Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
27 Сентябрь 2022, 12:38

Бейер өсөн... Башҡорт дәүләт аграр университетына килә

Рәйес Низаметдинов һәр бейеүгә бар күңелен һалып, үҙенсәлектәрен эҙләп, тарихын өйрәнеп тотона, милли элементтарға ҙур иғтибар бүлә. Һүҙһеҙ генә, хәрәкәттәр, ым-ишара, ҡараш менән һөйләү оҫталығын матур, логик яҡтан теүәл бер сылбырға һалып тарих тыуҙыра.  

Бейер өсөн... Башҡорт дәүләт аграр университетына киләБейер өсөн... Башҡорт дәүләт аграр университетына килә
Бейер өсөн... Башҡорт дәүләт аграр университетына килә

Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Низаметдинов үҙ ғүмерендә тиҫтәләрсә бейеүҙе сәхнәләштергән, уларға йән өргән, ғүмер биргән. Күңел кисерештәре, йөрәк хистәре, ғазапланып яныу­ҙар, бәхетле мәлдәр, рухи уйланыуҙар, олатайҙарҙың тарих төпкөлөнән килгән аманаты, тәбиғәттең төрлө күренештәре – быларҙың бары­һын да ул бейеү итеп күрә, бейеү аша кисерә һәм бейеү менән һөйләп бирә ала. Һәм, иң мөһиме, уның бейеүҙәре бер-береһен ҡабатламай: Салауат – ғорурыраҡ, Аҡбуҙат – етеҙерәк, һунарсыһы ла шапығыраҡ, батырҙары иһә үтә ҡыйыу…

Рәйес Низаметдинов һәр бейеүгә бар күңелен һалып, үҙенсәлектәрен эҙләп, тарихын өйрәнеп тотона, милли элементтарға ҙур иғтибар бүлә. Һүҙһеҙ генә, хәрәкәттәр, ым-ишара, ҡараш менән һөйләү оҫталығын матур, логик яҡтан теүәл бер сылбырға һалып тарих тыуҙыра. Ул республикабыҙҙың һәр филармонияһы, бейеү һәм фольклор ансамбле менән тиерлек тығыҙ бәйләнештә эшләй. Уларҙың репертуарында мотлаҡ Учалының талантлы егете сәхнәләштергән бейеү бар. Рәйес ағай һөнәре буйынса зоотехник. Әйтеүенсә, был һөнәр­ҙе ул Башҡорт дәүләт аграр университетының данлыҡлы “Шатлыҡ” халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнер өсөн һайлаған. Бынан тыш ул оҫта ҡурайсы ла, ҡумыҙсы ла, өзләүсе лә, моңло йырсы ла. Уны шулай уҡ мәргән уҡсы булараҡ та беләләр. Ә режиссер булараҡ ойошторған байрамдары һәр саҡ милли рухта үтә. Ҡыҫҡаһы, етмеш һөнәргә эйә талантлы уҙаман ул - Рәйес Низаметдинов!

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас