Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
29 Сентябрь 2022, 06:35

Рим Хәсәновтың 75 йәшлек юбилейы үтәсәк

Композитор үҙе Благовар районы Языково ауылында үҫһә лә, ата-әсәһе Архангел районынан. Һеҙ быны белә инегеҙме? Рим Хәсәновтың ижады һеҙгә танышмы? 

Рим Хәсәновтың 75 йәшлек юбилейы үтәсәкРим Хәсәновтың 75 йәшлек юбилейы үтәсәк
Рим Хәсәновтың 75 йәшлек юбилейы үтәсәк

Башҡортостанда билдәле  композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәновтың 75 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйыналар. Тейешле указға республика етәксеһе ҡул ҡуйған.

Указдың тексына ярашлы, саралар 2022 йылда үткәрелә. Формалаштырылған саралар планын ойоштороу комитеты ултырышында раҫларға кәрәк, тип хәбәр итте Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының һөнәри сәнғәт бүлеге етәксеһе Зиннур Сөләймәнов.

Маэстроның юбилейына арналған концерттарҙы Башҡорт дәүләт филармонияһында, Өфө сәнғәт училищеһында, ҡала мәҙәниәт һарайында уҙғарыу күҙаллана. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты Рим Хәсәновтың әҫәрҙәренә арналған ғилми-ғәмәли конференция ойоштора. Шулай уҡ «Родина» кинотеатрында Рим Хәсәновтың музыкаһы (Ю. Якушев менән авторҙашлыҡта) менән «Алтын атлы һыбайлы» нәфис фильмын, Рим Хәсәнов исемендәге призға « ҡышҡы романс» актер йыры конкурсын күрһәтеү күҙ уңында тотола.

Композиторҙың тыуған яғында — Благовар районында композитор Рим Хәсәновтың йырҙарын башҡарыусыларҙың «Сәскәләр уяныр» район фестиваль-конкурсы ойошторола. Композиторҙың 75 йәше уңайынан юбилей концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-09-28/v-bashk

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас