

Ниңә туйығыҙға саҡырманығыҙ, һеҙҙең былай ғаилә ҡороп йәшәүегеҙҙе лә белмәнек бит беҙ, тиеп үпкәләп тә алды ағаһы менән еңгәһе. Гөлсара был хаҡта нимә тип әйтергә лә белмәне. Ул бит теге уҡып йөрөгән саҡта, посылкаларын алып ғәрләнгәнен үҙе генә белә. Ул бер онотолмаҫ сер ине, ләкин хәҙер был осрашҡандан һуң, фекерен үҙгәртеп, уңайһыҙлана биреп өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Ағаһы менән еңгәһен үҙҙәренә саҡырып ҡайттылар. Гөлсараның еңгәһе лә, ағаһы ла бик ҡыуанып, яҡын күреп оҙатып ҡалдылар. Улар Булатты бик ныҡ оҡшаттылар. Бөтә күргән тыуғандар ҙа кейәү һәйбәт икән. “Йәтим бәхете ерҙән, ерҙән булмаһа, ирҙән”, тип ҡат-ҡат ҡабатланы еңгәһе Сәлиха. Булат та бик оҡшатты уларҙы. Бигерәк тә Зәйтүн ҡайнағаһын, киң күңелле бик тәүәкәл, тартымлы, алсаҡ холоҡло тип Хәтерләне Бөрйәнгә ҡайтҡас.
Бөрйәнгә ҡайтып төшкән мәлгә Булаттың бер туған һеңлеһе Хәҙисә Белорет ҡалаһындағы медучилищены ҡыҙыл дипломға тамамлап ҡайтып төшкән ине.
Күп тә үтмәне бесән мәле етте. Әлфиә менән Илшатты ҡәйнәһенә ҡалдырып, өсәүләп ҡулдарына салғыларын, кәрәк-яраҡтарын алып Баҙал тауына сабынлыҡтарына йүнәлделәр. Булаттың бер туған ағаһы Фәсхетдин урман хужалығында лесник булып эшләй, ул һыбайланып алал ла көн дә килеп уларҙы күреп китә, ә үҙе бесәнселәрҙе, сабынлыҡтарҙы ҡарап йөрөй. Үҙенең дә сабынлығы ошо Баҙалда. Отпускалары бөтөүгә Булат та, Гөлсара ла эшләгән ойошмаларында эш башланылар. Бесәнгә ял көндәре генә йөрөй бирҙеләр. Көҙ етеүгә Хәҙисәне район һаулыҡ һаҡлау бүлеге Мәһәҙей ауылына фельдшер итеп ебәрҙе. Ул унда ике йыл бик яҡшы итеп эшләп алды ла Өфөләге медицина институтына уҡырға инде.
Совет власының 60 йыллығы һәм БАССР-ҙың 50 йыллығы, партияның 12-се сьезына бағышланған район мәҙәниәт эштәренең барышына, йөкмәткеһенә күп яуаплылыҡтар, тырышлыҡтар, ижади эҙләнеүҙәр өҫтәне. Был осорҙа Гөлсараны район советы депутаты һәм республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең 1-се съезына делегат итеп һайланылар. Шулай итеп ауылдарға, яландарға, фермаларға сығып хеҙмәтсәндәрҙе мәҙәни саралар менән хеҙмәтләндереү менән бер рәттән республикала барған смотр-конкурстарға әҙерләнеү бик әүҙем һәм юғары кимәлдә алып барылды. Программаның тематик йүнәлеше “Ленин йәшәй беҙҙең йөрәктә”, “Шатлыҡ”, Партия тураһындағы йырҙар хор өсөн алынһа, ансамбль, яңғыҙ һәм дуэт йырҙарға ла тыуған ил, дуҫлыҡ, туғанлыҡ темалары иҫәпкә алынып һайлады. Ә Игебаевтың “Ер әсә” поэмаһы, Ғәлимов Сәләмдең “Республика иртәһе”, Р. Сафиндың “Нишләр инек Ленин булмаһа” һ.б. шиғырҙарын һайлап алынды. Ҡурайсылар, инструмент ансамблдәрен киңәйтеп әҙерләү башланды. Бейеүселәргә яңы бейеүҙәр әҙерләп ҡуйыу, Ф. Ғәскәровтың “Башҡорт бейеүҙәре” китабы буйынса “Өс таған”, “Дуҫлыҡ”, “Колхозсылар ял иткәндә” бейеүҙәрен әҙерләп, Байназар ауылынан бер туған Баязитовтарҙың “Кмаренская”, удмурт халыҡ бейеүҙәрен әҙерләнек. Шул мәлдәрҙә районға Йәнғәле Вәхитовтың килеп сығыуы ҙур ярҙам булды. Сынбулат Курамшинға “Кейәү”, марий халыҡ бейеүен, Ғәли Даутовҡа “Перовский”, Гөлсараға “Еңгәкәй” бейеүен һалыу, бейеү репертуарына ҙур йүнәлеш һәм өҫтәү булды. Һәм шул уҡ ваҡытта ул Байназар, Янһары, Монасип ауылдары йәштәренә бейеүҙәр һалып, ауылдарҙа бейеү ойошмаларының эшен йәнләндереп ебәреүгә ҙур өлөш индерҙе.
Йырсы-бейеүселәр һан һәм техник яҡтан да үҫә барҙылар. Мәҙәниәт эштәренең торошона үҙгәрештәр инеүе, кадрҙарҙың бермә-бер өҫтәлә барыуы, музыка мәктәбе асылыуы, музыка ҡоралдары, костюмдар булыуы хәлдең еңеләйеүенә, ыңғай йүнәлештәргә килтерҙе. Ғәҙәттәгесә, район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өҙлөкһөҙ районда барған һәр кампанияны һайлаусылармы, һауынсы-механизаторҙармы, юлсылар-пропагандистармы, уҡытыусы-медицина хеҙмәткәрҙәреме һәр ойошма, предприятиенең уртаһында ҡайнауҙы дауам итә барҙылар. Һәр хеҙмәт ойошмаларына мал аҙығы әҙерләүме, юлдарға ремонт булһынмы, леспромхоз ойошмаһына ағастарҙы мәлендә Ағиҙел буйлап һал ағыҙыумы буйынса бирелгән пландарҙы теүәл үтәү, үҙ мәҙәниәт йортона утын әҙерләү, ремонт уҙғарыу эштәренән дә ситтә ҡалмайҙар ине. Йәштәр өсөн төрлә кисәләр, фермаларҙы миҙгел һайын мәҙәни хеҙмәтләндереү ҙә өҙлөкһөҙ дауам итә ине.
1967 йылдың ноябрь айында Гөлсара менән Булаттың ҡыҙҙары тыуып, уға Зөлфиә исемен ҡуштылар. Булат был йылдарҙа Елабуга милиция мәктәбенең ситтән тороп уҡыусы студенты ине. Милиция эштәре лә был осорҙа бик тыңғыһыҙ була торғайны. Көн аша милицияла дежурство, яҙ айҙарында һалдарҙа ағып килеүсе һалсылар осоро бик тә тыңғыһыҙлыҡ тыуҙыра ине. Райондың Ағиҙел йылғаһы буйлап урынлашҡан ауылдарҙа эскелек ойоштороп һуғышыу, төрлө фәжиғәләр тыуҙырыуҙары сәбәпле район милицияһы хеҙмәткәрҙәре ал-ял белмәй эшләйҙәр, тәртип урынлаштырыу менән мәшғүлдәр ине. Байрам итеп, эсеп өйҙәренә өйҙәрендә бола ҡуптарыусылар ҙа байтаҡ була ине. Йәй булһа, Мәсемгә сығып милиция аттарына, хужаларының малдарына бесән әҙерләйҙәр. Унан үҙ малдарына әҙерләү башлана. Балаларҙың да бәләкәй, өй эштәре етәһе булыуы, тыңғыһыҙ эштәр, оло ағаларына ла ярҙам итеүҙәре , уҡыуы барыһы бергә Булатты йонсота ине, әлбиттә. Йәй үтеүгә Гөлсара ла үҙ эшенә сыҡты, был мәлдә Зөлфиәгә 8-9 айҙар самаһы ғына ине. Зөлфиәгә 10 ай тулыуға Гөлсараны Өфөгә саҡырттылар. Унда республика смотрында еңеүселәрҙе Ульяновск ҡалаһына алып барыуға әҙерләйҙәр ине. Гөлсара оло сумкаға Зөлфиәнең кейемдәрен тултырып алды ла, уны күтәреп Өфөгә юлланды. Һигеҙ йәшлек Әлфиә менән 4 йәшлек Илшатты Булат менән ҡәйнәһенә ҡалдырып китергә мәжбүр булды. Өфөлә “Башкирия” ҡунаҡханаһында Зөлфиәһе менән йәшәне Гөлсара. Көндә репитицияға Зөлфиәне күтәреп йөрөнө. Бер аҙна әҙерләнгәндән һуң, Өфөлә ҙур концерт булды. Иртәгеһен республика буйынса йыйылған таланттар менән поезға ултырып Ульяновск шәһәренә юлландылар. Ульяновскийға етекәс улар барыһыла вагонда йәшәнеләр. Зөлфиә имә ине. Гөлсара Әлфиәне иртә имсәктән айырып, Әлфиәнең йыш ауырыуына һабышыуын, әсә һөтөнән йыл тултырмауынан күрҙе һәм һәр баланы шулай йәше тулғансы үҙе менән алып йөрөүҙе хуп күрҙе. Зөлфиәнең ҡолағы ауыртып температураһы күтәрелде. Ләкин Гөлсараның тынғыһыҙлығы һәм халыҡ ижады йортонда эшләүсе Мәрйәм апай менән Флюраның яҡындан ярҙам итеүҙәре һөҙөмтәһендә тиҙ йүнәлтеп алдылар. Ульяновскийҙа концертта ҡатнашыусылар Лениндың уҡыған мәктәбендә экскурсияла булдылар, уның йәшәгән йортон күрҙеләр. Мәктәбендә уҡыған урыны һаҡланған. “Бында В. Ульянов уҡыны тигән табличкала ҡуйылған. Ленин музейын да күрергә тура килде. Ульяновскийҙағы сығыш Совет власының 50, Лениндың тыуыуына 100 йыллығына арналғайны. Ул ике урында үтте. Халыҡ Башҡортостан делегацияһын оркестр менән ҡаршыланы. Концерт программаһы юғары кимәлдә үтте. Гөлсараның яңғыҙ бейеүе “Еңгәкәйҙе” Ейәнсура ҡурайсылары бейетте. Зөлфиәне Учалы районы бейеүсеһе күтәрепшеп алып йөрөнө. Был йөрөү бөтәһе 17 көнгә һуҙылды. Ҡайтып төшөүгә Булаттың тағы ла йонсоғанлығы, ҡәйнәһе лә бик арығанлығына Гөлсара аптырауҙан ултырып иламһырап алды. Ҡәйнәһенең ишек алдында малы ла бар, мал ҡарай, һыйыр һауа һәм балаларға ла күҙ-ҡолаҡ булып тороу уны, әлбиттә, йонсотҡайны. Гөлсара балаларҙы ҡарау өсөн ярҙамсы үгәй әсәй алырға ла кәңәш итте Булатҡа, ул ҡаршы килде. Киләһе сығып йөрөүҙәр ваҡытында Гөлсара Илшатты етәкләп, Зөлфиәне күтәреп алып йөрөргә мәжбүр булды. Әлфиә 2-се синыф уҡыусыһы булараҡ атайы, өләсәһе эргәһендә ҡала. Фәсхетдин бабайының, Сәлимә, Әнисә, Рәғиҙә исемле ҡыҙҙары менән уйнай ине.
Гөлсара ауылдарға ике баланы алып, береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп урамдан үткәндә, ҡайһы бер ғаилә әһелдәре тәҙрәнән үрелеп ҡарап ҡалалар ине. Ауылдарҙа сығыш яһағанда, бөтә халыҡ клубҡа ағыла балаларын да ҡалдырмай үҙҙәре менән алып баралар. Шунлыҡтан концерт сығыштары ваҡытында Гөлсара балаларҙы үҙе менән алып бара, арығандарынса ҡарап улытыралар. Арығас, сәхнәнең мөйөшөнә урын әҙерләп йоҡоға һала. Концерт бөтөүгә уятып алып ҡайта.
1970 –1971 йылдарҙа В.И. Лениндың 100 йыллығы, Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуына 25 йылға арнап уҙғарылған смотрҙар осоро ла бик яуаплы ине. Ғәҙәттәгесә ауылдарҙа һәм район үҙәгендә 1-се этап, Белорет ҡалаһында зона-ара 2-се этап үткәрелде, еңеүселәр Өфөлә уҙасаҡ республика смотрында ҡатнашыусылар булды. Смотрға әҙерлек барышында бейеү ансамбленә рус егет-ҡыҙҙары өҫтәлде: Аиктор Зайцев, Людмила Александровна, Фокин Володя, Надя Кривошеева. Йырсыларыбыҙ ҙа арта барҙы: Светлана Шәйхетдинова З. Исмәғилевтың “Былбылым” йырын башҡарып 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды; Попова Лариса башҡорт халыҡ йыры “Ҡолой кантон”ды башҡарып, республика жюриһының симпатияһын яуланы. Ҡурайсылар ансамбле һәм Ғилман Сәфәрғалин башҡарыуындағы “Салакат арияһы” 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Йырсылар Нәби ауылынан Дәүләтбай Рәхмәтуллин, Байназарҙан Рәшиҙә Хәфизова (һауынсы), Нәисмә Ибраһимова (уҡытыусы), Аҫҡарҙан Гөлсирә Бикметова 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар. Гөлсара башҡарыуындағы “Еҙ үксә” бейеүе 1-се дәрәжә диплом яуланы. Шулай итеп Совет власының 60 йыллығына Ватан һуғышы тамамаланыуға 25 йылға арналған смотр-конкурста ла “Бөрйәндәр һынатмайҙар” исемле статьяһы менән “Совет Башҡортостаны” газетаһы тулы бит яҙып сығарҙы. 1970 йыл республика үҙэшмәкәр коллективтарының йыйылма командаһы менән Гөлсара ла ҡатнашып “Еҙ үксә” бейеүе менән Ейәнсура ҡурайсыларына бейеп, Куйбышев ҡалаһында ҡатнашып Бөтә Рәсәй смотр лауреаты дипломына лайыҡ булды. Был осорҙа Гөлсара 4 айлыҡ ауырлы ине.
Сентябрь айында Гөлсара менән Булатҡа Теләш ауылынан еңгәһе Сәлиха менән ағаһы Зәйтүн ҡунаҡҡа килеп төштөләр. Был осор Әлфиә 5-се, Илшат 1-се синыфта уҡыйҙар, ә Зөлфиә балалар баҡсаһына йөрөй ине. Булат менән Гөлсара ҡунаҡтарҙы бик ҡыуанып ҡаршы алдылар.
Һарыҡ һуйып тыуғандарҙы йыйып, һәр өйҙә ҡунаҡ булып бер аҙна байрам иткәндән һуң ағайы менән еңгәһен оҙатыу ваҡыты етеүгә булат бик бошондо. Оҙатып килгәс, карауатка йөҙ түбән ятып һыңҡып-һыңҡып иланы. Ә Гөлсара был осорҙа 6 айлыҡ ауырлы ине. Куйбышев ҡалаһынан йөрөп ҡайтыуҙан һуң, киләһе республика үҙэшмәкәр коллективтарының йыйылма командаһы Мәскәүҙә сығыш яһау бурысы торҙо, ләкин был юлайы декрет отпускаһы мәленә тура килеү сәбәпле, Гөлсара бара алмай ҡалды. 1971 йылдың ғинуарында Булат менән Гөлсараның Гөлзилә исемле ҡыҙҙары тыуҙы.
Район мәҙәниәт бүлегенең етәкселәре өҙлөкһөҙ алмашынып торҙо. Районға республика мәҙәниәт бүлеге тарафынан күпләп ярҙам ойошторолдо. Районға автоклуб, уның мөдире һәм водителе штаты бирелде. Күпләп баяндар, музыка инструменттары ҡайтарылды һәм халыҡ инструменталь ансамбле исеме бирелде. Ғафиз Әхмәтханов баянсы, үҙэшмәкәр бейеү түңәрәгендә ҡатнашыусы Рәйсә Әхмәтова бейеү ансамбле етәксеһе итеп алынды. Ике йыл эшләп алғас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бейеүселәр әҙерләү училищеһына уҡырға ебәрелде.
1972 йыл бик эҫе ҡоролоҡ йылы булды, республиканың ялан райондары (Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил һ.б.) үтә ҡоролоҡ булыу сәбәпле, игендәргә, мал аҙыҡтары әҙерләүгә ҡытлыҡ кисерҙе. Ошо йыл милиция хеҙмәткәрҙәре милиция аттарынна бесән әҙерләүгә Мәсемгә китте, Булат та барҙы. Булат был йылда һуғыш ветерандары Сәйетәхмәт, Фәсхетдин ағайҙарына бесән әҙерләште, үҙ малына ла бесәнде Мәсемдә эшләп алды. Ошо йылдың август айы уртаһында ҡаты ауырып больницаға инеп ятты. Сентябрь башынан Өфө республика больницаһына самолет менән ебәрелде. Ауырыуҙы оҙатып барыусы Булаттың һеңлеһе Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы булды. Гөлсара Гөлзиләһе бәләкәс булыу сәбәпле, башҡа балаларының уҡып йөрөүе сәбәпле өйҙә ҡалды. Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙының был йыл республика табиптар әҙерләү институтын тамамлап, районға эшкә ҡайтҡан мәле ине.
Иртәнге сәғәт 8-ҙәр тирәһендә радионан үҙэшмәкәр йырсы Иншар Солтанбаев башҡарыуындағы “Сибай” йырын тыңлап торғанда ишектән район милиция бүлеге мөдиренең ҡатыны Мәфтуха Фасаева Әнисә исемле ҡайынһеңлеһе менән килеп инделәр. Иҙәнде йыуып, йорт эштәрен йүнәткәс, Гөлсараға Булаттың операциянан һуң үлеп ҡалыуын хәбәр итте. Гөлсара шаҡ ҡатты, сөнки уны самолет менән оҙатҡан саҡта хирург Рәхимйән вәлиуллин йүнәлеп ҡатыуына өмөт ләндереп “хәҙерге медицина башҡа, йөрәккә операция яһап та йүнәлтә, был чепуха” тигәйне. Ошоға тиклем Гөлсара өмөт менән йәшәне. Шул көндө кискә милиция машинаһы менән алып килеп еткерҙеләр. Өйгә мулла килде, ул төнө буйы өйҙә Булаттың мәйетен һаҡланы. Яҡын туғандары Шәрифйән, Сәйеиәхмәт ағайҙары инеп көтөштөләр. Гөлсара Гөлзиләһен алып ҡәйнәләрендә төн уҙғарҙы. Әлфиә, Илшат, Зөлфиә Фәиза инәләрендә йоҡланылар. Гөлсараға бик ауыр ине был мәл . Ул үҙен ҡайҙа ҡуйырға, ни эшләргә белмәй аптырай ине. Хат та балалрын уйларға, улар ҡайҙа йоҡлап, нисек йөрөүҙәре тураһында ҡайғыртырға ла башына етмәне. Бары ололар әйтеүе буйынса кәфенлек тауар алып килеү, өсөн үткәреүгә ҡайһы бер кәрәк-яраҡты алыуға ғына Гөлзиләһен етәкләп алып йөрөүҙе белде. Гөлзилә йыш ауырыу сәбәпле уны имеҙеүҙән ташлата алмағайны, 3 йәшенә тиклем имеҙеп үҫтерҙе ул уны. Халыҡ күп йыйылды. 9 сентябрь, көн бик эҫе ине, мәйетте йыуып тәрбиәләнеләр. Гөлсара ағайҙарына хәбәр иттергәйне, ул оло юлдан күҙен дә алмай улар килер тип көтәүләне. Зыяратҡа алып китергә кәрәк ваҡыт етте тейеүселәргә “тороп тороғоҙ нишләп ҡабыланаһығыҙ ағайымдар килергә тейеш” тип һаман көттөрә бирҙе. Ләкин мәйетте көттөрөргә ярамай тигән ҡанундар ҙа бар икән шул. Алып киттеләр һуңғы юлына ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле булған ир ҙә, атай ҙа, тоғро тормош юлдашы – балалрының атаһы булған Булатты зыяратҡа. Гөлзиләһен күтәреп, Зөлфиәһен етәкләп, Илшатын эйәртеп китте. Әлфиәһе синыфташтары һәм синыф етәксеһе Тамара Залагиевна менән барҙылар. Балалар илай. Милиция хеҙмәткәрҙәре залп бирҙеләр, атаһы эргәһенә ерләнеләр. Үтә ауыр, көс тә, хәл дә етмәҫлек ҡараңғылыҡ солғап алды Гөлсараның бөтә булмышын. Ерләп ҡайтҡас, яҡындары менән өсөн уҡытып, бер аҙ тынысланғас, балаларын мейес эргәһендәге Булаты эшләгән урындыҡҡа теҙеп һалып биәшәүләп ятыр булдылар. Өйҙөң бер мөйөшө кителеп алынған, бик матур өлөшөн ҡайҙалыр меретеп йолҡоп алып киткәндәр төҫлө тойҙо Гөлсара йортон. Йорт яңыраҡ ҡына һалынып бөткән, ҡарағат, балан, муйыл менән уратып алынған баҡсаһы, матур итеп эшләнгән верандаһы, эске түшәм, стеналарының матурлығы, үҙе эшләгән мейес, аласығы барыһы ла буш булып ҡалды. Әлфиәһе бошоноп, Илшат илаклап зыяратҡа этеп алып китеп, кискә хәтле шул тирәлә йөрөп ыҙаланы. Нишләп йөрөйһөң тиһәләр, этемде тота алмайым тип яуапланы. Зөлфиәһе балалар баҡсаһында, Гөлзилә һәр ваҡыт әсәһе эргәһендә булды. Етеһен уҡытҡас, Гөлсара төшөндә булатын күрҙе. Ер аҫтында тар ғына дүрткел урында Булат яланбаш йәшел иҫкерәк гимнастеркаһын, ҡара салбарын кейгән, билендә ҡайыш. Гөлсараға шунда имен “бында ҡыйын, ҡыйнандаҡ-ҡыйнандаҡ ҡыҙҙары”, - ти имеш. Шул төш күргән көнө сәғәт 3-5-тәр тирәһендә көртүк ҡаҙып алып йөрөйҙәр. Гөлсара көнө буйы шул төшөн онота алмай иҫенә төшөрөп кәртүк алып бөткәнсә Булатты йәлләп күҙ алдынан үткәреп илауланы. Эшенә барһа, ла үҙенә урын тапманы. Күҙ алдын ҡара пәрҙә-шаршау ҡамап алды. Мәҙәниәт йорто мөдире ул мәлдә Рәүф Мортаза улы Зарипов ине. Ул “өй башы ябыуға Булат тимер менән ярҙам ит тип өндәшкәйне, Шәрифйән ҡайнағаңа әйт, ат егеп килһен. Мәҙәниәт йортоноң башын ябыуҙан артҡан тимерҙе ал, хаҡын зарплатаңдан түләрһең әле”, - тине.
Илшат улының төшөнә атаһы күренгән. Утынығыҙ юҡ, утын алдырырға кәрәк тигән. Ысынында шулай ине. Был хәлдәргә ғүмер буйы аптырауҙан арынманы Гөлсара. Берәй ҡыуаныслыраҡ хәл булыр алдынан Булат матур күренә төштә, ә күңелһеҙ хәл булыр булһа, бик бойоҡ йә иҫкерәк кейенеп күренә. Шул мәлдәрҙә Гөлзиләһе ауырыны, бер нисә көн дауаханала ятып алырға тура килде. Милиция бүлеге утын менән ярҙам итеп торҙо. Ҡайнағалары Шәрифйән, Мөнийәрҙәр утындарҙы бысып, ярып, башҡа хужалыҡ эштәрендә лә ярҙам итеп торҙолар.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ир з-аттары өй башын яңыртып тимер менән ябып ҡуйҙылар. Был эште оҫта башҡарыусы Сынбулат Ҡурамшин (оҫта бейеүсе, әүҙем үҙэшмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашыусы) үҙ ҡулдары менән оҫта ябып-буяп ҡуйҙы. Үтә лә яңғыҙ итмәнеләр Булаттың туғандары. Һәр осраҡта “еңгәй” тип яҡын күреп, ярҙамлашып торҙолар. Илшатта бәләкәс кенә булыуына ҡарамаҫтан ишек алдын таҙалап, көсөнән килгәнсә эш эшләп, өләсәһенә лә барып ярҙам итеп йөрөргә өйрәнеп алды. Әлфиә лә тырышып уҡыны, өй эштәрен дә бөхтә итеп башҡарырға өйрәнде. Балалар ауырышһа, апайҙары Хәҙисә лә яҡын ярҙамсы булды.
Тик булаттың шулай иртә - 39 йәшендә донъя ҡуйыуы бик аяныслы, аңлашылмаҫ оло фәжиғә булып күңелдән дә, уйҙан да юйылмаҫ юғалтыу булып әрнетеп тик торҙо. Гөлсара үҙен яңғыҙ итеп тойҙо. Яңғыҙ ғына инә ҡаҙ күрһә, нәк шулай итеп үҙен яңғыҙ ҡаҙ менән сағыштырҙы. Арҡа терәрлек кешең – ирең, балаларыңдың атайһыҙ ҡалыуҙары йөрәк әрнеткес хәл икәнлегенә, йәтимһерәп ҡалыуына ул урын таба алмай һыҙланы, уйлана яуап таба алмай аптырана ине был осорҙа. Ҡарамай үлтерҙе ағайымды тип әйтеүселәр ҙә булды. Әртис тә булғанмы бисә, донъя көтәме ни улар һәм башҡа һүҙҙәр менән рәнйетеүселәр күбәйҙе. Хат та Гөлсараға шикләнеп, уны түбәнһетеп ҡараусылар ҙа аҙ булманы. Булатҡа табиптар тарафынан аҡ ҡан ауырыуы тигән диагноз ҡуйылған ине. Шул осраҡта апайҙары Хәҙисә был ауырыуҙан балалар ҙа йәшәмәүе мөмкин тип әйтеүе Гөлсараны тетрәндерҙе. Һәм ул балаларҙы интернатҡа урынлаштырырға кәрәк тигән ҡапыл ҡарарға килде. Унда улар республика интернаты тәрбиәһе менән бер рәттән һәр саҡ күҙ алдында контроль һәм дауаланыу мөмкинлегендә буласаҡтар тип уйланды һәм был уйҙарын апайҙарына өндәште. Шулай итеп, Әлфиәне Өфөләге 1-се һанлы интернатҡа 6-сы синыфтан һуң урынлаштырырға мәжбүр булды.
