

– Вәт, исмаһам, оҫта!
– Сәхнәне бер итеп бейей бит!
– Ни эшләп Өфө тирәһенә китмәй икән? Баш ҡалала ғына йөрөй торған егет.
Красноусол мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөгән Илшат Хәбибуллиндың һәр сығышынан әҫәрләнгән тамашасы йыш ҡына шулай ти. Икенселәре бығаса Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, Стәрлетамаҡта эшләп алған егеттең тыуған яғына ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмай. Бәй, шулай булмайса! Талантлы егет үҙе бейеп кенә ҡалмай, район балаларына ғәжәп талантын уртаҡлаша. Өйрәтеүсеһе генә булһын, улары оторға әҙер тора.
Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәне. Хәҙер Илшаттың уҡыусылары төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, еңеү яулай.
Илшат Красноусолда тыуа. Бәләкәйҙән мәжлестәрҙә өлкәндәрҙең бейеүен күреп үҫкән малай мәктәптә ошо сәнғәт нескәлектәренә ихлас өйрәнә. Унан - Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында белем ала.
Бейеүсе уҡыусылары менән республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа йыш ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Бары уның ҡул аҫтында шөғөлләнер өсөн генә Красноусол башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килгәндәр бар. Ә инде “Байыҡ” конкурсында ҡатнашыу – улар өсөн оло бәхет, үҫеш баҫҡысы.
Абруйлы бәйгелә талапсан жюри ағзаларының хуплау һүҙҙәре, кәңәштәре йәш бейеүселәргә киләсәктә шөғөлләнеү өсөн ҡанат ҡуя. Ансамбль 2013 йылдан “Байыҡ” конкурсында әүҙем ҡатнашып килә. Ошо уҡ йылда өлкән төркөмдә йөрөгән ҡыҙҙар-малайҙар “Йәшлек” бейеүе менән өсөнсө урынды алһа, Гран-при яулаған Искәндәр Әбелғужин бөгөн Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында уңышлы уҡып йөрөй. Киләһе йылына Айназ Рафиҡов менән Илнара Ғөбәйҙуллина беренсе урынды яулай. 2015 йылда уртансы төркөм лауреат исеменә лайыҡ була.
— Бәлки, барлыҡ уҡыусыларым да киләсәктә бейеүсе булып китмәҫ. Шулай ҙа был сәнғәт төрө бөтә ерҙә кәрәк, – тип һүҙен дауам итә Илшат Хатим улы. – Мәжлестәрҙә өҙҙөрөп тыпырлаған кешегә һәр кем һоҡланып, хатта көнләшеп ҡарай. Икенсенән, матур итеп бейей белеү кешелә үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһо тәрбиәләй. Быны үҙемдең эш һөҙөмтәһенән сығып әйтәм. Тәү килгәндә баҙнатһыҙ ғына булған балалар тора-бара ҡыйыуланып китә, кәүҙәһенең тотошо ла үҙгәрә. Ә беҙҙең заманда үҙеңде күрһәтеү өсөн бындай сифаттар бик кәрәк.