

Ҡыҙыҡһыныусан беҙҙең халыҡ. Телевизор экрандарында "Ете егет", "Байыҡ" проекттарын үҙенсәлекле итеп алып барған һомғол егеттең ҡайҙан, кем булыуы менән ҡыҙыҡһынмағандр һирәктер. Варис Исҡужин була ул. Баймаҡ районы Темәс ауылы егете. Бәләкәйҙән ижадҡа, мәҙәниәткә ғашиҡ егет төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып йөрөһә лә, урта мәктәптән һуң Мәскәүҙә техник юғары уҡыу йортонда белем ала. Бер туған апаһы Әлиә - йырсы. Бөгөн иһә Варис БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында магистратурала уҡый. Әйткәндәй, бөгөн Варистың тыуған көнө. Уны ғүмер байрамы менән тәбрикләп, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.
Фото: "Бәйләнештә".