

Әсәйем! Әсәкәйем Бәҙретдинова Ғәрифә Нуретдин ҡыҙы, ололарҙың һөйләүе буйынса бер етем генә ҡыҙыҡай булған. 1916 -сы йылда тыуған. Миңә 16 йәш тулыр-тулмаҫтан әсәйебеҙ беҙҙе ҡалдырып, яҡты донъянан китеп барҙы. Иң бәләкәй ҡустыбыҙ Кинйәбулатҡа 9 йәш тә тулмаған ине. Йәй көнө булды был хәл. Дүртәүләп ултырып, ҡапҡа алдында илашып, ултырғаныбыҙҙы хәтерләйем. Беҙҙән оло дүрт ағай-апайҙарыбыҙ ҡырға сығып киткәндәр ине. Әсәйемде мөләйем йөҙлө, яғымлы ҡарашлы, түп-түңәрәк һылыу йөҙлө итеп, һәр ваҡыт күҙ алдында йөрөтәм. Башымдан, ҡулымдан, йә битемдән һыйпағанда ҡулдары йылы ғына, әммә һөйәлләнеп ҡатҡан булыуы хәтерҙә.
Әсәйем эшкә бик тә тырыш колхозсы булған. 60-сы йылдарға тиклем колхозсыларға эш хаҡын аҡсалата түгел, "тордадин" (трудодень) менән түләгәндәр. Йәғни, нисә көн эшкә сығаһың, шуға ҡарап көҙгөһөн ашлыҡ бүлеп биргәндәр. Ана шундай хеҙмәт күрһәткестәре буйынса әсәйем һәр ваҡыт алдынғыларҙан булған. Алынғыларҙы баһалау, хуплау, дәртләндереү сараларының береһе – аэропланға ултыртып, ауыл өҫтөнән бер нисә тапҡыр әйләндереү – ҙур шөһрәт билдәһе һаналған. Минең әсәйем дә ошо данға лайыҡ булып, ауыл өҫтөнән аэропланда осоу бәхетен татыған. Ҡайһы бер кешеләрҙең фараз итеүенсә нәҡ шул мәлдә әсәйем Рафиҡ ағайыма йөклө булған. Бәлки шуның шауҡымы менәнме, ағайым хәрби летчик булып китте. Көҙгөһөн әсәйемдең хеҙмәт емештәрен аҙбарға алып килеп бушатыуҙары әле лә күҙ алдымда. Әсәйем һәр ваҡыт балалары кеше араһында кәм-хур булып йөрөмәһен тип, тырышты. Йәйгеһен ҡымыҙлыҡ, көртмәле, еләк йыйып һатып, балаларының өҫтөн бөтәйтергә тырышты. Бер көн әсәйем ҡалаға китте, беҙ, балалар, кискеһен тәҙрәгә һылашып-йәбешеп, әсәйебеҙҙең ҡайтҡанын көтәбеҙ, юлды күҙтәбеҙ. Бына алыҫта велосипед этеп килгән бер кеше һыны күренде. Яҡыныраҡ килгәс, әсәйебеҙҙе таныныҡ. Күрше малайҙары алдында мәхрүм булып йөрөмәһен тип, әсәйем миңә өндәшмәйенсә "велик" һатып алып ҡайтып бирҙе. Минең күҙем шар булды, түбәм күккә тейҙе. Был ПВЗ маркалы ялтырап торған өп-өр яңы велосипед ине. Ана шулайтып, әмәлен табып, әсәйем миңә тағы ла "Шуя" тип яҙылған хромка гармунын алып ҡайтты. Мин бишенсе синыфста уҡый инем, гармунда уйнарға тиҙ генә өйрәнеп алдым. Әйтергә кәрәк, Зөһөрә апайым минән тиҙерәк өйрәнде.
Зөбәржәт ЯҠУПОВ.