Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
2 Ноябрь 2022, 11:00

"Шоңҡар"ға Татарстандан ҡунаҡтар килде

Ҡәләмдәштәребеҙҙең Өфөгә килеүенә матур сәбәп тә бар икән.

"Шоңҡар"ға  Татарстандан ҡунаҡтар килде"Шоңҡар"ға  Татарстандан ҡунаҡтар килде
"Шоңҡар"ға Татарстандан ҡунаҡтар килде

Бөгөн "Шоңҡар"ҙа ҡунаҡта Татарстандың күренекле яҙыусылары булып китте. Ҡәләмдәштәребеҙҙең Өфөгә килеүенә матур сәбәп тә бар икән: Ғ.Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факил Сафиндың башҡорт телендә "Сер" исемле китабы сыҡҡан! Әҙип әле генә "мейестән сыҡҡан" йыйынтығы менән беҙҙе бүләкләне.
Танылған шағирә һәм прозаик Әлфиә Ситдиҡованы ла редакциябыҙҙа күреүгә шат инек. Уның былтыр журналыбыҙҙа баҫылған эсселарын уҡыусылар йылы ҡабул итте. Татар әҙәбиәте донъяһында матур шиғырҙары менән билдәлелек яулаған йәш ижадсы Лилиә Ғибәҙуллина ла шәп китаптары менән “шоңҡарҙарҙы” һыйланы. Ике туғандаш республиканың әҙиптәре ижади мөхиттәге яңылыҡтар менән уртаҡлашты, киләсәктә лә әҙәби бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында һүҙ ҡуйышты.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас