

Лилиә Букеева 1985 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Уны Нефтекама ҡалаһы мәҙәниәт һарайының йыр-инструменталь ансамбленә солист итеп эшкә ебәрәләр. 1988 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына саҡыралар. Ә 1996 йылдан йырсы Татарстандағы Яр Саллы ҡалаһының “Энергетик” мәҙәниәт һарайында эшләй. Ул ике туғандаш республикала ғына түгел, ә Малайзия, Тунис, Италия, Франция кеүек илдәрҙә лә сығыш яһап, тамашасы күңелен яулай. 2016 йылда “Татарстандың атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ була. Былтыр йырсы “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
“Шул тиклем рәхәт Тыуған илеңә ҡайтыу! Ул һәр саҡ тулҡынландырғыс, ижад цехы буйынса хеҙмәттәштәреңде, дуҫтарыңды күреү кинәнес. Бөгөн тыуған республикам үҫешә, уның етәксеһе һәләтле. Өфөгә ҡайтырға һәм эшләргә уй бар - тыуған ер һәр саҡ тарта”, – тигәйне бүләкләнеү тантанаһында яратҡан йырсыбыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".