Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Октябрь 2022, 15:25

Данлы Бөрйән ҡыҙҙарының береһе - Әлфинә

Әлфинә - иҫ киткес тырыш, ныҡышмал, уңған аспиранттарымдың береһе, 2015 йылда Башҡортостан Башлығының йәш ғалимдарға тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды, 2016 йылда диссертацияһын уңышлы яҡланы.

Данлы Бөрйән ҡыҙҙарының береһе - Әлфинә
Данлы Бөрйән ҡыҙҙарының береһе - Әлфинә

"Тамға" Халыҡ-ара конкурсында Әлфинә Ғәбиҙуллина ла беренсе урын яулаған! Уның хаҡта Башҡорт дәүләт университеты педагогы Гөлфирә Абдуллина үҙ сәхифәһендә бына нимәләр яҙа:

"Һөйөнөсөм менән уртаҡлашайым әле... Элекке аспирантым, хәҙер инде филология фәндәре кандидаты Әлфинә Ғәбиҙуллина (Шәмиғолова) беренсе урын яуланы!!!

Әлфинә - иҫ киткес тырыш, ныҡышмал, уңған аспиранттарымдың береһе, 2015 йылда Башҡортостан Башлығының йәш ғалимдарға тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды, 2016 йылда диссертацияһын уңышлы яҡланы. Байтаҡ ғилми мәҡәләләре бар, күптән түгел уның менән башҡорт телендә кейем-һалым һәм биҙәүестәр лексикаһын тикшереүгә арналған монография һәм һүҙлек баҫтырып сығарҙыҡ.
Арҡа терәрлек ышаныслы, егәрле Урал кейәү менән сәскәләй өс ҡыҙ үҫтерәләр, тыуған Бөрйән районында гөрләтеп донъя көтәләр. Милли биҙәүестәр эшләргә лә ваҡыт таба ул.

Фәнни темаһын артабан үҫтереп, уны ғәмәлдә уңышлы ҡулланған Әлфинәгә артабан да уңыштар теләйем!"

Сығанаҡ: "Таң" гәзите. 

Автор:
Читайте нас: