Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
6 Октябрь 2022, 14:50
...Аҡҡоштарҙың ҡанатынан Ҡаурый түгел,моң яуа
Япраҡтарҙы ҡыуып елдәр, Аҡлан буйлап йүгерә.
...Аҡҡоштарҙың ҡанатынан Ҡаурый түгел,моң яуа
Тамара ҒӘНИЕВА
КӨҘ
Ут янында әсәй ҡоймаҡ ҡоя,
Икмәк еҫе өйгә таралған.
Боҫтар бөркә көмөш самауыры,
Ҡояш тора көлөп табанан.
Яңы бойҙай тейәп атай ҡайтҡан,
Көлөп йөрөй шундай ҡыуанып.
Икмәк еҫе, атай ҡыуанысы —
Шул түгелме көҙҙөң, буяуы?
Минира БИКӘНӘСОВА
Һары япраҡ
Һары япраҡ хәбәр итә
Үтте, тиеп, йәйҙәрең
Тик әле лә тоям кеүек
Бешкән еләк тәмдәрен.
Һары япраҡ һағыш һала:
Етә, тиеп, көҙҙәрең
Яҙ һулышы-күңелемдә
Осҡон сәсә күҙҙәрем.
Көҙҙәрҙән һуң ҡыш килер, тип
Һары япраҡ ҡойола,
Япраҡтарға ҡарап, ғүмер
Үтелгәне тойола...
Гүзәл СИТДЫҠОВА
Әбйҙәр сыуағы
Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде,
Ҡойолдо ла инде уҡаһы.
Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын,
Йәйҙәремде килә тотаһым.
Һүрәнәйә барған ҡояшының
Һәр нур-уғын һалам ҡыныма,
Башланышта ғына йәй күңелдә
Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма.
Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам,
Үпкәләрем әммә юҡ йәйгә:
Йәне - йәндән, тәне - тәндән алмам
Ерегеп тә ергә түл йәйгән.
Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап
Үрмәкселәр үрә үәл-ауын,
Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы,
Тоторға тип һонған ҡул еленән
Осоп китә япраҡ-ямауы.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Көҙ
Урамда- көҙ,моңһоулыҡҡа
Түҙһәң генә,күңел,түҙ.
Һыҙланыуын сәскәләрҙең
Аһ,тыңлауы күңелһеҙ.
Япраҡтарҙы ҡыуып елдәр,
Аҡлан буйлап йүгерә.
Әле ергә аҡ ҡар төшә,
Әле ямғыр түгелә.
Тәбиғәттең уйсан сағы,
Бөтә донъя моңлана.
...Аҡҡоштарҙың ҡанатынан
Ҡаурый түгел,моң яуа.
Кәүсәриә ШАФИҠОВА
Ғүмер көҙөм
Һуҡмаҡтарҙа-һары япраҡ,
Көҙ айы килеп еткән.
Күҙҙе асып йомған ара
Тирә-яҡты ғына түгел,
Донъяны алтын иткән.
Иңемдән ҡосҡан ҡояштың
Һүрән икәнен тоям.
Был бит минең ғүмер көҙөм,
Емештәрем өлгөрҙөләр,
Инде япрағым ҡоям.
Минең кеүек ,тәбиғәт тә
Был көнөнә һөйөнә.
Күңелдең һәр ҡылында-йыр,
Ана,көҙ ҙә еле менән
Һыҙғыра үҙ көйөнә.
Фото:
vsegda-pomnim.com
Автор:
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"