Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
24 Август 2022, 03:40

ТЕГЕНДӘ ЭҪЕРӘК БУЛАСАҠ

Магазин тапҡырындағы бер шортый ғына кейеп алған егет (дин ҡанундарынса ирҙәрҙең ғәүрәте, йәғни сит-ят кешегә күрһәтергә ярамаған ере – кендектән тубыҡҡаса, шортик та әле ғәүрәтте ҡапламай, гонаһҡа батыуға сәбәпсе “кейем”) мине, үҙе уйлағанса “ныҡ кейенеп алған” кешене, йәлләптер, буғай: “ Һеҙгә эҫе түгелме?”-тип һораны.

ТЕГЕНДӘ ЭҪЕРӘК БУЛАСАҠТЕГЕНДӘ ЭҪЕРӘК БУЛАСАҠ
ТЕГЕНДӘ ЭҪЕРӘК БУЛАСАҠ

Быйылғы август һалҡын июнде компенсацияланы – көндәр йылы ғына түгел, эҫе торҙо.
Ҡәҙимгесә( мосолманса) кейенеп эштән ҡайтып киләм. Магазин тапҡырындағы бер шортый ғына кейеп алған егет (дин ҡанундарынса ирҙәрҙең ғәүрәте, йәғни сит-ят кешегә күрһәтергә ярамаған ере – кендектән тубыҡҡаса, шортик та әле ғәүрәтте ҡапламай, гонаһҡа батыуға сәбәпсе “кейем”) мине, үҙе уйлағанса “ныҡ кейенеп алған” кешене, йәлләптер, буғай: “ Һеҙгә эҫе түгелме?”-тип һораны.
Юҡ, мәйтәм, тегендә (тамуҡта) тағы ла эҫе буласаҡ, шунда эләкмәҫкә ине, тип (сөнки Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға Ҡөрьән аяты менән ҡапланып (башҡа – яулыҡ ябынып, бөтөн ғәүрәтте (ҡул суғы менән бит-йөҙҙән башҡа ерҙе) ҡаплап йөрөргә ҡушҡан) тырышып йөрөлә инде.
Эйе, Ҡөрьән аятында ла, хәҙистәрҙә лә йәһәннәм утының ныҡ көслө булыуы хаҡында әйтелә.
“ Тамуҡ уты бынан да (был донъялағы эҫенән дә) хәтәр эҫе буласаҡ.” (“ Тәүбә “ сүрәһе, 81-се аят).
Әнәс ибн Мәликтән (радыйаллаһу ғәнһү) еткерелә: “ Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм беҙгә, ысынбарлыҡта, был донъялағы ут йәһәннәм утының 1/70 өлөшөн тәшкил итә (йәғни, тамуҡ уты был донъяла беҙ файҙаланған уттан 70 тапҡыр көслө). Ул ике тапҡыр диңгеҙгә тығып алынды, юғиһә Аллаһ ул утты һеҙҙең берегеҙгә лә файҙалы итмәҫ ине, тип әйтте”-, тине. (Ибн Мәджә, Зухд:37, №4318).
Эйе, яулыҡҡа һәм мосолманса кейем кейгәнгә юҡ –юҡта бәйләнеп, телдәре менән сағып торалар. Уларға кәңәшем – Ҡөрьән һәм хәҙистәргә күҙ һалығыҙ әле, зинһар! Фекерегеҙ ҡырҡа үҙгәрер. Беҙ, күпселек фекеренсә, “эҫелә лә сырманып йөрөүселәр” Аллаһтан, был донъялағы уттан 70 тапҡыр көслө булған тамуҡ утынан ҡурҡыусылар ғына... Сырманып-ҡапланып йөрөүебеҙ ҙә, мода өсөн дә, бер кем өсөн дә түгел - Аллаһ ризалығын өмөт итеп...

Сығанаҡ: "Таң" гәзите.

 

 

Автор:
Читайте нас