Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Сентябрь 2022, 12:10

“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты

Һеҙ "Шоңҡар" журналын уҡыйһығыҙмы? Айырыуса нимәләр хаҡында уҡырға яратаһығыҙ? 

“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты
“Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты

Үҙенсәлекле проекттары, йыр-моңдары менән халыҡҡа танылған дирижер һәм композитор, оркестрҙар етәксеһе, күп кенә оранжировкалар эшләүсе музыкант Ринат Камалов ниндәй кеше? Тормошҡа ҡарашы нисек, ниндәй уйҙар менән яна, нимә борсой, ҡайҙа табан юл алған? Ябай ғаиләлә үҫкән кисәге ауыл егете нисек ошондай бейеклеккә өлгәшкән?  Журналдың тәүге биттәрендә Гөлсинә Йосопованың “Егерме йәшемдә үк хыялдарымды яҙып ҡуйғанмын...” тигән мәҡәләлә Ринат Камалов менән танышырға мөмкин.

“Әҙәби мираҫ” рубрикаһында яҙыусы Фәнил Әсәновтың “Яралы мөхәббәт” тигән повесы ла журнал уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын.

Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе Зөфәр Йәнекәев  “Быуаттар тоташҡанда” тигән иҫтәлектәрендә  үҙенең бала сағы, ата-әсәһе, тормош һәм  хеҙмәт юлы хаҡында мауыҡтырғыс тел менән һүрәтләй. 

Йәш шағирә Динара Һаҙыеваның бер шәлкем шиғырҙары донъя күргән.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: