

Бөгөн, 15-се октябрь - Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө! Хөрмәтле ауыл ҡатын ҡыҙҙары!!! Һеҙҙе Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Сәләмәтлек, оҙон ғүмер, балалар һәм ғаилә ҡыуанысы, шатлыҡтарға төрөнгән көндәр теләйем һеҙгә! Был көн БМО Генераль Ассамблеяһының 2007 йылдың 18-се декабрендә ҡабул ителгән ҡарары нигеҙендә быйыл билдәләнә. Башҡортостаныбыҙҙың ҡатын ҡыҙҙары ла был көндө белеп, байрам итеп, ир-егеттәребеҙ игътибарлы булып ошо матур байрам ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнһен ине! Кисә махсус рәүештә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға, ауылдарыбыҙға йәм һәм йән биреүсе әсәй-оләсәйҙәребеҙгә, апа-һеңлеләребеҙгә, туғандарыбыҙға һәм яҡындарыбыҙға һәм ғомүмән, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға арнап яҙған шиғри юлдарҙы бүләк итәм!
Дөнъя бөгөн данға күмә
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын.
Ир егеттәр бағышлайҙар
Һеҙгә һөйөү йырҙарын!
Бер туҡтамай яңғыраһын
Ҡатын-ҡыҙға дан йыры!
Тик шатланып ғүмер итһен
Ауылдарҙың һәр ҡыҙы!
Ябай ҙа һеҙ, эшсән дә һеҙ,
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары!
Данлай белһен, гел яратһын
Һеҙҙе илдең улдары!
Һеҙҙең өсөн, һеҙгә генә
Ир-егеттең йырҙары.
Һеҙгә хөрмәт, һеҙгә дан,
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары !
Тимерхан Миңлеғәлиев.
Фото:culture.ru