Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Сентябрь 2022, 08:55

"Ул да миңә ғашиҡ булған да ҡуйған"

Миңә илай-илай хаттар ҙа яҙҙы. Уның дүрт табаҡлыҡ мөхәббәт хатын уҡып, атайымдың да күҙҙәре йәшләнгәйне хатта. Шунан нисек түҙәһең – риза булдым кейәүгә сығырға! Әйткәндәй, Баязит Байназаровтың йырҙары һеҙгә оҡшаймы? 

"Ул да миңә ғашиҡ булған да ҡуйған"
"Ул да миңә ғашиҡ булған да ҡуйған"

Ут кеүек янып торған Гөлнара менән төптән уйлап эшләүсе, аҙ һүҙле, тыныс холоҡло Баязит тормоштоң төрлө мәлдәрен, ауыр саҡтарҙы ла күреп, инде бөгөн Хоҙай тарафынан яҙылмыш парҙар икәнен аңлау дәрәжәһенә еткән шәхестәр.

...Сибай филармонияһы алды гөж килә. Шулай булмай һуң, “Ирәндек моңдары” йыр бәйгеһе асылған мәл бит. Был мәртәбәле сараның алып барыусыһы - Бөрйән ҡыҙы Гөлнара Яманаева айырыуса тулҡынлана – берҙән, бигерәк яуаплы сара, икенсенән, аңғармаҫтан ғына күҙҙәре осрашҡан анауы ҡара ҡашлы, ҡара күҙле егеттең ҡараштары албырғатты... Егеттәр ҡарашынан ебеп төшә торған ҡыҙ ҙа түгел һымаҡ былай. Тик... Был юлы әллә нишләне лә ҡуйҙы. Шулай уҡ тәү ҡараштан ғашиҡ булыу ялҡынында янған егеттең күкрәк төбөнән урғылған илаһи моң тулҡынында бәүелгән ҡыҙ йыр туҡтағас та бер гилке шаңҡып ҡалһа ла, сәхнә артында, һиңә мотлаҡ йә 1-се, йә 2-се урын, тип егетте өмөтләндереп китергә лә өлгөрә әле ул. Фәрештәләрҙең “Амин!” тигән мәленә тура килә – Бөрйән егете, Сибай сәнғәт колледжы студенты Баязит Байназаров 2-се урын яулай! Һәм... “күрәҙәсе” ҡыҙға кәнфит, сәскәләр бүләк итә. Бына ошолай башлана бынан теүәл 20 йыл элек Баязит һәм Гөлнара Байназаровтарҙың танышыу һәм ғаилә тарихы.

Бөгөн был матур ғаиләлә береһенән-береһе матур өс бала үҫә: өлкәндәре, 2000 йылғы Элиза медицина өлкәһендә белем ала, 2007 йылда донъяға килгән Яҙгөл спортҡа күңел һалған. Ә башҡорт халыҡ йыры “Баяс”-тан исем сәлдергән Баястың ата-әсәһенә, апайҙарына иркәләнеп мәж килгән уйһыҙ сағы.
Ут кеүек янып торған Гөлнара менән төптән уйлап эшләүсе, аҙ һүҙле, тыныс холоҡло Баязит тормоштоң төрлө мәлдәрен, ауыр саҡтарҙы ла күреп, инде бөгөн Хоҙай тарафынан яҙылмыш парҙар икәнен аңлау дәрәжәһенә еткән шәхестәр.

- Теге филармония алдында күҙҙәребеҙ осрашҡан миҙгелдә мин генә түгел, ул да миңә ғашиҡ булған да ҡуйған икән. Берегеҙ өсөн берегеҙ кәрәк, тигәндер Хоҙай.
Кәләш алам, тип, ул ваҡыттағы район етәксеһе И. Зариповҡа инеп ағас һораған хатта. Кәләш алам, тигәсең, рөхсәт бирәм инде, тип ҡултамғаһын ҡуйған башлыҡ. Миңә илай-илай хаттар ҙа яҙҙы. Уның дүрт табаҡлыҡ мөхәббәт хатын уҡып, атайымдың да күҙҙәре йәшләнгәйне хатта. Шунан нисек түҙәһең – риза булдым кейәүгә сығырға! Теге ағас аҡсаһына туйға кәрәк бөтә нәмәне алып килгән был миңә. Кемдең бер туйҙа ике фата кейгәне бар әле - Баязит хатта, ҡайһыһы оҡшаһа, шуныһын кейерһең, тип, бер юлы ике фата алып килгән ине. Береһен үҙебеҙҙең яҡта, икенсеһен улар яғында кейҙем, ахыры (көлә).

- Ғашиҡтар көнө лә етеп килә, Баязит һиңә әле лә мөхәббәт һүҙҙәре әйтәме? – тип һорамай түҙмәнем Гөлнаранан.

- Бөгөн Баязитым миңә: ”Алайҙа ғына, Гөлнарам, һин осрағанһың юлдарымда”, ти икән, миңә шунан да матурыраҡ мөхәббәт һүҙе юҡтыр һымаҡ.
Баязиттың намыҫлылығы, ниндәй осраҡта ла алдашмай, дөрөҫтө һөйләүе, маҡтанмауы, кешенең хәленә инергә тырышып тороуы, ҡыҫҡаһы, яһалма–ялтыраҡ түгел, ә ысын ир-егет булыуы һоҡландыра. Яһалма ҡыланыу ҙа, кешенең ҡаҙаныштарына көнләшеү ҙә юҡ унда. Ҡыҙҙарым да атайҙарына оҡшап, иплеләр, аҡыллылар, шөкөр. Улыбыҙ ғына (көлә) тас мин, шикелле – шардыуан, шаян, тиктормаҫ.

Шаян, ихлас, үҙе әйтмешләй, шардыуан Гөлнара шулай бер тында үҙҙәренең мөхәббәт тарихын бәйән итеп тә ташланы.
Бөгөн Баязит менән Гөлнара бик тынғыһыҙ тормош алып баралар – был талантлы парҙы туй-юбилейҙарға тамада итеп тә саҡыралар, үҙҙәренең концерттарын ойошторорға ла ваҡыт табалар. Әйткәндәй, 22 февралдән, Баязиттың сәхнәләге ижадына ла, уртаҡ ғаилә тормоштарына ла 20 йыл тулыу шатлығын райондаштары менән бүлешеү маҡсатында, Байназаровтар Бөрйән районы ауылдары буйлап гастролгә сыға. Концерттары бик үҙенсәлекле генә булмаҡсы. Алып барыусылар ҙа үҙҙәре. Тамашасылар менән ихлас аралашыу форматындағы концертта уларҙың ғаилә йылъяҙмаһына ла байҡау яһалыр, райондаштарын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла яуап табылыр. Ҡыҫҡаһы, йыр-моң да, бейеү ҙә, уйын-көлкө лә мул булмаҡсы тамашала. Әйткәндәй, Баязит Байназаровтың хыялы хаҡында ла, Гөлнараның моңло тауышын да ишетер бөрйәндәр.
Дуҫтары, үҙенсәлекле тауышлы йырсы, ҡурайсы, юморист, шоумен Рифат Йәмлихин, бейеүсе Илфат Мусин да концертҡа йәм өҫтөнә йәм генә өҫтәр!
Эйе, был донъяла Хоҙай тарафынан яҙылмыш йәреңде табып, тормош юлдарынан йән һөйгәнең менән йәнәш атлауҙан, бер уйҙа, бер тулҡында булыуҙан да ҙур бәхет юҡтыр. Теге Сибай филармонияһы алдындағы осрашыу хистәрен ғүмерҙәре буйы һаҡлап ҡала алған Байназаровтар бөгөн бер тауыштан:
- Тормош гел бал да майҙан ғына тормай, күңелдә ысын хистәр булғанда һәм шул хистәрҙе ваҡламай, ваҡ-төйәк ығы-зығыны ҙурға ебәрмәй йәшәгәндә генә һөйөү мәңгелеккә әйләнә, ул бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалмай, сыныға, нығына ғына бара, - тиҙәр икән, мөхәббәткә ошонан да ҙурыраҡ мәдхиә юҡтыр һымаҡ...
Ижадташ дуҫтары Р. Туйсин уларға бүләк иткән йыр һүҙҙәренә ҡушылып:
Бирешмәгеҙ һынауҙарға,
Ҡаршы иҫкән елдәргә.
Яҙһын үтергә ғүмерҙе
Иңде терәп иңдәргә,
тиергә генә ҡала Байназаровтарға!

Сығанаҡ: "Таң" гәзите. 2020 йыл.

Автор:
Читайте нас: