Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Ноябрь 2022, 07:35

“Кредитҡа алынған ҡатын”ды ҡарағандан һуң тыуған уйҙар

Ҡатын менән ир араһында юҡтан ғына сығып киткән низағ бер аҙҙан олоға әүерелеп, ир ҡатынының әсәһенә ҡунаҡҡа бармай ҡала. Бер мәл ир робот-ҡатын һатып ала һәм бөтә мажаралар ошонда башлана ла инде...

“Кредитҡа алынған ҡатын”ды ҡарағандан һуң тыуған уйҙар“Кредитҡа алынған ҡатын”ды ҡарағандан һуң тыуған уйҙар
“Кредитҡа алынған ҡатын”ды ҡарағандан һуң тыуған уйҙар

– Туғаным, артыҡ билетығыҙ юҡмы? – Театрға етмәҫ элек бер  апай  ҡаршыға сығып уҡ  билет һораны. - Ҡулығыҙҙа бер нисәү күренә.

– Юҡ шул, былары таныштарымдыҡы.

– Эй Алла! – Апай ауыр һуланы. – Кисә лә инә алмай ҡайтып киттем, бөгөн дә бер билет юҡ. Хәҙер кешегә анһат  бит - онлайн аша алып бөткәндәр. Таныштарым бик шәп спектакль, ти. Ауылдан һеңлем дә килгәйне. Тағы кире ҡайтып китербеҙме икән ни?

Касса янында ла бер төркөм кешеләр тора ине. Барыһы ла мөғжизә менән спектаклгә билет алырына өмөтләнә. Үкенескә  ҡаршы, шаҡтай кешегә кире ҡайтып китергә тура килде шул. Йәлләнем үҙҙәрен.

Театрҙарға, концерттарға һәр кем, бер мөһим байрамға барғандай, матур кейенеп, әйтеп аңлатҡыһыҙ эске тулҡынланыу, кәйеф  менән килә.  Өмөтләнеп, дәртләнеп килгән урындан кире боролоп ҡайтыу бик ҡыйын бит ул.

Ысынлап та, халыҡ күп ине. Тағы шуныһына иғтибар иттем – залда саҡырыу билеты тотоп йөрөгән кешене күрмәнем. Халыҡ, үҙенең күңеле талап иткәнсә, билет алып ингән. Тамашаларға күп йөрөгән кеше булараҡ шуны әйтә алам – берәй бенефис, концерт, премьера булһа, ғәҙәттә, ярты зал саҡырыу билеты тотоп йөрөй. 

Спектаклдәрҙән, концерттарҙан яртыһынан уҡ ҡайтып киткән бар. Хатта тәнәфесте лә көтмәй тамаша барышында уҡ шатыр-шотор урындарынан сығып киткән тамашаларҙың да шаһиты булғаным бар. Теге йәки был әҫәрҙе бер нисә кеше маҡтай, гәзит-журналдарға маҡтап яҙалар, ә халыҡ ҡабул итмәй. Ғәжәп? Ә был пьеса нисек булыр?Ни тиһәң дә, Айгиз Баймөхәмәтовты аяныслы яҙмыштар хаҡында, йәғни, ҡайһы берәүҙәр әйтмешләй, илата торған яҙыусы булараҡ беләбеҙ. Уның  "Ҡалдырмай, әсәй!" повесы тиҫтәлгән телдәрҙә йөҙҙәрсә мең тираждар менән донъя күрҙе. Ошо әҫәр буйынса яҙылған "Хыялға ҡаршы" әҫәре лә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында оҙаҡ йылдар ҙур уңыш менән бара. Был пьесаны шулай уҡ илебеҙҙең башҡа театрҙары ла ҡуя. 

Комедияның эстәлеге хаҡында шаҡтай яҙҙылар. Әҫәрҙә ваҡиғалар ағышы бер көндә бара. Ҡатын менән ир араһында юҡтан ғына сығып киткән низағ бер аҙҙан олоға әүерелеп, ир ҡатынының әсәһенә ҡунаҡҡа бармай ҡала. Бер мәл ир робот-ҡатын һатып ала һәм бөтә мажаралар ошонда башлана ла инде... Ике сәғәт буйы барған тамашала халыҡ рәхәтләнеп көлдө, ҡул сапты, кемдер, бәлки,  үҙҙәрен дә күреп, уйға сумғандыр, фәһем алғандыр.

Шуныһы мөһим - залдан берәү ҙә сығып китмәне. Спектакль тамамланғас та, зал артистарҙы ҡат-ҡат алҡышланы. Тимәк, “Кредитҡа алынған ҡатын” оҡшаны. Был спектаклдең оҙон ғүмерле булыуына шик юҡ. Эш ваҡытынан һуң  рәхәтләнеп ял итә, туйғансы көлдөрә, һәм, әлбиттә, уйға һала торған әҫәр. Ниндәй генә аҡыллы роботтар булмаһын, кеше бер-береһе менән йәнле аралашыуға, ир менән ҡатын булараҡ ғаилә ҡорорға, йәшәйеште дауам итергә тейеш.

Әйткәндәй, премьераға Ҡазандан татар ҡәрҙәштәребеҙ ҙә килеп еткәйне.Өфө «Нур» татар дәүләт театры яңы драматург асты –театрҙа башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Кредитҡа алынған ҡатын» комедияһы сыҡты. Был прозаиктың дебют пьесаһы. Спектакль аншлаг менән барҙы, теләгән барлыҡ кешеләр залға һыя алманылар”, - тип яҙып сыҡты “Татар-информ”.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас