Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 06:20

Кәрәкһеҙҙәр үҙҙәре үк “йәбешергә” әҙер

Олатай менән ейәне түтәлдәрҙәге ҡый үләндәрен утап йөрөй икән.

Кәрәкһеҙҙәр үҙҙәре үк “йәбешергә” әҙерКәрәкһеҙҙәр үҙҙәре үк “йәбешергә” әҙер
Кәрәкһеҙҙәр үҙҙәре үк “йәбешергә” әҙер

Олатай менән ейәне түтәлдәрҙәге ҡый үләндәрен утап йөрөй икән.

– Бер ни ҙә аңламайым... – тип бошонҡо тауыш менән әйтеп ҡуйған малай. – Беҙ сәскән, көн дә һыу ҡойған үҫентеләр һаман йүнләп үҫеп китә алмай. Ә бер ниндәй иғтибар булмаған ҡый үләндәре бөтөн ерҙе баҫып бара...

Олатай йылмайып ҡуйған:

– Тормошта ла шулай, улым. Әҙәм балаһы өсөн әһәмиәтле, ҡиммәт булған һәр нәмә унан күп хәстәрлек, иғтибар, көс талап итә. Ә кәрәкһеҙҙәр үҙҙәре үк “йәбешергә” әҙер. Тормошто боҙмаһындар өсөн уларҙы ваҡытында “йолҡоп” ташларға кәрәк.

Фото: stihi.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас