Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
26 Август 2022, 06:05

Орден өсөн - 500 мең, миҙал өсөн 200 мең һум

Ә һеҙҙең арала күа балалы әсәләр бармы? 

Орден өсөн - 500 мең,  миҙал өсөн  200 мең һумОрден өсөн - 500 мең,  миҙал өсөн  200 мең һум
Орден өсөн - 500 мең, миҙал өсөн 200 мең һум

Рәсәй Хөкүмәтендә герой-әсәләргә, шулай уҡ «Ата-әсәлек даны» миҙалы һәм ордены менән бүләкләнгән ата-әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр күләме раҫланды. Михаил Мишустин ҡул ҡуйған тейешле ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Хәҙер «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға –  1 миллион, «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнгән ата-әсәләргә– 500 мең, ә миҙал өсөн 200 мең һум түләнә башлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса быйылдан «Герой-әсә» исеме бирелә башлай. Уға 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән -ҡыҙҙар дәғүә итергә мөмкин. «Ата-әсәлек даны» ордены – ете һәм унан күберәк, ә миҙалы дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән өсөн тапшырыла.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас