Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
23 Октябрь 2022, 14:05

Яҙмышым һуҡмаҡтары (етенсе өлөш) Фатима ҒӘЙНУЛЛИНА

Бик уңышлы башҡарылған был бейеүҙе 1977 йылда  “Огонек” журналына ла төшөрөп алдылар. Ошо бейеү менән күп алдағы конкурс-смотрҙарҙа 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Бер осор телевидениела Гөлсара “Әйҙә еңгә бейеп ҡал” бейеүен бейегәндән һуң, Наил Ғәлив үҙ бригадаһына бейеүсе булып килергә лә саҡырҙы. Ләкин Гөлсара өсөн был тәҡдим бик мөһим түгел ине инде. Уның яҙмышы икенсе юлда ине.

Яҙмышым һуҡмаҡтары (етенсе өлөш) Фатима ҒӘЙНУЛЛИНАЯҙмышым һуҡмаҡтары (етенсе өлөш) Фатима ҒӘЙНУЛЛИНА
Яҙмышым һуҡмаҡтары (етенсе өлөш) Фатима ҒӘЙНУЛЛИНА

1972 йыл Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт мәктәбенең бейеү бүлеген тамамлап Рәйсә Әхмәтова ҡайтты. Гөлсара өлкән методист штаты бирелеү һәм шул эште башҡарыу сәбәпле,  халыҡ бейеү ансамбле  етәкселеген Рәйсәгә биреүҙәрен һораны. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге  музыка мәктәбендә уҡып йөрөгән Иҙел Ниязғоловты баянсы итеп халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә алынды. Районға халыҡ инструменттәр  ансамбле исеме бирелде. Бик йәнле итеп, дәрт менән эшләп алып китте Рәйсә Әхмәтова.  Бал бейеүҙәре, рус, украин халыҡ  бейеүҙәре менән тулыландырҙы ул бейеү программаһын.

Башҡорт АССР-ының 55 йыллығы Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү көнөнә 30 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған смотр-фестивалендә Рәйсә Әхмәтова етәкселегендәге бал бейеүе Өфө сәхнәһендә йәштәр сығышына  комиссия хайран ҡалды. Был  йылдарҙа  район мәҙәниәт бүлеге мөдире булып Мостафа Ҡужабаев исемле уҙаман эшләй ине. Ғөмүмән, мәҙәниәт бүлеге  мөдирҙәре йыш алмашына ине ул мәлдәрҙә.  Район мәҙәнәниәт йортонда арыуыҡ үҙгәрештәр булдырылды. Республика мәҙәни министрлығы тарфынан өлкән методист, методист штаттары булдырылды. Ауыл клубтарына, мәҙәни усаҡтарға туранан ярҙам итеү мөмкинлектәре тыуҙы.  Ауыл советтары урынлашҡан ауыл клубтары, ауыл мәҙәниәт йорто итеп үҙгәртелеп, мөдир һәм художество етәксеһе штаттары бирелде.  Китапханалар булдырылды. Шулай итеп һәр ауыл  советында өсәр  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре штаттары барлыҡҡа килде.  Мәҙәниәт бүлегенә  музыка ҡоралдары, костюмдар, мәҙәни усаҡтарҙың торошон үҙгәртеү  мөмкинлектәре ипләп һынылыш алды. Районда художество  мастерскойы булдырылып, район үҙәген, ауыл советтарын, мәҙәни усаҡтарҙы биҙәү буйынса ҙур эштәр алып барылды. Был тәңгәлдә Рәис Ҡарағолов менән Ғайса Дәүләтчуриндарҙың эшен маҡтауға лайыҡ. Күп осраҡта уларҙың  эшен район партия комитетты етәкләне. Бөтә материал мәҙәниәт бүлегенән, ә эшләтеп үҙҙәренә тәғәйен эштәрҙе лә мәҙәниәт материалынан эшләтеүгә һис уңайһыҙланмай туранан-тура талап итәләр ине улар. Үҙҙәренең етәксе ролен өҫкә ҡуялар ине. Художниктарҙың эш хаҡы нисек һәм күпме эшләүҙәренә ҡарап билдәләнә ине.  Ҡаһылай ғына булмаһын райондәң экономик хәле түбән булыуы, дотацияла йәшәүе мәҙәниәт усаҡтарының материаль техник хәленә, эш барышына кире йоғонто яһай ине, әлбиттә.

Республика мәҙәниәт министрлығы финанс бүлегенең  бүленгән аҡсаһына ғына эшләп  йәшәне район мәҙәни усаҡтары. Райондың экономик хәле түбән булыуы сәбәпле, ярҙам башҡа яҡтан булманы.  Күберәк  үҙ ҡаҙанында үҙе ҡайнап йәшәргә мәжбүр ине мәҙәни усаҡтар. Район етәкселәрнең ҡайһы берҙәре һаҡһыҙ рәнйетеүҙәрҙән дә ары китмәҫтәр ине. Күп ваҡыттарҙа (ремонт, утын әҙерләү, йылытыу, район һәм колхоз субботниктарында әүҙем ҡатнашып, бирелгән заданиеларҙы үтәп бер үк ваҡытта халыҡты мәҙәни хеҙмәтләндереү бурыстарын да  тулыһынса башҡарылыу йөкмәтелә килде. Ныҡлы контролдә алып барылды эштәр мәҙәниәт тәңгәлендә. Район партия комитеты, район кино селтәре  эшенә өҫтөнлөк бирҙе был осорҙа. Кинодиректор Хазыров бынан файҙаланып, район мәҙәниәт йортона  ярҙам итәһе урынға  һәр саҡ ярҙан этеп эшләне һәм йәшәне.

1974 йылдарҙа мәҙәниәт училищеһын тамамлаған ханым Рәйлә Талбутдинова  район мәҙәниәт йортона  методист булып эшкә урынлашты. Яңы йолалар тыуҙырылды мәҙәни эштәр программаһында. “Килендәр һәм ҡәйнәләр”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Беренсе синыфҡа беренсегә” исемле йәнле яңы саралар уҙғарыла башланы. Тантаналы туйҙар, балаларға таныҡлыҡ, йәштәргә паспорт биреү һәм башҡалар мәҙәни эштәрҙең төрлөләнеүенә, тәрбиәүи йөкмәткеле саралар-эштәр йәнләнеүенә этәргес булдылар. Районға үҙ мәҙәниәт кадрҙары өҫтәлә барҙы.

1974 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни училищеһын тамамлап, Байназар ҡыҙы Әлмирә Назарова ҡайтып төштө. Автоклуб мөдире булып урынлашты. Ситтән тороп мәҙәниәт училищеһында уҡып йөрөгән Салауат Хәкимов автоклуб йөрөтөүсе булып эш башланы. Әлмирә Назарова йәш ҡыҙҙарҙы йыйып, йырға һәләтлеләренән ансамбль төҙөнө. Был ансамбль бик йәнле эште алып китте. Райондар, ауыл мәҙәни усаҡтарында, байрам һәм башҡа яуаплы концерттар программаһында  бик уңышлы сығыштар яһап, республика смотрҙарында, телевидениела ла сығыш яһауға өлгәшәләр ине. Ошо йылдарҙа район мәҙәниәт йорто мөдире булып Йәһүҙинә Фәриҙә эшкә урынлашты. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының театр  бүлегенә уҡырға урынлашып алды. Район үҙәге мәҙәниәт йортонда спектакльдәр ҡуйылыу йышайҙы. “Яҙылмаған закондар”, “Балаҡайҙарым”, “Силәгенә күрә ҡапҡасы”, “Игеҙәктәр”  һәм башҡа әҫәрҙәр сәхнәләрҙә ҡуйылды. Төрлө юбилейҙар айҡанлы театр смотр коллективтары уҙғарылыу сәбәпле  ауыл мәҙәниәт йорттарының мпектакльдәр менән сығыш яһауҙары әүҙемләште. Халыҡ инструменттары ансамбле менән был йылдарҙа Иҙел Ниязғолов етәкселек итте. Ул оҫта йырсы Мәфтуха Вәлитованың улы ине.

Иҙел бик талантлы, алға ынтылыусы музыкант булараҡ, һәр төр инструменттарҙа виртуоз уйнаны. Баян, гитара, фортепиана һ.б. үҙе уйнар, үҙе ремонтлап та маташты. Бер төркөм йәш егеттәрҙән музыкаға һәләтлеләрен һайлап, музкаль ансамбль төҙөнө “Иҙел тулҡындары” исеме ҡушылды. Яңғыҙ, дуэт, ансамбль йырсылары ошо “иҙел тулҡындары” ансамбле менән йырланылар. Хатта ҡайһы бер бейеүселәр шул ансамбль музыкаһына бейеүҙәр башҡарҙы. Йәштәр кисәләре, концерттар ошо ансамбль менән уҙғарыла ине. Төрлө тантаналарҙы, туйҙар ошо ансамбль ҡатнашлығында  башҡарылды. Иҙел Ниязғолов район һәм республика  күләмендәге , ҡайһы райондарға сығып концерттар ойошторорға тура килгән ваҡыттарҙа, уны Әбйәлил, Баймаҡ тағы ҡайһы бер район етәкселәре эшкә саҡырҙылар. Квартира бәриәсәктәрен, эш хаҡы арыу түләйәсәктәрен дә иҫкәрттеләр. Иҙел үҙ Бөрйәнен яратты, ул үҙ районына тоғро булды. Ситтән тороп, Өфө  сәнғәт училищеһын тамамалап алды һәм инициатива менән эшен дауам итте. Район музыка мәктәбенең дә эше йәнләнә барҙы. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап йәш белгестәр килделәр. 1974 йыл музыка мәктәбендә ҡурай  бүлеге асылды. Уның уҡытыусыһы итеп, ҡурайсы Мөхәмәт Ҡәҙерғолов тәғәйенләнде. Ул һуғыш ветераны, оҫта ҡурайсы булды. Идеология юғары кимәлдә булыуын дауам итте. Талап бик көслө был хәрби дисциплинаға яҡын ине.  Ошо хәрби дисциплина партия комитеттары, ҡайһы бер район етәкселәре тарафынан ғәҙелһеҙлек булыуы, көсләп тигәндәй кәрәк-кәрәкмәгән ҡыҫыуҙар, улар тенденцияһы буйынса  эшләүҙәр байтаҡ ғәҙелһеҙлектәргә йүнәлтә, намыҫҡа тейә, күп осраҡта яратып башҡарған мәҙәниәт эшенән ситкә тайпылыуға булышлыҡ итә ине.

Шулай матур ғына итеп эшләп йөрөгән халыҡ бейеү ансамбелен 1969 йылда яулап алынған,  ә 1972 йылда Рәйсә Әхмәтова етәкләгән ансамблде  район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мостафа Күжәбаев менән Мөхәмәт Ҡәҙерғолов үҙ-ара килешеп, республика мәҙәниәт бүлеге мөдире  ярҙамсыһы Нәбиуллинға бал менән йәнлек тиреһе илтеп, халыҡ бейеү ансамблен юйҙырып, халыҡ  ҡурай ансамбле  исеменә алмаштырып, 1974 йылдан үҙ белдектәре менән эш итеп, йәшертен рәүештә халыҡ ҡурай ансамбле исемен законлаштырып ҡуйҙылар. Был аҫтыртын эш  Рәйсә Әхмәтова менән Гөлсараны сығарынан сығарҙы. Һәм улар  бер ни эшләй алмай кәмһенеп, ғәрләнеп күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ыҙаланылар. Был йылда  Гөлсара ситтән тороп Силәбе  мәҙәниәт институтының 2-се курсында уҡып йөрөй ине. Шулай 1974 йыл республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең  Ҡырмыҫҡалы районында үткәрелгән кәңәшмәһендә Рәйсә менән Гөлсара ҡатнашып, ундағы етәкселәрҙең мәҙәниәт эшенә ихтирам менән ҡарауҙарына, хужалыҡ һәм башҡа хеҙмәт кешеләре менән тиң итеп ҡуйыуҙарына һоҡланып,  Бөрйән районындағы ҡараштарға сағыштырып, ситкә китеү ниәте менән ҡайттылар был кәңәшмәнән.  Ләкин ғаиләле булып, ултыраҡ тормош алып барыу, күп нәмәләргә береккән булыуҙары ғына был теләккә  бик теләһәләр ҙә, тормошҡа ашыра алмауҙары бик оҙаҡ уларҙы үкендерҙе.

Ә бит бер ҡараһаң, был етәкселәрҙең дә вайымһыҙлығы мәҙәниәтте ситләтеп, ихлас булмауҙарын иҫбатлай ине бит. Беренсенән, районда мәҙәниәт белгестәре етешмәй, улар икеһе лә белгестәр. Эйе һәм ниндәй белгестәр бит әле. Һәр икеһе лә район мәҙәниәт эшенә тос өлөш индереп эшләйҙәр,  икеһе лә ҡатын-ҡыҙ, өсөнсөнән, икеһе лә  балалар әсәһе. Шундай  хеҙмәткәрҙәренең күңелен төшөрөп, намыҫтарына тейеп,  кәңәшләшмәй итмәй үҙ-ара аҫтыртын эш итеүҙәре белгес ҡатын-ҡыҙҙарҙы мыҫҡыллау итеп ҡабул иттеләр. Ҡурай ансамбленә былай ҙа халыҡ исеме биреләсәк ине. , уны законлы рәүештә лә  яулап алыу көн кеүек асыҡ ине бит. Идеология секретаренең, район етәкселәренең дә был тәңгәлдә ярҙам итә алмауҙарын аңлата, иҫбатлай ине был, әлбиттә. Бына шул ҡараштағы етәкселәр район менән етәкселек итеүе, үҙе үк ғәрләндерә һәм намыҫтарҙы кәмһетә ине. Ниндәй ауырлыҡтарҙы ашаҡлап, Гөлсара, балаларын бер үҙе үҫтереп, ҡарт ҡәйнәһенә көс һалып ситтән тороп Силәбе мәҙәниәт  институтының режиссура бүлегендә 2-се курста уҡып йөрөй. Ул бит ошо райондың мәҙәниәт эшен юғары кимәлгә күтәреү, киләсәктә сәнғәт һөйөүселәрҙең күләмен, сифатын үҫтереү, профессиональ сәнғәткә ынтылыусыларҙы әҙерләү ниәте менән уҡып йөрөүө лә, бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай, уйландырмай. Бары тик Гөлсараға ғына кәрәк тип аңлай ине ул  был райондағы күп кенә ҡарашлы кешеләрҙе, булмыштарҙы. Бик талантлы ҡайһы бер йәштәрҙе ошо профессияға өгөтләһә,күптәрҙең ата-әсәһе ҡаршы килер ине. Ул да булғанмы һөнәр,  ни ғаилә юҡ, уларҙың эше эшме ни, улар бит халтурщиктар тип кәмһетеп тә ҡуярҙар ине. Был йылдарҙа профессионал артистар  Йәнғәле Вәхитов, Муллаян Һөйәрғолов, Әхәт Хәлитов  Бөрйәндән сыҡҡан  таланттар ине.

Был осорҙа район мәҙнәиәт йортоноң  мейестәрен  йылытмау сәбәпле ике ҡатлы йорттоң ике ҡатлы мейестәре иҫкереп, файҙаһыҙ булыуы район етәкселәренең мәҙәни усаҡтарға иғтибар биреп еткермәүе сәбәпле йәп-йәш ҡарағай утындар килтереп, көнө буйы ул йәш ҡарағай утындар быҫылдап янып ятырҙар ине, йылыһы мейесте лә йылытмаҫ ине. Ә утындар килеп ятҡас,  мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөүсе йыйыштырыусылар үҙ ғаиләһе, улы йә ҡыҙы менән утын бысып, ярып яғып йөрөрҙәр ине. Ә мәҙәниәт йортонда эшләүселәр күпселек ҡатын-ҡыҙ, ир заты бик аҙ. Киноселтәр хеҙмәткәрҙәре ныҡ һау-сәләмәт ир-аттар ине. Беҙ мәҙәниәт йортона арендаға 10 процент аҡса күсерәбеҙ  шул еткән тип кенә эре һөйләшәләр ине. Мәҙәниәт йортоноң иң яҡты бүлмәһендә уларҙың бухгалтерияһы урынлашҡан, кинозал айҙың 24 көнөн 3-әр сеанс кино ҡыуа, шуның менән дә һис ярҙам итмәй, бергәләшмәй ыҙалатырҙар ине. Уларҙың шулай эгоистик ҡараштары райком комитетына билгеле ине, ләкин бер сара ла күрергә тырышманылар. Оҙаҡ йылдар буйы был хәл дауам итте. Мостафа Күжәбаев мәҙәниәт бүлеге мөдире осоронда  күп мейестәр һүтелде, йылытыу торбалары үткәреү өсөн арыуыҡ  майҙандарҙы көрәк менән ҡаҙыу эштәрен дә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре башҡарҙы.  Киноселтәр хеҙмәткәрҙәре ситтән генә ҡарап йөрөнөләр.  Райондың етәкселеге лә бик иғтибарһыҙ булды был хәлгә.  Ни өсөн ситтән ярҙам юҡ тип һораһаң, аҡса юҡ, уларға түләргә кәрәк бит, ҡайҙан алаһың уны, тип кенә яуап бирерҙәр ине. Һеҙ бит ошонда эшләйһегеҙ, был эш сәғәтегеҙгә инә тейерҙәр ине.

Киноселтәренең өр-яңы  хужалыҡ машинаһы бар,  улар үҙҙәренең  будкаһын ғына йылыталар һәм бухгалтерия бүлмәһенә яғып йылыталар. Йыл һайын йә ике йыл аша яңы УАЗ машиналар алып, гараждар төҙөлөп, шул гараждарына  мейес сығартып, эҫе итеп яғып, унда рәхәтләнеп эшләйҙәр ине. Һәм  һәр бер киноселтәрендә эшләтеүселәргә  утын, бесән башҡа эшкә, охотаға сығып китеүгә тотоналар ине ул машиналарын. Кинозалда 3-әр сеанс кинолар бара, яғып йылытыусы мәҙәниәт йорто йыйыштырыусыһы һис йүнләп йылыта алмай, сөнки утындар самалы һәм йәш ҡарағай яғыла.

Кино күрһәтеү бик әүҙем бара ине.  Һиндостан кинолары, Совет фильмдары бик әүҙемләште. Халыҡ та, балалар ҙа  күпләп йөрөнөләр. Икешәр сериялы кинолар ҡарап, һыуыҡ клубта ауырып китеүселәр күп була торғайны. Етәкселәр был хәлдәргә лә күҙ йомоп ҡаранылар. Хазыровтың эгоизмын улар күрә лә, еңә лә алманылар. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә бөтә етешһеҙлекте һылтанылар. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең көсөнән килмәне, халыҡ ыҙаланы, өшөп ауырыны. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең көсөнән килмәү сәбәпле, бер ниндәй ярҙамсыһыҙ үҙ сосолоҡтары менән  эш башҡарып, ҡайһы бер етешһеҙлектәр килеп сыҡһа, уларҙы райком бинаһына саҡырып һыҙырырҙар ине. Ә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре  уларҙың кабинетында йылынып, их шундай ерҙәрҙә эшләһәң ине ул, тип әрләнеп, ҡыҙҙырылған тауыҡ итендәй бүртенеп мәңге бөтмәҫ эске асыуҙары менән үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, мыҫҡылланып сығырҙар ине.

Һәм уйҙарында был нужанан ҡотолоп булмаясаҡ икәнлеген йыш ҡына инанып ҡуялар ине. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәргә күпселек етәкселәр һәм халыҡ араһындағы ҡайһы бер аңһыҙыраҡтар тарафынан кәмһетелеү генә көтөргә тура килә ине. Был хәл район үҙәгендә генә түгел, күпселек ауыл советтарында урынлашҡан мәҙәни усаҡтарҙың да нужаһы булды.  Һәр ауыл советы   бүлмәләрендә  хөрриәт, йылынып, йылмайышып эшләп ултыралар, ә мәҙәни усаҡтар һыуыҡ, ҡотһоҙ көйө торалар.  Ҡайһы берҙәренең 3-4 көнгә генә етмәле утындары  утынлыҡтарында күренеп ята торғайны.  Ауыл Советтәренең эргәһендә утынлыҡта утындар матур итеп ярып өйөлгән, хужаларының донъяһы балҡып тора, ә мәҙәни усаҡ етемһерәп ней эшләргә белмәй,  транспорт булмау, колхоз, йә ауыл советы үгәйһетеп ҡарауынан аптыранып  ыҙаларҙар ине.  Етәкселәр үҙҙәренең мөһим мәсьәләләрен, бурыстарын шул мәҙәни усаҡтарҙа уҙғарырҙар ине. Бөтә халыҡты ойоштороу, һайлауҙар, йыйылыштар, концерт-репитициялар мәҙәни усаҡтарҙа уҙа, ә ситләтеп йәтимһерәтеп шул усаҡтарҙы йәшәтеүгә битарафлыҡ  аптыратырлыҡ хәл булыр ине. Күп осраҡтарҙа ҡайһы бер ауыл мәҙәни йортона район мәҙәниәт йортонан концерт, йә спектакль менән барып төшкәс, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйыштырыусының өйөнә барып алып килеп ут яғырға тотона, бөтә йорттоң эсен төтөн солғап ала, баҡтиһәң ул аҙналар буйы  яғылмаған, һуңынан йыуып һеперә башлай. Кис халыҡ йыйылыуға сәхнә иҙәне туңып тайғаҡ булып ята, ә мәҙәниәт йорто эсендә угарный еҫ, төтөн, нәҡ мунса инде. Ә йыйылған халыҡ иң йылы кейемдәрен кейеп килеп ҡарап ултыра.  Сәхнәлә уларҙың күңелен асырға килгән һәүәҫкәрҙәр, хеҙмәткәрҙәр яланғас көйө тайып китеп уларҙың күңелен аса. Ҡыш, һыуыҡ мәлдәрҙә  ошондәй осраҡтар ҙа йыш булғылай ине. Ҡайһы бер колхоз етәкселәре партия, комсомол әһелдәре  йәйге осорҙа  ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һауынсы итеп тәғәйенләп ҡуялар ине.  Был осорҙа мәҙәни усаҡтар үҙ эшенән туҡтай, ул ҙур йоҙаҡ менән бикләнә. Хужаларҙы тыңламай, уға ҡаршы берәй һүҙ әйтеп ҡара, эшеңдән ҡолаҡ ҡағырһың.

Ошондай осраҡтар мәлендә район мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән булдыҡлы ир-егетте икенсе эшкә  күсереп ҡуялар, йә  ул ир-егет үҙе теләп был тиклем үгәйһетелгән өлкәлә эшләп йөрөүҙе хуп күрмәй икенсе күңеле тарҡан файҙалыраҡ эшкә урынлаша.

Бына шул мәлдә әлеге мәҙәниәт мөдире урыны буш торғанын күреп, береһенән-береһе бәләкәй балалары менән яңғыҙ ҡалып, ситтән  тороп  Силәбе мәҙәниәт институтында уҡып йөрөүсе гөлсараны райком секретаре саҡыртып мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләне.  Романтик натуралы Гөлсара ҡаршылашып тороуҙы бик хуп күрмәне, ризалығын белдерҙе. Хәленән  киләме юҡмы был тәңгәлдә лә уйланып торманы. Эште дауам итеү, уҡыуын да тамамларға, сөнки яңғыҙ ҡалғас, икеләтә, өсләтә тырышыу кәрәклеген ул ныҡ аңлай ине. Был яуаплы бурысты үҙ еткәһенә алғас, Гөлсара ныҡ уйланды, ниҙән башларға, нисек итеп эште уңышлы алып китәргә, кемдәргә таянырға, гел райком етәкселәре күрһәтмәһе буйынса  эш итергәме, әллә үҙ фантазияңды, ҡайһы бер мәҙәниәт эштәре өлкәһендә алғараҡ киткән  райондар өлгөһөн файҙаланырғамы һәм башҡа бик күп һорауҙар осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙар, хыялдарға сумып берсә аптырап, берсә конкрет дәлилдәргә таянып үҙен йыуата, үҙендә  туплай ине.  Үҙе менән бергә уҡып йөрөгән Галя Киселева  Верхняя Пышмала мәҙәниәт мөдире  ул бик үҙ эшен яратып башҡара. Ә ни өсөн уның менән фекер алышып  тәжрибә уртаҡлашмаҫҡа тигән ҡарарға килде гөлсара.

Булатты  юғалтҡандың икенсе йылына 1973 йыл  СилӘбе мәҙәниәт институтына уҡырға инеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙы ул. Был хыялын ул  ҡайынһеңлеһе Хәҙисә менән кәңәшләште. Сөнки балаларҙы ҡалдырып  йөрөргә тура киләсәклеген уйлап шулай хәл итеү мотлаҡ ине уның өсөн. Ҡәйнәһе лә  артыҡ киреләнмәне, ризалығын белдерҙе. Гөлсараның Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын уҡып бөтөрөүенә 16 йыл. Ул төп башҡорт районында йәшәй һәм эшләй, 96 процент башҡорттар араһында. Үҙ телендә һыуҙағы балыҡ кеүек йөҙһә, ҡайһы бер нәмәләрҙе аңлап та еткермәй, нисек итеп барып инермен һәм нисек уҡырмын икән тигән һорау, әлбиттә, уны уйландыра һәм ҡурҡытып та ҡуя ине. Институтҡа инеү өсөн уның мәҙәниәт эштәрендә оҙаҡ эшләүе һәм был эш буйынса атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булыуы ғына  инандыра, өмөт сатҡыһы бирә ине.

Бер ни уйлап тормай бер ҙур хужалыҡ сумкаһына туп-тулы китаптар тултырып алып, икенсе ҡулына эске кейеме һалынған бер пакет тотоп, көн дә оса торған “кукурузник” самолетына ултырып Өфөгә  осто, кискә ҡарай поезд менән Силәбе ҡалаһына йүнәлде.  Поезд таңға килеп вокзалда  туҡтау менән юлдағы һәр осраған кеше аша институт йортона барып, документтарын тапшырғандан һуң, стенала яҙылып ҡуйылған иғландар буйынса  квартирға урынлашып, ныҡлап китаптарын аҡтарып һынауға әҙерләнә башланы. Ләкин рус телендә иншала бер нисә хата ебәреү сәбәпле,  һөнәре буйынса үтһә лә, тороп ҡалды Гөлсара. Институтҡа киренән документтарын алырға барғанда, ситтән тороп уҡыусылар бүлеге мөдире Потеряев фамилиялы декан Гөлсара менән ныҡлап һөйләшеп, Төмән  ҡалаһындағы мәҙәниәт уҡыу филиалына киренән һынау бирергә приказ яҙып оҙатты. Гөлсараның аҡсаһы бик самалы ине. Эшләгән урынына хәбәр итеп, почта аша аҡса алып, һынау бирергә Рюмень ҡалаһына йүнәлде.

Силәбе мәҙәниәт институтының бер филиалы  Төмән ҡалаһында. Гөлсара Потеряев ебәргән приказды биргәндән һуң, уға яңынан  специальностан башҡа бөтә фәндәрҙән  дә яңынан экзамен  биреүгә рөхсәт бирҙеләр.  Һәм шул рөхсәт буйынса рус теле яҙманан инша түгел, ә диктант яҙҙырҙылар, рус теле телдән, тарихтан һынау алдылар.  Һынауға әҙерлек осоронда буласаҡ студент  йәштәрҙең һынауға еңел ҡарауҙарына, йыш ҡына эскелек ойоштроу кеүек ҡылыҡтарына шикләнеп бик өнәмәй аптырау менән ҡарай ине. Ул улар араһында оло балалар әсәһе, аҡсаға самалы йәш-елкенсәк уны ла үҙ компанияларына эйәртергә маташыуҙарына ул ризаһыҙлыҡ белдерһә, уны ситләтергә маташыуҙары бигерәк  күңелен ҡыра ине.

Һынауҙар тамамланыуына Потеряев филиалға килеп етеп, хәлдәрҙе аңлағандан һуң, уҡырға Свердловск филиалына барасаҡһың тине. Гөлсара шатланып ризалығын белдерҙе һәм рәхмәтле булып ҡайтыуға йүнәлде.  Уыҡрға инеү уны ҡанатландырҙы, күңелен үҫтерҙе, ул үҙен бик бәхетле, элеккенән юғарыраҡ баҫҡыста итеп тоя  башланы. Эшләп йөрөгән осорҙа  режиссура буйынса  контроль эштәргә һорауҙар килеп ята башланы.  Гөлсара район  китапханаһынан күпләп күренекле режиссерҙарҙың китаптарын алып ҡайтып, көндөҙгө  эштәр тамамланыу менән балаларын ашатып йоҡларға һалғас,  төнгө сәғәт 3-4-тәргә  ҡәҙәр  контроль эштәр  эшләй, ә иртәгәһен иртә менән тороп, балаларҙың ашарына әҙерләй ҙә 8 сәғәт 30 минутта эшкә йүнәлә. Бөтә уҡыу осоро 1973 йылдан 1978 йылға  тиклем шулай дауам итте.

Район мәҙәниәт бүлеге мөдире булып алыу Гөлсараға ҙур яуаплы һынауҙар үтеү осоро булды.  Мәҙәниәт йорттарын мөмкин  тиклем йүнлерәк, исеме есеменә тура килерлек  кимәлгә еткереү маҡсаты, хәллерәк  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең үҙ эшенең һөнәрсеһе итеп күргеһе  килде. Мәҙәни уҡыу йорттарына уҡырға инергә  өгөтләп, мәҙәни сараларҙың юғарыраҡ кимәлдә үткәрелеүенә  төп йүнәлеш, көс һәм белемде ҡулланыу. Үҙэшмәкәр түңәрәктәрҙең эшен йәнлерәк юлға һалыу, йәштәрҙә күберәк йәлеп итеү өсөн  профсоюз, комсомол, ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән бергә эш алып барыуҙы ойоштороу һәм башҡа ошо сараларҙың  уртаһында ҡайнай ине ул. Мәктәп, дауахана, ауыл советтары һәр ҡайныһы яҡындан ярҙам итеүгә әҙеркеүектәр ине, ләкин хужалыҡ етәкселәренең әллә үҙ мөмкинлектәренең мөсһөҙлөгөнән, әллә хужалыҡ өлкәһендәгеләрҙең тарҡау, хулһеҙлегенән мәҙәниәт усаҡтарының  техникаһыҙ булыуы эштә мөһим эштә төҙөлөш-ремонт кеүек эштәрҙе юлға һалыуҙа үтә лә ауырға тура килә ине. Инәлеү, теҙ сүгеү кеүек әмәлдәр  быуынға һары һыу ултыртырға мәжбүр ине. Һәм республика мәҙәниәт бүлеге аҡсаға ғына йәшәү үтә бәкәлгә  һуға ине. Тәүге йылдарҙа Гөлсара хужалыҡ эшендә тәжрибәһеҙлеге нәтижәһендә мәҙәниәт бүлегенең төҙөлөш һәм ремонтҡа бүлгән сатьяһы буйынса  ҡаралған аҡсаны һәр ауыл советына 1-әр мең  һумдан тигеҙ итеп бүлеүе менән район финанс бүлеге хәҙмәткәрҙәрен аптыратып та алды, сөнки  ҡайҙа ҡарама һәр мәҙәниәт усағы мөшкҡл  хәлдә булыуы аптырата ине. Аҙағыраҡ уйланырға, сессияларҙа, төрлө район күләмендәге  йыйылыштарҙа асыҡ сығыштар яһарға, хужалыҡ етәкселәре менән дә аралашыуға, район етәкселәренә тура сығып  һөйләшеүгә күсергә өйрәнә барҙә.

 Ситтән тороп уҡыу уға бер ни тиклем көс бирә, сосраҡ, тапҡырыраҡ булырға ярҙам итә, ләкин финанс һәм техникаға ҡағылған мәсьәләләр аҡһата, хатта бер ни тиклем кәмһетә лә ине.  Тимәк, хужа булыу төрлө йүнәлештәге белгес булыуҙы талап итә ине. Сессияға уҡырға ашҡынып, ҡасан ваҡыт етерен  көтөп  ала алмаған ваҡыттары ла  була ине.  Свердовский филиалына тап  килеүенә ул шатланып бөтә алмай ине. Ҙур производствоһы, үҫешкән билдәле ҡала,  уҡыған мәктәбенең бинаһы элекке Николай 2-сенәң йорто булған, тарихи әһәмиәткә эйә  урында  мәҙәни усаҡтар тирә яҡлап уратып алған төрлө кинотеатрҙар, музей һ.б. Ә уҡыған иптәштәре бөтәһе лә мәҙәниәт өлкәһендә  төрлө ҡала һәм  райондарҙа эшләйҙәр үҙе кеүек үк ябайҙар, барыһы ла рус милләтенән, башҡорт гөлсараға  һис тә кәмһетеп, йә түбәнһетеп ҡарамайҙар. Киреһенсә оло ихтирам менән өндәшәләр. Дүрт бала әсәһенең яңғыҙ ҡалып, яуаплы эш башҡарып, уҡып йрөүенә сикһеҙ аптырашалар һәм русса белеп етеңкерәмәүенә лә ғәҙәти хәл итеп ҡабул итәләр , тимәк  аңлайҙар. Бигерәк тә төркөм саростаһы Галя Киселева Гөлсараның иң яҡын дуҫына әйләнде. Ул Свердловск өлкәһе Верхнее  Уральскийҙан. Ябай ғына ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы заводта эшләп, ҡаты ауырыуҙан үлгәс, бер  тыуған Нина исемле апайы менән әсәһе Екатерина Ивановна тәрбиәһендә ҡалғандар. Галя бик тырыш ҡыҙ, яҡшы уҡыған, мәҙәниәт  техникумын уҡып бөтөргән. Аерхняя Пышма районында мәҙәниәт бүлеге мөдире  булып эшләй.  Тырышлығын, үҙ эшенең белгесе, оҫтаһы һәм бик ғәҙел икәнлеген күреп уны үрләткәндәр. Был рай   онда уны ихтирам итәләр икән. Бер ял көнө ул Гөлсараны алып ҡайтып, әсәһе, тыуғандары һәм эш урыны менән таныштырып, бер нисә мәҙәни  усаҡтар менән дә таныштырҙы. Галя һәр уҡып йөрөгән студенттың яҙмышы, ҡыҫҡаса  биографияһы менән танышып өлгөргән, һәр кемгә яҡын дуҫ һәм иптәш. Шул тиклем ғәҙел, ябай һәм яҡты ҡарашлы, һәр кемгә  ауыр ваҡытта ярҙамға ынтылып тороусан ҡыҙ. Һаулығы бик шәптән түгел, ләкин ул уға зарланмай, сөнки тормош ауырлығын йәшләй  бала урта мәктәптә уҡып йөрөгән сағынан татыған.  Әсәһенең уң ҡулы ролен үтәгән һәм үтәй. Әсәһенең ҡәҙерен белә. Ул иң алда әсәһен ҡарай,  йылы кейем, яҡшы аш, һаулығы өсөн ял йорттарына ебәреп алыу кеүек мәсьәләләрҙе үҙе хәл итеп өйрәнгән. бер туған апайы Нина бөтөнләй икенсе. Тормош ҡорған, ире һәм ике балаһы бар. Ауырыраҡ мәсьәләләр килеп сыҡһа, һәр ваҡыт Галяны саҡыра, сабырһыҙлай, хатта  ауырып китһә, йә йыйыштырыу кеүек эштәр килеп сыҡһа ла һис ваҡыты юҡ Галя Нинаға ашыға. Эшләй, ярҙам итә, ашҡынып тора бына шундай ҡыҙ ул Галя.

Уҡып йөрөгән һәр студент Галяны ярата һәм ихтирам итә. Филиал уҡытыусылары  бөтә хәлдәрҙе тик уның аша  хәл итәләр ине. Ул уҡытыусыларҙың ышанысын, яратаыуын да яулап өлгөргәйне. Галя менән бик рәхәт һәм күңелле ине.

Кафедраның мөдире Екатерина Петровна бик яғымлы, ябай, ихтирамға лайыҡ етәксе, режиссура уҡытыусыһы Исаак Израилович Половецкий еврей         милләтенән бик сибәр һәм кешелекле уҡытыусы. Ул тауыш күтәрә белмәй, бик яғымлы  һәм матур итеп өндәшә. Уны һәр студент яратып өлгөрҙө. Ситтән генә ҡарап йөрөп, Гөлсарала уға ҡарата  мөхәббәт хисе уянды. Тәүге мәртәбә үҙ яҙмышында һәм тормошонда уға Гөлсара Рахматулловна тип өндәшеүсе кеше- уҡытыусы  режиссер Исаак Израилович булды. Ул үҙенә шулай тип  бик яғымлы өндәшеүҙе  ғүмерендә беренсе тапҡыр ишетеп күрҙе һәм эстән тетрәндергес йылы мөнәсәбәт тойҙо. Был һис нигә алыштырғыһыҙ оло хис ине уның өсөн. У мөхәббәт түгелме икән тигән биреп ыҙаланы, һис кенә һиҙҙермәй эстән генә. Бөтә уҡытыусылар ҙа уның артынан шулай өндәшә башланылар. Ә студенттар Гуля-Гулечка тип өндәшәләр ине.

Бер ваҡыт филиалға Силәбе институтының ситтән тороп уҡыусылар кафедраһы мөдире  Потеряев килде. Ул профессияһы буйынса тарихсы икән. Бер мәртәбә тарих буйынса дәрес бирҙе һәм һынау барышында ҡатнашып, Гөлсараны бик ҡыуанып тәбрикләне. “Һиңә ярҙам итеп яңылышмағанмын икән, уҡытыусылар һинән ҡәнәғәт, молодец”, - тип күңелен үҫтереп китте.

Гөлсара ысынлап та бик тырышып уҡый ине. Ул лекциялар тыңлып  ултырған саҡта төрлө уҡытыусылар дәрес бирәләр ине. Бик йәш хатта 20-25 йәштәге ҡыҙ һәм егеттәр дәрес биргәндә, хайран ҡалып тәрән уйҙарға сумып тыңлай, һоҡлана ине. Үҙен бейек, яҡты боҙ һарайҙа – бәхет һарайында  ултырған кеүек хис итә ине. Шаулы бер ай ваҡыт  тиҙ генә үтә лә китә, ә Гөлсараға ҡайтырға  ваҡыт етеүен ул моңһоуланып, кәйефе ҡырылып барып билет барып алыр ине.  Балаларынан башҡа уны йәшәгән урынында бер ни ҙә ҡыҙыҡһындырмай.  Галя дуҫы күрһәткән мәҙәни усаҡтар күҙ алдына килә, ундағы етешлек, мәҙәниәткә ҡарата ихтирам һәм иғтибар, Галяның үҙ мөнәсәбәттәрен уйлап, ул үҙен бер тәрән соҡорҙа кеүек хис итеп күңелһеҙләнер ине. Йыш ҡына үҙ яҙмышын М. Горькийҙың “На дне” тигән әҫәрендәге геройҙарға сағыштырып, бик яҡындарына, балаларына һөйләп алыр ине. Был фекерҙе  теләһә кемгә һөйләмәй торған серле  фекер икәнен ул яҡшы аңлай. Сөнки халыҡҡа йәшәгән урынын фаш итеү  менән бер ине. Ул унда һыймаясаҡ ине.  Ҡайтып төшкәс тә мәҙниәт эштәрен йәнлерәк итеү өсөн пландар төҙөп, район үҙәгендәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән йәнле һөйләшеү, семинар-кәңәшмәләргә әҙерләнеү, урындарға  сығып йөрөүҙәрҙе планлаштырыу менән мәшғүл була.  Яңылыҡтар индереү өсөн, ауыл советтарына инә, өндәшә. Сессияларҙа, район советы оперативкаларында сығыш яһай. Һәм шул осраҡта уның сығыштарын бик күп яҡламауҙарын тойоп әсенә ине. Хатта Булаттың яҡын дуҫы пропаганда бүлеге мөдире Фуат Ғариф улы ҡатыны Флүрәгә өйөнә ҡайтып һөйләй икән: “Гөлсараның сығышы шул тиклем фәһемле һәм тапҡыр, ҡайһы бер етәкселәр аҫтан мыҫҡыл менән сәйер итеп тыңлайҙар. Гөлсара бик йәл.”, ти икән. Районда үткәрелгән һәр шәмбе көндәге парт активта ҡағыҙҙарын ҡулдарына тотоп, ҡағыҙына ҡарап уҡып торған ҡайһы бер етәкселәр, ойошма әһелдәре бик әҙерлекһеҙ килеп йәнһеҙ генә сығыш яһап трибуна биләп торорҙар ине. Алыҫтан  Аҫҡар, Ғәлиәкбәр кеүек ерҙәрҙән килеүселәр араһында йонсоп, йоҡолары килеп иҫнәп тыңлап ултырырыусылар ҙа була торғайны.

1975 йыл район мәҙәниәт  бүлеге мөдире итеп тәғәйенләү, 1976 йыл партия сафына алыныу ул Замандың талабы. Етәксе кеше коммунист булырға тейешлеге төп маҡсат  ине. Бик ҡыйынлыҡтар аша булһа ла ҡайһы бер хужалыҡ етәкселәре, ауыл советтары мәҙәниәт усаҡтарын төҙөү, төкөтмә яһау, йылытыу буйынса үҙ тәңгәлдәрендә  ҡулдан килгәнсә тырышып ҡарайҙар ине, әлбиттә. Ағиҙел колхозы етәксеһе Риф Баязитов үҙ территорияһында урынлашҡан мәҙәни  усаҡтарҙың торошона иғтибар бүлеүе нәтижәһендә Яуымбайҙа яңы клуб  төҙөлдө, Байназар ауылы мәҙәниәт йортона арыу ғына ремонт уҙғарылды, Мораҙым ауылы китапханаһына яңы төкөтмә эшләтелде. Ғәҙелгәрәй ауылында яңы клуб һәм китапхана бүлмәһе төҙөлдө. Был эштәрҙе башҡарыуҙа Рәшит….. бригадир күп көс һалды.  Байғаҙы ауылы мәҙәниәт йорто эргәһендә төкөтмә төҙөлөп, китапханаға айырым урын булдырылды. Яңы Мөсәт ауылында яңы мәҙәниәт йорто төҙөлдө, Брәтәк мәҙәниәт йортонда  арыу ғына капиталь ремонт үткәрелде. Ҡыпсаҡ мәҙәниәт йортона йылытыу буйынса торба мейес үткәрелеп, айырым яғыусы  булдырылды. Был эштәрҙең барыһында ла ауыл советтары һәм хужалыҡ етәкселәренең әүҙем  ярҙамы хеҙмәте арҡаһында барҙы. Нәби ауыл клубын төҙөүҙә  ауыл советы рәйесе Фәйзи Рахманғолов колхоз етәкселәре ярҙамы шул осорҙа бригадир бурысын, аҙаҡтан мәҙәниәт  хеҙмәткәре булып эшләүсе Дәүләтбай рәхмәтуллин етәкселегендә һәм ҡатнашлығында  эшләнде. Район советы етәксеһе Исмәғил Ишбаев списать ителгән хужалыҡ машинаһын мәҙәниәт бүлегенә  осһоҙлата бире, мәҙәниәт бүлегенең хужалыҡ  эштәрен алып барыуға ҙур ярҙам булды. Үҙ мәлендә, йәғни район советында  етәксе Исмәғил Ғәбитов дәүерендә район балалар китапханаһы төҙөү  Нөгөш буйынан ағас бүленгән булған. Шул ағастарҙы ташыуҙа  ул машинаның роле  бик ҙур булды.  Мәҙәниәт клубы автоклуб шоферының береһе Сәитбаталлов Мотаһар  шул машинаға ултырып алды. Булаттың дуҫы Әмир Байғужин исемле ир уҙаманы иптәшемдең ҡатыны Гөлсараға  район китапханаһының бинаһын төҙөүҙә ярҙам итәм тигән теләген белдерҙе. Һәм бригадир булып, төҙөлөш эшенә урынлашып, ағастарҙы ташыуҙа һәм төҙөп бөтөп файҙаланыуға тапшырғансы эшләне. Шулай итеп, район балалар китапханаһының бинаһы тулыһынса мәҙәниәт бүлегенең район  үҙәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Гөлсараның улы Илшат, ҡәйнеше Фәнил көстәре менән төҙөлөп бөттө. Район мәҙәниәт йортоноң мейестәре һүтелеп, өр яңы  мейестәр төҙөү башланды, сөнки үткәрелгән торбалар сифатһыҙ булғанлыҡтан, ҡышҡы ҡаты һыуыҡта туңып шартлағас, мәҙәниәт йорто бөтөнләй һыуыҡ булып тороп ҡалды. Мейестәр төҙөү өсөн яңы кирбестәр бүленде  Кирбес яғыу ул йылдарҙа Иҫке Собханғолдоң үҙендә яндырыла ине. Шул кирбестәрҙе ташыуҙа, эсбиз, балсыҡ килтереү өсөн  грузовой машина бушамаған, йә ремонтта ултырғанда, мәҙәниәт йортоноң УАЗик машинаһын файҙаланырға тура килә ине, сөнки ситтән бер ниндәй ойошма, йә хужалыҡтан транспорт алып булмай ине. Мәҙәниәт йортона костюмдар заказ менән килтереү, командировка, хат та ҡайһы бер осраҡтарҙа смотрҙар үткәрелеп ятҡанда, район үҙәгенә яҡыныраҡ ятҡан  ауылдарға барып конкурстарға ҡатнашыусы үҙэшмәкәр сәнғәт оҫталарын килтереү өсөнө дә ошо УАЗ машинаһы файҙаланыла ине. Ауылдарҙағы ҡайһы бер  етәкселәр бөтөнләй иғтибарһыҙ һәм яуапһыҙ ҡарарҙар ине. Ошондай осраҡтарҙың береһендә Гөлсараны халыҡ контроль ойошмаһына саҡырып 50 процент эш хаҡын тоторға ла оялманы. Был ойошма әһелдәре, йәнәһе мәҙәниәт машинаһы үҙ маҡсатында файҙаланылмай тигән сәбәп уйлап сығарҙы.  Район мәҙәниәт йортонда Фәриҙә Йәһүҙинаны мәҙәниәт йорто мөдире  ине, янып эшләне. Сосолоғо, эшенә яуаплы  һәм ғәҙел булыуы менән ул Гөлсараны эшендә уң ҡулы булды. Балалары ваҡ  ҡына, ире гел командировкала булыуға ҡарамаҫтан, иртәндән ҡара кискә хәтле эштә, кәрәк икән төнөн дә уны һәр ваҡытэш өҫтөндә тап итергә була ине. Гөлсара уҡыуға китһенме, йә оҙайлыраҡ командировкамы, белемен камиллаштырыу кәңәшмәһенә китһә, һәр ваҡыт  уны алыштыра, үҙ эшен дә урын еренә еткереп башҡара, башҡа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә лә һүҙе лә үтә, эште урын еренә еткереп эшләтә лә белеүе менән еңеллек өҫтәй ине.  Ул осорҙа район мәҙәниәт  йорто эргәһендә йәштәр өсөн комсомол  активы менән төҙөлгән бейеү майҙаны  йәғни “танц площадка” әүҙем һәм йәнле эшләй ине. “Иҙел тулҡындары” эстрада ансамбле етәкселегендә уҙғарылып, йәштәр өсөн бик йәнле  кисәләр урынына әүерелә ине ул.  Үҙенсә мәҙәниәт йортона бер ни тиклем килем дә килтерә ине.  Ул ансамбль менән хаҡлы рәүештә  йәш Иҙел Ниязғолов етәкләне. Бик әүҙемлеге, оҫта музыкант, яҡшы ойоштороусы булыуына, мәҙәниәт эштәренең район һәм республика отличнигы исеме бирелде. Был осорҙарҙа Альмира Рахманғолова ғаиләле булып, балалар әсәһе булып өлгөрҙө.  Үҙе етәксәләг йырсылар ансамбле менән район, республика конкурс смотрҙарында әүҙем ҡатнашып, телевидениела  сығыш яһап өлгөрҙө.  Эшенең уңышлы башҡарылыуы нәтижәһендә район һәм республика  мәҙәниәт етәкселеге тарафынан почет билдәһенә лайыҡ булды. Һәр район һәм республика  күләмендәге  яуаплы концерттарҙа Гөлсара үҙе лә әүҙем ҡатнашып йөрөнө, телевидениенан да  бейеүҙәрен күрһәтте, лайыҡлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән бүләкләй барҙылар. Ул үҙенә “Әйҙә еңгә бейеп  ҡал” исемле бейеү һалып алды. Бик уңышлы башҡарылған был бейеүҙе 1977 йыл “Огонек” журналына ла төшөрөп алдылар. Ошо бейеү менән күп алдағы конкурс-смотрҙарҙа 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Бер осор телевидениела Гөлсара “Әйҙә еңгә бейеп ҡал” бейеүен бейегәндән һуң, Наил Ғәлив үҙ бригадаһына бейеүсе булып килергә лә саҡырҙы. Ләкин Гөлсара өсөн был тәҡдим бик мөһим түгел ине инде. Уның яҙмышы икенсе юлда ине.

Райондың мәҙәниәт эштәренең торошо, үҙенең  алдында торған  башлаған уҡыуын уңышлы дауам иттереп тамамлау төп маҡсаттары ине. “Ағиҙел” колхозы хеҙмәтсәндәре һәм Байназар ауыл советы, “Ҡыҙыл таң” колхозы хеҙмәтсәндәре Монасип ауылы советы үҙ биләмәһендә  музыка мәктәбе филиалдарын  булдырыу мәсьәләһен ҡуҙғаттылар.  Район советы сессияһы ҡарары менән ул биләмәләрҙә  был эште башҡарыу, урын бүлеү, матди-техник яҡтан ярҙам итеүҙе хужалыҡтар үҙ өҫтәренә алып, кадрҙар һәм музыка ҡоралдары менән тәьмин итеүҙе мәҙәниәт бүлегенә йөкмәттеләр. Район сәнғәт мәктәбе лә  әле был мәлдә кадрҙарға һәм матди-техник яҡтан ҡытлыҡ кисерә ине. Ошо мәлдәргә район китапханаларын үҙәкләштереү бурыстары ла  торҙо.

Шул уҡ ваҡытта яңы төҙөлгән мәҙәниәт усаҡтарын инвентарь, музыҡа ҡоралдары, китап стеллаждары һ.б. менән тәьмин итеү, эске һәм тышҡы яҡтарын биҙәү кеүек бик мөһим эштәр өҫтәлә барҙы.

Автор:
Читайте нас