Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2022, 14:55

Талант эйәһе, матур ҡатын, изге йөрәкле әсә...

"Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбленең хор артисы Сәлимә Юлдашбаева йырҙарын тыңлап алайыҡ... Ул -музыкаль ғаиләнән. Атаһы һәүәҫкәр композитор Юлай Моратов мәрхүмде белмәгән кеше юҡ. Әсәһе Айһылыу Солтан ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан. Ғаиләләге ун баланың һәр береһе музыкаль белемгә эйә...  

Талант эйәһе, матур ҡатын, изге йөрәкле әсә...
Талант эйәһе, матур ҡатын, изге йөрәкле әсә...

Күп балалы, татыу ғаиләлә үҫкән Сәлимә үҙе лә ҙур ғаилә тураһында хыялланған. Бөгөн ул тормош иптәше Салауат Юлдашбаев (Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры) менән өс бала тәрбиәләй. Самира, Тамерлан, Арыҫлан тигән бик матур башҡорт исемдәрен ҡушҡандар.

Талантлы йырсы, матур ҡатын, изге йөрәкле әсәй, уңған хужабикә, аҡыллы ир ҡатыны - Сәлимәгә был матур маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәй әйтергә була. Уның асылына уларҙың барыһы ла һыйған...

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: