

3 ноябрҙә Өфө "Нур" татар дәүләт театрында башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың шул уҡ исемдәге пьесаһы буйынса "Кредитҡа алынған ҡатын" спектакль премьераһы уҙҙы.
Ошо темаға пьеса яҙыу идеяһын яҙыусыға режиссер үҙе – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин тәҡдим иткән. Беренсе ҡарашҡа ғәжәп тойолһа ла, пьесала тасуирланған хәл ысынбарлыҡтан әллә ни йыраҡ та түгел. Нанотехнологиялар ныҡлап үҫешкән осорҙа роботтарҙың тормошобоҙға үтеп инеүе, хатта уларҙың тормош иптәше була алыуы ла мөмкин икән. Әммә робот ысын кешене алыштыра аламы? Был хаҡта артистар сығышы һөйләп бирҙе.
Үҙ тәнендә робот-ҡыҙ менән бергә йәшәү нескәлектәрен "татып" ҡарыусы Искәндәр булып виртуоз рәүештә Башҡортостандың халыҡ артисы Рушат Мөҙәрисов уйнаны. Яңы ғына театр труппаһына эшкә килгән йәш актриса Зарина Шәүәлиева ҙур оҫталыҡ менән робот образын кәүҙәләндерҙе.
Ваҡиғалар сиселеше рәссам Нурия Ғабдуллина сценографияһында булдырылып, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор Юлай Үҙәнбаев менән хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сулпан Асҡарова эше менән байытылған.
- Спектакль бик актуаль, теләһә ниндәй йәштәге тамашасы өсөн дә ҡыҙыҡлы. Мин оло ҡәнәғәтлек менән ҡараным, - тине театр актрисаһы, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сәүиә Сираева.
Тамашасы иһә артистар уйынына булған мөнәсәбәтен ҡайнар алҡыштар аша еткерҙе. Премьера уңыш ҡаҙанды.
Сығанаҡ: Өфө "Нур" татар дәүләт театры.