Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
2 Сентябрь 2022, 03:10

" Минең берәй тапҡыр яуыз кешене уйнағым килә ине"

 Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың  Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Фәнис Рәхмәтовтың тыуған көнө. Актерҙы тыуған көнө менән ҡотлап, бәхетле ғүмер, сәләмәтлек, тағы ла ижади үрҙәр теләйбеҙ! "Шоңҡар"ҙар. 

" Минең берәй тапҡыр яуыз кешене уйнағым килә ине"" Минең берәй тапҡыр яуыз кешене уйнағым килә ине"
" Минең берәй тапҡыр яуыз кешене уйнағым килә ине"

 

– Һин эште яратып башҡарырға кәрәк, тиһең. Бөтә геройҙарыңды ла яратаһыңмы? Малай, Әхмәт, Басир – улары аңлашыла. Ә бына «Хыялға ҡаршы» спектаклендәге яуыз Даянды? Уны ла яратаһыңмы?

– Яратам! Ғөмүмән, минең берәй тапҡыр яуыз кешене уйнағым килә ине. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесын уҡып сыҡҡас, эх, мелодрама була инде, халыҡты илата инде, тип уйлап ҡуйғайным. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ сентименталь, романтик рухлы. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев повесть менән эшләй башлағанда ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар килеп тыуҙы, ул: әгәр ҙә кемдең күңеленә был әҫәр ятмай икән, уйындан баш тарта алаһығыҙ, тине. Бер нисә артист баш тартты, ете егет кенә ҡалдыҡ. (Ете һаны миңә бигерәк тә яҡын. Ул мине гел генә оҙата килә һымаҡ). Йәш драматург Ангиза Ишбулдина сәхнә вариантын яҙҙы, беҙ, артистар ҙа үҙебеҙҙең варианттарыбыҙҙы эшләп алып килеп ҡараныҡ. Күмәкләшеп премьераға тиклем спектаклде әүәләнек. Мин үҙем икеләндем, нисек сығыр икән был спектакль, эштең башына нисек етербеҙ икән тип. Сөнки повесты бөтәһе лә уҡып сыҡҡан, халыҡ әҫәр менән таныш, сәхнә вариантын тамашасы нисек ҡабул итер икән, тигән шиктәр тыуҙы. Ләкин спектаклдең биҙәлешенән алып, музыкаһына хәтлем, режиссер менән бер һүҙле булып эшләнек. Миңә ҡалһа, премьерала спектаклебеҙ сәпәне генә. Яңыраҡ спектакль менән Бүрәт Республикаһында халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаштыҡ. Фестивалде ойоштороусылар тап «Хыялға ҡаршы»ны һайлап алғандар, сөнки ул башҡаларға өлгө булырлыҡ хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт итеүсе заманса спектакль. Шуға күрә лә беҙҙең театр фестивалде тамамлап ҡуйҙы.

Архив. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас