Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
6 Ноябрь 2022, 06:10

Бисәңә һүҙ тейҙертмә!

- Бер ҙә әрләшмәҫ инем дә ул, үҙҙәре мәжбүр итәләр. "Бисәң шикелле һин дә гел туҙға яҙмағанды һөйләйһең", - тип теңкәмә тейәләр.

Бисәңә  һүҙ тейҙертмә!Бисәңә  һүҙ тейҙертмә!
Бисәңә һүҙ тейҙертмә!

Насип ағай йыйылыштан кәйефе боҙолоп, бик борсолоп ҡайтҡан.  Ҡатыны, ирен ҡыҙғанып, уға кәңәш бирергә тотонған:

- Һин йәш кеше түгел инде, юҡ-барға ҡаныңды боҙма, нимә генә тиһәләр ҙә иҫең китмәһен. Өндәшмәй ҡал, - тигән.

Ире быға яуабын да тапҡан:

- Бер ҙә әрләшмәҫ инем дә ул, үҙҙәре мәжбүр итәләр. "Бисәң шикелле һин дә гел туҙға яҙмағанды һөйләйһең", - тип теңкәмә тейәләр.

Быны ишеткәс, ҡатыны, ни эшләргә белмәйенсә, күҙ маңлайына менеп, ҡысҡырырға тотонған:

- Әһә! Шулай тиҙәрме әле? Минең яманатымды һаталармы? Улай булғас, ҡысҡырыу ғына түгел, боғаҙҙарына йәбеш, һуғыш, әммә бисәңә һүҙ тейҙертмә!

 

Фото:golifehack.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас