсын тамамлағандан һуң тыуған колхозында эшләй, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Бәләкәй ваҡытынан, шулай уҡ армияла сағында ла баянда уйнай.
1965 йылда Өфө музыка-педагогия училищеһын тамамлай, музыка уҡытыусыһы булып эшләй. 1967—1972 йылдарҙа Ҡазан дәүләт консерваторияһында уҡый. 1980 йылда ассистентура стажировкаһы үтә.
Композитор булараҡ, Данил Хәсәншин әҫәрҙәрендә патриотик темаға өҫтөнлөк бирә.
Д. Д. Хәсәншиндың улы Азамат Хәсәншин[1] — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз башҡарыуы һәм тауыш режиссураһы кафедраһы доценты.
Хәсәншин Д. Д. — төрлө жанрҙары күп һанлы музыкаль әҫәрҙәр авторы.
Алты симфония, «Бөйөк рядовой» операһы, «Туй» балеты, симфоник, хор, камера-инструменталь һәм камера-вокаль әҫәрҙәр.
Фронтовик шағирҙар шиғырҙарына «Фронт йырҙары» кантатаһы.
Оркестр өсөн «Әйтеш» концерты. «Халыҡ тормошонан күренештәр» ораторияһы.
Скрипка һәм симфоник оркестр өсөн «Концерт-аҙан» жанрында скрипка һәм симфоник оркестр өсөн концерт-симфониялар циклы.
Сығанаҡ: Башҡортса Википедия.