Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Сентябрь 2022, 14:55

Илһам Байбулдин - Кремль һарайында

Илһам Ханнан улын мәртәбәле бүләге менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ! "Шоңҡар"ҙар. 

Илһам Байбулдин - Кремль һарайында
Илһам Байбулдин - Кремль һарайында

Кремль һарайында 2021 йыл өсөн «Рәсәй күңеле» Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаттарын бүләкләнеләр. Лауреаттарға был юғары наградаларҙы В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт халыҡ ижады йорто директоры, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын ойоштороу комитеты ағзаһы Тамара Валентиновна Пуртова тапшырҙы һәм уларҙың халыҡ ижадын үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға индергән ҙур өлөшөн билдәләне.
 «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында яҡташыбыҙ, Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан башҡорт эпостарын башҡарыусы, халыҡ сәсәне Байбулдин Илһам Ханнан улы бүләкләнде. АФАРИН! Ҡотлайбыҙ, илһамлы ижад теләйбеҙ!
«Рәсәй күңеле» премияһы 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән булдырылған. Ул халыҡтың художество традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге күп йыллыҡ хеҙмәте һәм уңышлы эшмәкәрлеге, шулай уҡ халыҡ музыкаһы, халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, традицион халыҡ мәҙәниәте, халыҡ оҫтаһы кеүек 5 номинацияла ҙур ижади ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: