+21 °С
Болотло


“Йөрәгемдә һайрай һандуғас”, “Һөйөп ҡалдым”, “Һиңә” йырҙары менән 2000 йылдар башында башҡорт эстрадаһында Нәркәс СИРАЖЕТДИНОВА ҙур популярлыҡ яуланы. 1999 йылда Йәштәр көнө уңайынан үткәрелгән концерт-дискотекала тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыҡҡан ҡыҙ тиҙ арала билдәлелек яулай. “Йәшлек-шоу – 2000” фестивалендә – “Йыл асышы”, өс йылдан ошо уҡ сарала “Йыл йыры” номинацияһында еңеү яулай. 2003 йылда Бүрәт Республикаһында үткән “Аҡ ай йондоҙҙары” конкурсында 1-се урынға лайыҡ була, 2005 йылда – “Гәлсәр һандуғас”, 2013 йылда “Төрквижн” фестивалендә ҡатнаша. Йырсы Белорет районы Инйәр ҡасабаһында тыуып үҫкән.
Фото: "Бәйләнештә"