

Урал Камил улы Рәшитов 1961 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Үтәймулла исемле башҡорт ауылында тыуған[1]. Бала сағы Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында үтә, ошонда 1-се урта мәктәпте тамамлай[2].
Йәшлек сағында төрлө һөнәр буйынса эшләй[3]. Армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, «Прогресс» ойошмаһы вокал-инструменталь ансамбленең етәксеһе була. Артабан Әлшәй районы мәҙәниәт йортоноң «Замана» эстрада-фольклор төркөмөнөң артисы булып сығыш яһай[2].
1980 йылдан композиторлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә[2]. Барый Алибасов етәкселегендәге «На-на» төркөмө уның «Йәй» (рус. «Лето») тигән йырын башҡара. Өфөлә «Аманат» студияһында[3], Хәниә Фәрхи етәкселегендәге «Байрам» ансамблендә, һуңынан Айҙар Ғәлимовтың «Айҙар» театр-студияһында эшләй.
Йырҙары Фидан һәм Азамат Ғафаровтар («Бергә йәшәү — бүләк»), Вәсилә Фәттәхова («Тыуған яҡ», «Яңғыҙ миләш»), Айҙар Ғәлимов («Ҡыҙыл раузалар»), Хәниә Фәрхи («Әлдермешкә ҡайтам әле»), Сәғиҙулла Байегет («Башҡорт ҡыҙына»), Фәдис Ғәниев («Башҡортостан»), Лилиә Биктимерова («Бәхет ҡошо»), Салауат Фәтхетдинов («Аҡ сирень, күк сирень», «Гөрләшеп йәшәйек, дуҫтар», «Сөләймән балдағы») һәм башҡаларҙың репертуарына кергән. Фильмдарға һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телетапшырыуҙарына музыка яҙа[4].
Сығанаҡ: "Башҡорт Википедияһы".