Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Сентябрь 2022, 08:25

Ҡотоевтың ҡотло моң донъяһы

Әйткәндәй, бөгөн шәп йырсы Марсель Ҡотоевтың ғүмер байрамы. Моң эйәһен тыуған көнө менән тәбрикләп, барлыҡ изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Ҡотоевтың ҡотло моң донъяһы
Ҡотоевтың ҡотло моң донъяһы

Уның менән Урал тауҙарына үрләгәнем булды, ҡаяларҙы йырып аҡҡан йылғаларҙы кистек, ябырылып килгән дошман яуына ташландыҡ, йәйрәп ятҡан дала киңлегендә ҡурай моңон тыңланыҡ... Хәйер, бер мин генәме ни, Марсель Ҡотоевтың йыр сихырына эйәреп сәфәргә сыҡҡан кешеләрҙе туплаһаң, тотош ғәскәр булыр.
Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуып үҫкән егет башҡарған халыҡ йырҙарының арбағыс көсө нимәлә һуң, моң тамыры ҡайҙан һут һура? Әйҙәгеҙ, ошолар хаҡында йырсы менән һөйләшеп алайыҡ.

– Марсель, әйтмәһәң дә белеп торам, моң тамырың – тыуған ереңдә. Бай­маҡ һынлы гүзәл тәбиғәт ҡосағында үҫкән кешенең моңһоҙ булыуы мөм­кин түгел. Ә бына шул тамырҙарҙы нимәләр һутландырҙы, нимәләр һуғарҙы икән?
– Әлеге һинең тоҫмаллауыңса, тәбиғәттән киләлер. Атай-әсәйемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, өс йәшемдә йырлай башлағанмын.
– О-һо!..
– Мәктәптә уҡығанда йыр дәрес­тәрен ярата торғайным. Шул саҡта уҡ мәктәп, район исеменән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша башланым. IX класты тамам­лағас, Өфө сәнғәт учили­ще­һының йыр бүлегенә килгәйнем, ҡабул итмәнеләр.
– Нишләп?!
– Аңлатыуҙарынса, ул йәштә малайҙар күсеү осорон кисерә. Тауыш үҙгәргән мәлдә йырларға ярамай икән. Шулай ҙа күңелде һүрмәнеләр, мәктәпте тамамлағас килерһең, тинеләр.
– Ҡайтып китергә тура килдеме?
– Ҡайтырға булғайным, уҡытыусылар: “Ҡайтып йөрөмә, йә юғалып ҡуйырһың”, – тиҙәр. “Нимә эшләргә һуң?” – тим, аптырап. “Ниндәй музыка ҡоралында уйнай беләһең?” – тип ҡыҙыҡһындылар. Мин әйтәм: “Ҡурайҙа”. “Улай булғас, әйҙә, ҡурай бүлегенә алабыҙ”, – тиҙәр. Шулай итеп, ике йыл ошо бүлектә уҡыным. Үҙең беләһең, Баймаҡ яҡын ара түгел, йөрөүе бер этлек. Хәҙер генә ул студенттар үҙ машинаһында выжлатып килеп төшә. Ул саҡта беҙ поезд менән йөрөнөк. Сибайҙа сәнғәт училищеһының филиалы асылғас, уның директоры Башҡортостандың халыҡ артисы Камил Вәлиев мине үҙенең класына – йыр бүлегенә алды. Төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша башлауым шул осорға тура килә.
– Иң тәүге еңеүеңде хәтерләйһеңме?
– У-у, онотоп буламы ни!.. Тәүге еңеү тәүге мөхәббәт кеүек йөрәктә ҡала. Быныһын шаяртыбыраҡ әйтәм, әлбиттә. 2002 йылда “Башҡортостан йондоҙсоғо” тигән конкурста гран-при яуланым. Бынан һуң төбәк-ара, классик йырҙар буйынса бәйгеләрҙә еңеүҙәр күп булды.
– Классик йырҙар тигәндән, күңелеңә ҡайһы йырсы илһам өрә?
– Бала саҡтан башҡорт халыҡ йырҙарын яраттым. Мәғәфүр Хисмәтуллинды иҫем китеп тыңлай торғайным. Һанап китһәң, күп улар: Сөләймән Абдуллин, Азамат Тимеров һәм башҡалар... Ғөмүмән, халыҡ йырҙары бишектән үк йөрәгемә һеңеп ҡалған тиһәм дә шаштырыу булмаҫтыр. Әсәйем, атайым, өләсәйем халыҡ йырҙарын яратып тыңлай, үҙҙәренә лә моң “еле” ҡағылған. Аҙаҡ инде, уҡып йөрөгәндә, классик сәнғәт арбаны. Заһир Исмәғилевтең “Салауат арияһы” әсир итте, Лучано Паваротти кумирыма әйләнде, Бочелли әсир итте... Ғөмү­мән, башҡорт халыҡ йырҙары ла итальяндарҙың классик йырҙарына тартым.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: