Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
1 Октябрь 2022, 05:05
"КӨЙ АША КЕШЕЛӘРГӘ ШАТЛЫҠ ӨЛӘШӘМ"
Бөгөн - Халыҡ-ара музыка көнө. Музыканттар араһында танылған сәхнә йондоҙҙарының береһе, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, виолончелист Аяз Нухов та бар. Барлыҡ музыканттарҙы һөнәри байрамы менән ҡотлап, барлыҡ изге теләктәрҙе юллайбыҙ. "Шоңҡар"ҙар.
"КӨЙ АША КЕШЕЛӘРГӘ ШАТЛЫҠ ӨЛӘШӘМ"
Баш ҡалабыҙҙың Салауат һәйкәле янындағы тәбиғәт тарафынан барлыҡҡа килгән амфитеатрҙа асыҡ һауала симфоник төн үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл унда 30 меңгә яҡын кеше классик музыка тыңлап, рәхәтләнеп ял итә алды. Сәхнәлә – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Йәштәр симфоник оркестры.Музыканттар араһында танылған сәхнә йондоҙҙарының береһе, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, виолончелист Аяз Нухов та бар. Аяз ағай республикабыҙҙың гүзәл төбәктәренең береһе – йәмле Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ. Ете йәшенән профессиональ музыка менән шөғөлләнә: махсус музыка мәктәбенә уҡырға инә. Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһында белем ала.
– Аяз ағай, йәштәштәрегеҙ туп тибеп, тышта уйнап йөрөгән саҡта музыка менән шөғөлләнеү ауыр булманымы? –
- Еңел булды, тиһәм, ышанмаҫтар. Һәр өйрәнелмәгән нәмә ниндәйҙер ҡурҡыу уята, миңә лә тәүҙә ҡыйыныраҡ ине. Уҡытыусым Лариса Шамил ҡыҙы Фәсхетдинова илһамландырып, кәңәштәр биреп, киләсәгемде ижад менән бәйләргә йүнәлеш бирҙе. Сәнғәт академияһында иһә доцент Марк Афанасьев ҡанаты аҫтында белемемде камиллаштырҙым. Әлеге ваҡытта Александр Шисман етәкселегендә аспирантураны тамамларға йыйынам.
– Һеҙ виолончелдә генә түгел, башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы ҡылҡумыҙҙа ла уйнайһығыҙ. Унда өйрәнеү ҡыйынмы?
– Ҡылҡумыҙ ҙа виолончель кеүек үк ҡыллы уйын ҡоралдары рәтенә инә. Өйрәнеүе ҡыйын түгел. Иң мөһиме: теләк, ынтылыш һәм түҙемлек булһын. Башлаған эште ташламай, еренә еткереп үтәргә кәрәк.
– Виолончель менән донъяның әллә күпме ерҙәрен гиҙеп сыҡҡанһығыҙҙыр инде. Билдәле музыканттар менән бер сәхнәлә сығыш яһағанһығыҙ. Шуларҙың ҡайһылары нығыраҡ иҫегеҙҙә ҡалды? – Ысынлып та, Чехияла, Болгарияла үткәрелгән халыҡ-ара конкурстары лауреатымын. Төрлө кимәлдәге музыка фестивалдәрендә ҡатнашып һәм оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, ярты Европа илдәрен ураным, тип әйтһәм дә була. Әле Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрында солист булып эшләп йөрөйөм. Шулай уҡ сәнғәт академияһының Йәштәр симфоник оркестрында директор вазифаһы ла йөкмәтелде. Ғөмүмән, ошо оркестрҙар менән берлектә лә, солист булып та бик күп данлыҡлы кешеләр менән бер сәхнәлә сығыш яһау бәхете тейҙе. Иң иҫтә ҡалғаны, әлбиттә, Ҡытайҙа билдәле дирижёр, яҡташыбыҙ Владимир Спиваков менән сығыш яһауҙыр. Шулай уҡ бөтә донъяға билдәле пианист Денис Мацуев менән бергә ижад итеү ҙә – минең өсөн оло тәжрибә.
– Бөгөн сәхнәбеҙҙә айырым йырсылар менән бер рәттән «Арғымаҡ», «Ятаған», «Сураман» кеүек этник төркөмдәр сығыш яһай. Улар милли көйҙәрҙе рок, хип-хоп һәм башҡа төрлө көйҙәр менән берләштерә. Ә һеҙгә музыканың ниндәй төрө яҡын: классикмы әллә халыҡсан көйҙәрме?
– Ысынын ғына әйткәндә, мин музыка төрҙәрен айырып ҡарарға яратмайым. Киреһенсә, уларҙы берләштереү яғындамын. Ана шул «Ятаған» йәки «Арғымаҡ» этно-төркөмдәре кеүек үк. Мин дә ике музыка ҡоралын – виолончель менән ҡылҡумыҙҙы ҡушып уйнауҙы хуп күрәм.
– Музыкант кеше тик классик әҫәрҙәр генә тыңлайҙыр, тип уйлаһам... Тимәк, һеҙ көйҙөң төрлөһөн үҙ итәһегеҙ? – Эйе, кәйефкә ҡарап. Иң мөһиме: әҫәрҙәр мәғәнәле, күңелгә ятышлы булһын. Яратҡан композиторҙарым да күп.
– Аяз ағай, әгәр ҙә музыканы яҙмыш һөнәрегеҙ итеп һайламаһағыҙ, кем булыр инегеҙ?
– Эшҡыуар йә берәй түрә булыр инем (көлә). Ләкин мин музыка юлын һайланым һәм яңылышмағанмындыр, сөнки сығыш яһаған сағымда кешеләргә ошо музыка ҡоралдары аша шатлыҡ хистәрен өләшеп була, тип уйлайым. Шулай ҙа буш ваҡытым килеп сыҡһа, мин төҙөү-яһау эштәре менән булышырға яратам.
Сөмбөл Исҡужина.
Архив.
Автор:
Венер Исхаков
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"