

БӨГӨН - МИНЕҢ КӨН !!!
Мин үҙемде шундай хөрмәт итәм,
Мин үҙемде шундай яратам!
Алтынымды, матурымды, - тиеп,
Һәр бер көнгә һөйөп оҙатам.
Мин үҙемә шундай ҡәҙерлемен,
Берәү генәмен бит үҙемә!
Минең күңел, башҡаларға түгел,
Үҙ-үҙемә кәрәк иң тәүҙә.
Кеше һүҙе миңә мөһим түгел,
Кеше эше күптән - бирелә.
Уңайлы ла хатта түгелмен шул
Кеше көйҙәренә бейергә.
Көтмәгәндә килеп керә алам,
Көтмәгәндә китеп юғалам,
Минең теләк бит ул! Башҡалар, тип,
Үҙемдекен аша атламам!
Үҙ һүҙем бар, үҙ хыялым яҡты,
Үҙ күсәрем көслө эсемдә.
Ҡылғаныма үҙем яуап бирәм,
Япһармайым бүтән өҫтөнә.
Маҡсат өсөн - балаларым маяҡ,
Дарман өсөн эшем тиң генә.
Мин уңышты үҙем яулап алам,
Ҡалдырмаһын кеше көнөнә!
Бәхетте лә үҙем төҙөп киләм,
Шар асыҡмын бәхет - дуҫыма.
Уңышһыҙлыҡтымы?! Ҡабул итәм!
Ул да кәрәк үҫеш юлында.
Барыһы ла, әйҙә, булып торһон,
Хистәр менән донъя йәмлерәк!
Имен торһон илдәр, һаулыҡ булһын,
Ҡалғандары уның - ваҡ-төйәк.
Донъя Һиңә һөйөп баҡһын тиһәң,
Үҙ-үҙеңде ярат иң башта -
Мин үҙемде шундай хөрмәт итәм,
Мин үҙемде таптым тормошта!
Светлана НАСИРОВА.