Ҡайһы осраҡта Гөлсара Булатының үлеменә лә ышана алмай ыҙаланы, гел күҙ алдынан ебәрә алмай интекте. Саман тәҙрәһе алдынан, йә аласыҡ алдынан үтеп бара, инеп килә, берсә ҡаршылағы тау башынан күренер төҫлө була ине. Ул шулай бесәндән гел шул тауҙан килер ине. Һағынып, күргеһе килеп, һөйләшәһе, серләшәһе килеп ыҙаланы Булатын. Бөтә шатлығын да, ҡайғыһын да ул Булатҡа һөйләне, башҡа бер кешегә лә ышанып хәбәр һөйләп өйрәнмәне ул. Бары тик булат серҙәше, әңгәмәләш дуҫы, ҡайһы саҡта атай кеүек яҡын итеп тойоп йәшәне. Уның оҫта ҡуллы, аҡыллы, аҙ һүҙле шул уҡ ваҡытта йор, шаян булыуына һоҡланып йәшәй ине гөлсара. Балалрҙы яратыуы айырыуса ҡыуаныс һәм шатлыҡ ине. Һәр баланың тыуыуын байрам итеп ҡабул итте. Үҙе өйҙә саҡта дүрт аяҡланып алып береһен яурын тәңгәленә, икенсеһен биленә, өсөнсөһөн янбашына ултыртып иҙән буйлап алып йөрөтөр ине, ә дүртенсеһен Гөлсара имеҙеп улытырыр ине. Ауыр эш эшләтергә тырышманы ул Гөлсараға. Балалар ҡул аҫтына инер –инмәҫтән һәр ҡайһыныһына эш бүлеп бирер ине. Эшкә китер булһа, йәшелсәләрҙе утау, һыу ҡойоу, өйҙө ипле тотоу кеүек эштәрҙе балаларға ҡушып китәр ине. Айырым кешеләрҙән һүҙ әйттермәне, һәр саҡ яҡлап-һаҡлап йөрөтөргә тырышты. Байрамдар күп була ине ул осорҙа, һәр байрам ососронда тыуғандар араһында ҡунаҡ саҡырышыуҙар, һуғыш осоро мәжлестәре аят, тыуған көн кеүек мәлдәрҙә Гөлсара кистәрен репитициялар үҙғарыу сәбәпле ҡайһы бер мәжлестәрҙә Булат балаларҙы ла үҙе менән алып йөрөр ине. Тыуғандары араһында ҡайһы бер әсерәк теллеләре Гөлсаранан бик ҡәнәғәт булмауҙары, кис эшләүен сәбәп итеп, Булатты һыуындырырға маташыусылар, хурлаусылары ла була ине, ләкин булат был хәлдәрҙе яҡты аҡыл менән аңлап, үҙенсә хәл итәр ине. Булаттың үлемен улар ғаиләһенең һоҡланғыс ғаиләнең ошондай аяныслы хәлгә ҡалыуын ауылда күптәр аңлай ине, әлбиттә. Күрше-кңлән араһында шул тиклем матур ғаилә ине бит, ана ниндәй эт менән бесәй кеүек йәшәүселәр бар, эсеп әҙәм аптыратып йөрөүсе ирҙәр йәшәй бит тип ҡуйыусылар ҙа күп ине.
Хәҙер кемгә генә серҙәремде, кәңәштәремде һөйләрмен тип йөрәкһеп, балаларға, сит-яттарға һиҙҙермәй һулҡып-һулҡып илауҙан да азат була алманы гөлсара. Йәшәгән саҡтарында сигеү сигеп ултырырға тура килһә, күҙҙәреңде һаҡла сигеү сигеп ыҙалама тип өндәшә ине. Фотокарточкаларҙы ҡарап ултырғас, дипломдар, грамоталарҙы балалар уйнатып алып йөрөһә, үҙе йыйып ҡуяр ине. “Ағиҙел” журналында бик матур шиғырҙар килеп сыҡһа, бына ошоно сәхнәнән һөйлә тип Гөлсараға тотторған саҡтары ла була ине. Гөлсара балалары, эше менән булышып ҡайһы бер мәл газеталар уҡымай башлаһа, “уҡып бар, һин бит мәҙәниәт хеҙмәткәре был хәл-ваҡиғаларҙы һин белергә тейеш”, - тип иҫкәртә биреп ҡуяр ине. Бик ауыр кисерҙе барыһын да Гөлсара, ләкин тормош үҙ яйы менән дауам итә. Көндәлек эш, мәҙәниәт эше, балар яҙмышы һәр береһе Гөлсараның үҙ иңенә төшә ине., әлбиттә.
Мәҙәниәт эштәтеренең тыңғыһыҙ булыуы һәр ваҡыттағыса дауам итә барҙы.
Дауамы бар.