Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
26 Сентябрь 2022, 09:07

Рәмил Сурағоловтың тамырҙары ҡайҙан?

Ул үҙенең башҡорт тархандары нәҫеленән булыуы менән ғорурланып йәшәй.  

Рәмил Сурағоловтың тамырҙары ҡайҙан?Рәмил Сурағоловтың тамырҙары ҡайҙан?
Рәмил Сурағоловтың тамырҙары ҡайҙан?

Шағир, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бик күп популяр йырҙар авторы Рәмил Сурағол Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Аҡташ башҡорт ауылында тыуған. Атаһы ете тел белгән, сығышы менән тархандарҙан булған. Заманында Бөрө дәүләт педагогия институтында кафедра мөдире, оҫта етәксе булып таныла. Әсәһе иһә Плеханов исемендәге халыҡ хужалығы институтын тамамлаған.

Ә инде нәҫел тамырҙарын барлаһаң, Архангел, Белорет, Бөрйән райондарында, Пермь кра­йының Барҙа районында уның туғандарын табып була. Шәжәрәһенең бер тармағы Балтас районының Юғары Ҡарыш ауылында тыуып үҫкән ил батыры Батыршаға барып тоташа.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас