

Һай, үҙебеҙҙең башҡорт ир-аттары! Кәрәк икән, ҡулына ҡоралын алып яуға саба! Кәрәк икән, батырҙарыбыҙҙы, һылыуҙарыбыҙҙы данлап әҫәрҙәр ижад итә. Бына рәссам Артур Мөзипов Белорет ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһенең тышына “Күскенселәрҙе ҡурсалаусыға” тигән һүрәт төшөргән. Был көндәрҙә Волга буйы федераль округында “ФормART” стрит-арт фестивале конкурсы бара. Финалға сыҡҡандар араһында Артур Мөзипов та бар.
Артурҙың башҡорт һылыуын сағылдырылған эше өсөн тауышығыҙҙы 23 октябргә тиклем бирә алаһығыҙ. Бының өсөн 8(800)3015023 һандарын йыйып шылтыратырға һәм беренсе эште һайларға кәрәк. Бер генә тапҡыр тауыш биреп була һәм ул бушлай.
Конкурс һөҙөмтәләре 2 ноябрҙә formartpfo.ru сайтында онлайн-трансляция мәлендә билдәле буласаҡ.
Рәмил МАНСУРОВ.