

Моңло йырҙары менән тәү башҡарыуҙан халыҡтың күңелен яулаған Минзәлә Түләбаева 1964 йылда Ейәнсура районының Саҙалы ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфөлә Резина-техник заводында эшләй. 1983 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, тыуған районына ҡайтып, Күгәрсен ауылында балалар уҡыта башлай.
Күңеле йыр-моңға тулы ҡыҙ һәр ваҡыт йырлап йәшәй. 1988 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика йыр конкурсында беренсе урынды яулай. Артабан "Дуҫлыҡ йыры - 91" конкурсында - Гран-при, "Ирәндек моңдары"нда беренсе урынды ала. 1993 йылда Минзәлә Мөхәмәтдин ҡыҙы "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.